Һуғыш осоро балаларының береһе, хеҙмәт ветераны Сәүҙә Динислам ҡыҙы Йосопова 1932 йылда Ҡужай ауылында тыуған. Тормош бәләкәйҙән үк ҡыҙ балаға күп һынауҙар ҡуя, ләкин тырыш һәм егәрле замандашыбыҙ уларҙы намыҫ менән еңеп сыға.
Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. 9-10 йәшенән колхозға эшкә сыға. Ағас ҡырҡырға, иген һуғырға, бәрәңге утарға йөрөй, бесәнен дә саба.
- Атайым Динислам Оморҙаҡов «Марс» колхозының рәйесе була торғайны. Бик ғәҙел кеше булды, - тип хәтерләй Сәүҙә инәй. - 1939 йылда иген үҫмәне. Халыҡ аслыҡтан интегә башлағас, атайым ас ғаиләләргә 2-3 килограмм самаһы он таратҡан. Был эше өсөн уны райкомға барып ошаҡлағандар. Райондан килеп, алып киттеләр. Йыйылыш үткәреп, коммунистар партияһы сафынан сығарҙылар. Тикшереү үткәреү өсөндөр инде, Өфөгә алып киттеләр.
Бер-ике аҙнанан атайыбыҙ ҡара янып, ябығып ҡайтып төштө. Бик ныҡ ҡайғырҙы ул. Һуғыш башланғас, үҙе теләп һуғышҡа китте. Өйҙә дүрт бала менән әсәйебеҙ ҡалды. Бөтә ауырлыҡтар уның иңенә төштө. Яҙ яҡынлашыу менән ҡырға, яңы сыҡҡан үләнде ашарға бара торғайныҡ. Нисек тә булһа астан үлмәҫкә тырыштыҡ инде.
Ҡужай ауылынан биш-алты саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Вознесенка ауылы урыҫтарына ризыҡ өсөн эш һорап бара торған инек. Уларҙың баҡсаларын утай торғайныҡ, ҡайһы ваҡыт бала ҡарарға ла ҡуша инеләр. Эш хаҡына улар беҙгә бәрәңге, һуған, кишер биреп ҡайтарырҙар ине.
Мәрйәләр үҙҙәре сәсеп үҫтергән һуған, шалҡан, башҡа йәшелсәләрен килтереп, йомортҡаға алыштырып алып ҡайта торған инеләр.
Үҫеп, мәктәпте тамамлағас, Сәүҙә Динислам ҡыҙы Поляковка ауылында ун дүрт йыл һауынсы булып эшләй. Кейәүгә сыҡҡас, тормош иптәше менән Мейәс ҡалаһына күсеп китәләр. Бында ул ҡорос ҡойоу заводында эшләй. Йәш ҡатын шулай уҡ оҫта тегенсе лә була.
Ҡулынан килмәгән эше булмай. Сатиндан, ситсанан, крепдешиндан күлдәклектәр тотоп, үҙенә ҡатын-ҡыҙҙар ағыла башлай. Күлдәк кенә түгел, тиренән бүректәр, тундар ҙа теккән ул заманында. Бының өсөн махсус теген машинаһы ла һатып ала ул. Заказдары күп була, буш ваҡыты ҡалмай тиерлек Сәүҙә апайҙың. Тырыша ҡатын, сөнки Илдар, Борис һәм Марат исемле улдарын үҫтереп, аяҡҡа баҫтырырға кәрәк була бит.
Ҡорос ҡойоу заводында өс тиҫтә йыл дауамындағы тырыш хеҙмәте өсөн Сәүҙә Динислам ҡыҙының күкрәген «Хеҙмәт ветераны» тигән миҙал биҙәй. Бынан тыш, «Тыл ветераны» тигән маҡтаулы исеме лә бар. Тағы ла әллә күпме маҡтау ҡағыҙҙары менән дә бүләкләнгән ул.
Зиһене шәп, хәтере камил инәйҙең. Тыуған яҡтар үҙенә тартҡан, хаҡлы ялға сыҡҡас та тыуған ауылы Ҡужайға ҡайтып, донъя көтөп ятҡан көнө. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре килеп хәлен белешеп, ярҙамлашып торалар үҙенә.
Кешене хеҙмәт биҙәй, тигән әйтемдең мәғәнәһе, бына ошондай эшһөйәр һәм Ватаныбыҙ алдындағы бурыстарын йөрәге, бар булмышы менән аңлап, тоя белгән кешеләргә ҡарата әйтеләлер ул.