Район хужалыҡтары урып-йыйыу эштәрен дауам итә. Аг-рарийҙар быйыл 10463 гектарҙа бөртөклө культуралар йыйып алырға тейеш, шул иҫәптән, 2030 гектарында техник культуралар.
Ауыл хужалығы бүлегенән алған мәғлүмәттәр буйынса, бөгөнгө көндә 5769 гектарҙа иген культуралары сабылған, 8931 тонна иген һуғылған, уңыш гектар ҡеүәтенән уртаса 17,2 центнер тәшкил итә. Ужым культураларын урыу күптән тамамланған. Былтыр тритикале мул уңыш биргән ине, быйыл һынатҡан, гектарынан - 10,5 центнер ғына алғандар. Ужым арышы гектарынан 23 центнер уңыш биргән.
Ҡыштың ҡарһыҙ булыуы, йәй башының һыуыҡ тороуы арҡаһында үҫемлектәр бер аҙ зыян күргән, әлбиттә. Нисәнсе көн рәттән ҡырау төштө, уңышҡа ул да йоғонто яһаясаҡ, тиҙәр.
Шулай уҡ хужалыҡтар көн торғанда бесән менән мулыраҡ запасланып ҡалырға тырыша. «Байрамғол агрофирма»һы ошо көндәрҙә кукурузды силосҡа һалды. 3099 тонна йәшел масса әҙерләгәндәр, гектар көсө 67,6 центнер булған икән.
Төбәгебеҙҙә быйыл майлы культуралар ҙа сәселде. Һөҙөмтәләр яһауы иртәрәк, ошо көндәрҙә «Урал аръяғыАгро» МТС-ы Ахун тауы баҫыуындағы 100 гектар майҙандағы сурепицаларын һуғырға төштө. Был баҫыуҙың уңышы артыҡ ҡәнәғәтләнерлек түгел, гектарынан 6,5 центер алғандар. Ҡалғандарынан нисек булыр, әлегә билдәһеҙ. Культураны тураға урып булмай, тәүҙә тигеҙ өлгөрһөн өсөн сабып, яҫмаға һалғандар. Баҫыуға биш комбайн сыҡҡан, өс КАМАЗ ташый. Механизаторҙар ярышып иген һуға.
- Техник культуралар 1155 гектарҙы биләй, шул иҫәптән, етен - 553, рапс - 263, сурепица 338 гектарҙы тәшкил итә. Сурепицаны йы-йып бөткәс, рапсҡа төшә-беҙ, әле уны ла сабып, яҫмаға һалғанбыҙ. Телгә алынған техник культураларҙан етен менән мәшәҡәтлерәк булды. Сабыуы ауыр, ахырҙа салғыларға махсус сегменттар һатып алып ҡуйҙыҡ.
Май культураларын үҫтереү буйынса тәжрибәбеҙ әҙерәк, был үҫемлектәр ҙур иғтибар талап итә. Йәйгеһен ҡоротҡос бөжәктәргә ҡаршы бер нисә тапҡыр ағыуларға тура килде, - ти предприятие директоры Ғәлимйән Хилажев.Комбайндарҙы ла махсуслаштырырға тура килгән. Культураларҙың орлоғо бик ваҡ, урылған ваҡытта ҡойолмаһын өсөн комбайндарҙы тулыһынса герметикалағандар, юғалтыу әҙерәк булһын өсөн аҫтарына булыҡ (полог) йәйгәндәр икән.
Уңышты Бөйҙө ауылында урынлашҡан иген келәтенә ташыйҙар. Унда махсус иләк аша үткәреп, таҙарталар. Реализация менән проблема юҡ, һатып алыу өсөн күптән килешеүҙәр төҙөлгән. Хаҡы һәр ваҡыттағыса юғары ҡала, бөгөн май культураларының килограмына 15-20 һум һорайҙар. Бойҙай, арпа, һолоға - 7-9 һум самаһы.
Көндәр яҡшы торғанда урып-йыйыу эштәрен тамамларға тырышалар аграрийҙар. Көндөң һәр сәғәте, минуты ҡәҙерле.
Йәштәрҙең дә, өлкәндәр менән бер рәттән, ер эше, тип яныуҙары ҡыуандыра. Мәҫәлән, Марсель Табакаев ҡала егете, Учалы ауыл хужалығы колледжының өсөнсө курс студенты. Былтыр комбайнда ярҙамсы булып йөрөгән, быйыл иһә үҙе штурвал артында. Марсель Мостафин колледжды быйыл тамамлап, МТС-ҡа эшкә килгән. Комбайнсылар араһында Башҡорт дәүләт аграр университетынан практика үтергә килгән студенттар ҙа бар. Егеттәрҙең тырышлығын, эштәренә яуаплы ҡарауҙарын билдәләне хужалыҡ етәксеһе.