Яйыҡ
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
28 Сентябрь 2018, 10:43

Тиң-тигеҙ ҡартайыу - үҙе бәхет

Иҫтамғол ауылында 61 йыл бергә татыу ғүмер иткән матур ғаилә йәшәй. Венера һәм Мөхәмәтсабир Ваһаповтар улар.

Иҫтамғол ауылында 61 йыл бергә татыу ғүмер иткән матур ғаилә йәшәй. Венера һәм Мөхәмәтсабир Ваһаповтар улар.

Нисек танышыуҙары, өйләнешеүҙәре тураһында һорағас, ғаилә башлығы:

- Иң сибәр, иң шәп ҡыҙҙы ҡармаҡланым, - тип мәрәкәләне. - Өйләнешеп, йәшәп алдыҡ та киттек, шөкөр, татыу булдыҡ, өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Беҙҙең ете ейән-ейәнсәребеҙ, алты бүлә-бүләсәребеҙ бар. Уларҙың изгелектәренә төрөнөп йәшәйбеҙ, - ти шатланып, бәхетле олатай менән өләсәй.

1958 йылда Иҫтамғол ауылына килен булып төшә Венера апай. Йәй көндәре колхоз баҡсаһында йәшелсә үҫтереүсе булып эшләй, көҙөн иген келәтендә, ҡыштарын фермала һарыҡ бәрәстәре ҡарай. Өйләнешкәс тә йәш килен ун өс йыл ҡәйнәһе һәм ҡайныһы йортонда татыу йәшәй. Аҙаҡтан үҙҙәренә йорт һалып сығалар.

80-де ҡыуған олатай 45 йыл «Байрамғол» совхозының алдынғы тракторсыһы булып эшләй. «Хеҙмәт ветераны», «Сиҙәм ерҙәрен күтәргән өсөн» миҙалдары һәм башҡа бик күп Почет грамоталары менән бүләкләнгән.

Икеһенең дә хәтере бик яҡшы. Ауыл, район яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһыналар. «Яйыҡ», «Йәшлек» гәзиттәрен алдырып уҡыйҙар. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, малдарын да өҙмәгәндәр.

- Һыйырҙы былтыр ғына бөтөрҙөк, ә бына атыбыҙ менән һарыҡтарыбыҙ бар әле, - ти улар. Үҙ көндәрен үҙҙәре күреп, ҡош-ҡорт аҫрап, бәрәңге һәм баҡса ту-лы йәшелсә-емеш үҫтереп йәшәйҙәр Ваһаповтар.

Татыулыҡтың сере нимәлә, замана йәштәренә ни әйтер инегеҙ тигән һорауға:

- Оҙайлы ғүмер йылдарында төрлөһөн кисерҙек, төрлө ваҡыттар булды инде, әммә икебеҙ араһы татыу булғас, тормош ауырлығы әллә ни һиҙелмәне. Берегеҙ әйткәндә, икенсегеҙ баҫылып тора белергә кәрәк. Бөтә эштәрҙе лә бергәләп башҡара торған инек. Һинеке - минеке булманы беҙҙең өсөн. Балалар-ҙың атаһы тракторсы булғас, ғүмер буйы совхоз эшендә эшләне. Өйгә ярты төндә генә ҡайтыр ине, мин өйҙәге эш менән булыштым. Балалар, мал-тыуарҙы ҡарау бөтә минең иңемдә булды. Түҙемлек, сабырлыҡ кәрәк, - тип хәтер йомғағын һүтә сентябрь айында 80 йәшлек юбилейын билдәләгән Венера инәй.

Улар әле лә етеҙлектәрен, һөйкөмлөлөктәрен юғалтмаған. Бер йән булып ғүмер иткәнгәме, күңелдәрендә кешеләргә ҡарата ла тик изгелек кенә. Хәрәкәттә бәрәкәт, тигәндәй бер минут та буш ултырғандары юҡ тиһәң дә була. Йәй буйына, улдары биреп ҡуйған «Жигули»ла еләккә, бәшмәккә йөрөгәндәр.

Алсаҡ һәм уңған хужа менән хужабикә һәр кешегә лә ихлас һәм ярҙамсыл.

Татыу, йылы һәм ихлас мөнәсәбәттәре лә ихтирамға лайыҡ. Сөкөрләшеп, кәңәшләшеп йәшәй улар. Тирә-яҡтағыларға нур өләшеүҙән йәм табалар.

Ғүмерҙең үтә лә бормалы һуҡмаҡтарына һәм ҡаршылыҡтарына бирешмәй үткән, ҡартлыҡтарын тиң, имен ҡаршылаған Ваһаповтар ғаиләһенә артабан да Аллаһы Тәғәлә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, тигеҙ ғүмер насип итһен!

Алыһу ШӘНГӘРӘЕВА.


Читайте нас: