Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
21 Сентябрь 2018, 10:54

Йылытыу миҙгеленә тулыһынса әҙерҙәр

Йылытыу миҙгеленә әҙерлек йәйен үк башлана. Ойошма-предприятиелар ҡаҙанлыҡ-тарын йүнәтә, йылылыҡ үткәреүсе трассаларҙа торбалар яҡшылап алыштырыла.

Йылытыу миҙгеленә әҙерлек йәйен үк башлана. Ойошма-предприятиелар ҡаҙанлыҡ-тарын йүнәтә, йылылыҡ үткәреүсе трассаларҙа торбалар яҡшылап алыштырыла.

Быйыл, мәҫәлән, «Учалы йылылыҡ селтәрҙәре» йәмғиәте ҡалала яҡынса 1200 метр йылылыҡ үткәреүсе торбалар алыштырған. Ҡаҙанлыҡтарҙа төплө ремонт барған. Бөтә эштәр ҙә графикка ярашлы башҡарылған. Йылытыу миҙгеле башланғас, ғәҙәттән тыш хәлдәр булмаҫҡа тейеш, тиҙәр.

Федераль законға ярашлы, тышта һауа температураһы биш көн дауамында һигеҙ градустан кәмерәк булһа, йорттарға йылы бирелә. Барыбыҙ ҙа балаларыбыҙ өсөн борсолабыҙ, шуға ла мәғариф учреждениеларына ҡасан йылы ебәреүҙәре борсой. «Йылылыҡ селтәрҙәре» йәмғиәтенең баш инженеры Ирина Семенова әйтеүенсә, әлегә ғаризалар менән мөрәжәғәт итеүселәр булмаған. Мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, әгәр һыуыҡ булып, иртәрәк йылы килеүен теләһәләр, ғариза яҙыу мөмкинлеге ҡаралған. Былтыр, мәҫәлән, йорттарға йылы сентябрь айында уҡ ебәрелгән булған.

Ауыл мәктәптәре, балалар баҡсалары, мәҙәниәт йорттары ла һыуыҡтарға әҙер, тиһәң дә була. Ҡаҙанлыҡ-тарын, мейестәрен төҙөкләндергәндәр, утын менән запасланғандар. Мәҫәлән, район клубтарының утыҙы утын менән йылытыла икән. Мәҙәниәт усағы хеҙмәткәрҙәре мейестәрен рәтләү менән мәшғүл. Ҡаҙаҡҡол, Иҫке Байрамғол, Көсөк-Маяҡ, Буранғол клубтарында мейестәрен төҙөкләндерергә кәрәк-яраҡ килтергәндәр, әлеге мәлдә унда эш ҡайнай.

Янғынға ҡаршы сигнализациялар ҡуйыу ҙа дауам итә. Бөгөнгө көндә хәүефһеҙлек системалары Мансур, Ураҙ, Миндәк, Комсомольск, Иманғол, Ҡоҙашта урынлаштырылған. Ҡалуй, Ҡорама, Рысай, Илсеғол клубтарының сарлаҡтарына янғынға ҡаршы ҡорамалдар ҡуйылған. Мәҙәниәт усаҡтарын әкренләп газ менән йылытыуға күсереүҙәре ҡыуандыра. Быға тиклем «зәңгәр яғыулыҡ» Ах-ун, Ишкен клубтарына ингән булһа, хәҙер Иманғол мәҙә-ниәт усағы ла газ ярҙамында йылытыласаҡ, шулай уҡ Илтабан клубына ла ошо арала үткәрергә йыйыналар.

- Әлегә тиклем бина мейес менән йылытылды. Ҡышҡылыҡҡа йөҙ илле кубометр утын китә торғайны. Клуб ҙур, ике ҡатлы. Бында китапхана, музыка мәктәбе урынлашҡан, көрәш секцияһы эшләп килә. Күпме генә яғылһа ла, температура +16 градустан күтәрелмәне. Шуға артистар ҙа концерт менән килергә атлығып торманылар. Газға күсһәк, исмаһам, клубыбыҙ йылыныр, концерттарға, мәҙәни сараларға халыҡ та әүҙем йөрөр, - ти Иманғол мәҙәниәт йорто мөдире Рәмил Әхмәтйәнов.

Газ ҡаҙанлығы тулыһынса эшләнгән, торбалар алыш-тырылған. Әлеге ваҡытта һыу ғына үткәрергә ҡалған. Рәмил Ғәли улы газ операторына уҡып сыҡҡан. «Зәңгәр яғыулыҡ» менән нисек эш-ләргә кәрәклеген яҡшы белә. Киләсәктә район клубтарының барыһын да газға тоташтырыу күҙаллана. Бик шәп буласаҡ был!

Әлиә ДАУЫТОВА.


Читайте нас: