Яйыҡ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
2 Октябрь 2018, 10:32

Көнүҙәк проблемалар - иғтибарҙа

Суицид - айырыуса һуңғы йылдарҙа заман афәтенә әйләнде. Ярай ҙа ул сит төбәктәрҙә генә булып, районыбыҙға ҡағылмаһа икән.

Суицид - айырыуса һуңғы йылдарҙа заман афәтенә әйләнде. Ярай ҙа ул сит төбәктәрҙә генә булып, районыбыҙға ҡағылмаһа икән. Юҡ бит, беҙ белгән, аралашҡан кешеләрҙең бер көн килеп был ҡурҡыныс аҙымға барыуы айырыуса хәүефкә һала, уйландыра, борсолдора. Ни өсөн кеше үҙ теләге менән яҡты донъянан китә һуң?

Быйыл бер нисә суицид осрағы Илсе ауылында ҡабатланды. Район буйынса иң юғары күрһәткес. Араларында оло йәштәгеләрҙең, тормош һынауҙарына сы-ныҡҡан кешеләрҙең булыуы бигерәк аптырата. Был хәл, әлбиттә, район хакимиәтен дә борсомай ҡалмай. Шуға ла «Хәстәрлек биләмәһе» пилот проекты сиктәрендә нәҡ Илсе ауылында социаль йәрминкә уҙғарылды ла инде. Сараға «Ихтирам» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү ойошмаһы, халыҡты социаль яҡлау буйынса республика үҙәгенең ҡала-районыбыҙҙағы бүлеге, Учалы районы буйынса Көнсығыш район-ара мәшғүллек үҙәге, пенсия фонды белгестәре саҡырылғайны. Халыҡ үҙҙәрен борсоған һорауҙарға ентекле һәм төплө яуап алды.

- Ауылда ярҙамға мохтаж ололар байтаҡ. Яңғыҙ йәшәүсе ир-ат та күп. Бөгөн беҙ яңғыҙ йәшәгән ололарға барып, уларҙың хәл-әхүәлен белеп, көнкүрештәре менән яҡындан танышып, күстәнәстәр таратып сыҡтыҡ. Бөтәһенә лә, әлбиттә, бара алманыҡ. Ҡалғандар беҙҙе ғәфү итһен, - тип бәйән итте Көнсығыш район-ара «Ғаилә» үҙәге етәксеһе Айрат Зарипов. - Бындай йәрминкәләр үткәреү районыбыҙҙа йолаға әйләнде, тиһәң дә була. Яҙын ошондай сара Мансур ауылында үткәйне. Йәрминкә ойошторор алдынан беҙ нәҡ ошо ауылға хас проблемаларҙы күҙ уңында тотоп, теге йәки был төр хеҙмәттәрҙе саҡырабыҙ, һәр яҡлап профессиональ ярҙам күрһәтергә ынтылабыҙ.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ,йәрминкәгә был ойошма кейем-һалым да алып килгән.

- Шкафтарында кеймәйенсә элеүле торған күлдәк, кофта, салбарҙарҙы теләге булған һәр кем беҙҙең бүлексәгә килтерә ала. Тик бер генә үтенес - әйберҙәр таҙа һәм таушалмаған булһын. Уларҙы аҙ тәьмин ителгән, эш хаҡтары башлыса тик ашарға ғына еткән ғаиләләргә таратып бирәбеҙ. 6-21-28 телефоны аша йәки Ленин урамы, 4-се йорт, 21-се кабинетҡа килтереп бирергә лә мөмкин. Беҙ кейем-һалым йәрминкәһен өс айға бер уҙғарып торабыҙ. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн ярайһы уҡ ҙур ярҙам ул, - тип аңлатма бирҙе бүлексә белгесе Елена Шәрипова.

Сараға шулай уҡ бер ҡала эшҡыуары (исемен әйтергә теләмәне) балалар, ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр өсөн өр-яңы аяҡ кейемдәре килтергәйне. Теләгән һәр кем күңеленә хуш килгән үҙенә яраҡлы аяҡ кейеме һайлап алып ҡайтты.

Йәрминкәлә үҙәк ҡала дауаханаһы табиптары ла ҡатнашты. Психотерапевт, психолог, невролог, офтальмолог халыҡты ауылдың фельдшер-акушер пунктында ҡабул итте.

«Локон» бөҙрәханаһы парикмахерҙары ла был көндө үтә лә мөһим социаль саранан ситтә ҡалманы. Мөрәжәғәт итеүселәргә сәс ҡырҡып, кәңәш тә бирҙеләр.

Илсе ауылында ҡарауға мохтаж булған ун бер оло йәштәге кеше йәшәй. Уларға Әлиә Әхмәтйәнова ярҙамлаша икән. Был ябай ғына тойолған, әммә үтә яуаплы эште атҡарыу өсөн социаль хеҙмәткәргә иң тәүҙә алсаҡ, ихлас булырға, һәр береһенең проблемларын тыңлай һәм ишетә белергә, кәрәк саҡта йылы һүҙ менән йыуатырға ла кәрәк. Сөнки был һөнәрҙең төп нигеҙе шәфҡәтлелектә, кешелеклектә, итәғәтлелектә бит.

Социаль йәрминкәне киләсәктә лә дауам итергә, уны башҡа ауылдарҙа ла ойошторорға ҡарар иттеләр.

Алһыу ХАННАНОВА.


Читайте нас: