Учалылар «Йәшә, урман!» акцияһына быйыл да әүҙем ҡушылды. Акция етенсе йыл үткәрелә. Сараның төп маҡсаты - урмандарҙы тергеҙеү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау.
Йылдағыса, яҡташтарыбыҙ был сараны дәррәү күтәреп алды, ауыл хакимиәттәре, предприятие-учреждение һәм төрлө ойошма вәкилдәре, уҡыусылар, йә-мәғәтселәр ауыл-ҡасаба биләмәләрен, йылға-шишмә ярҙарын, юл буйында ултыртылған ағас рәттәрен сүп-сарҙан таҙартып, йәш үҫентеләр ултыртты, йәшелләндереү эштәре менән шөғөлләнде. Йыл һайын сарала ҡатнашыусыларҙың һаны арта, былтыр Башҡортостанда үткән акция сиктәрендә 15 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, 400 меңдән ашыу ағас ултыртылған. Архангель, Баймаҡ, Белорет, Благовещен, Дыуан, Ейәнсура, Ишембай, Тәтешле, Яңауыл, Өфө райондары менән бер рәттән учалылар ҙа айырыуса әүҙемлек күрһәтте.
Ошо көндәрҙә акцияға Ҡунаҡбай ауыл хакимиәте ҡушылды. Учалы урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә биләмәләрен йәш ағас үҫентеләре менән биҙәнеләр. Өмәгә ҡырҡҡа яҡын кеше сыҡты. Иң тәүҙә Мәктәп урамындағы аллеяға ике йыллыҡ ҡарағай ағастарын ултырттылар. Аллея юл өҫтөндә урынлашҡан, араһы йөҙ метр булыр. Киләсәктә автомобилселәрҙе ғорур баҫып мөһабәт ҡарағайҙар сәләмләйәсәк. Еңеү аллеяһын мышар менән энәлек ҡыуаҡтары тулыландырҙы.
- Аллеяны 2015 йылда еңеүҙең 70 йыллығына арнап эшләнек, һырлы тимер рәшәткәләр менән ҡаманыҡ, йөҙҙән ашыу ҡарағай ултырттыҡ. Бөгөн иһә Учалы лесничествоһы ярҙамында биләмә тағы ла йәмләнеп ҡалды, йәш үҫентеләр ултырттыҡ. Киләһе аҙнала яңы Дуҫлыҡ аллеяһын матурлаясаҡбыҙ, - тине биләмә башлығы Фазила Шәймәрҙәнова. Ғөмүмән, төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирергә тырышалар бында. Быйыл юлдарын ремонтлағандар. Шулай уҡ көнүҙәк проблемаларҙың береһе - биләмәләге сүплектәрҙе бөтөрөүгә лә етди ҡарайҙар.
- Киләсәктә Илтабан менән Ҡунаҡбай сүплеген ябырға уйлайбыҙ. Сүп-сарҙар өсөн махсус ун ике контейнер һатып алып ҡуясаҡбыҙ. Район хакимиәте аҡса бүлгән, заявка бирелгән. Был эште быйыл уҡ башҡарырға тейеш инек, әммә ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында яҙға ҡалдырырға тура килде, - тине Фазила Әмин ҡыҙы.
Утыҙ пирамидалы тирәктәрҙе Советтар Союзы Геройы Шакирйән Мөхәмәтйәнов-Александр Матросовтың мемориаль һәйкәле ҡуйылған биләмәлә ултырт-тылар. Үҫентеләрҙе ауылдаштары Рәүзә Абдразаҡова инселәп үҫтергән.
- Алты йыл Өргөн участка лесничествоһында мастер булып эшләнем. Батырыбыҙҙың һәйкәле торған урынды пирамидалы тирәктәр менән матурларға күптән хыяллана инем. Һалдаттар шикелле төп-төҙ баҫып сәләмләһендәр тип. Үҫентеләрҙе бер нисә йыл элек алып ҡайтып баҡсамда үҫтерҙем, - ти Рәүзә апай.
«Йәшә урман!» акцияһы октябрҙә лә дауам итәсәк. Ошо ваҡыт эсендә Учалы районының ауыл биләмәләрендә ике меңгә яҡын ағас ултыртыласаҡ, тип билдә-ләне БР Урман хужалығы министрлығының Учалы урман хужалығы етәксеһе Айбулат Байғарин. Киләһе аҙнала өмәгә Мансур, Ураҙ, Миндәк ултыраҡтары хеҙмәткәрҙәре ҡушыласаҡ. Бер ыңғайы урмандарҙы, йылға, күл буйҙарын сүп-сарҙан таҙартыу ҙа күҙаллана.
«Йәшә урман!» акцияһы октябрь аҙағынаса дауам итәсәк. Сарала ҡатнашырға теләүселәр, ағас үҫентеләре, эш ҡоралдары һәм кәңәш алыу өсөн Учалы лесничес-твоһына мөрәжәғәт итә ала. Адресы Учалы ауылы, Партизан урамы,16-сы йорт, 5-27-90, 5-11-11 телефондары аша шылтыратырға мөмкин.