Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
5 Октябрь 2018, 10:47

Һоҡланабыҙ хаҡлы һеҙҙең менән

Уҡытыусы ер йөҙөндә иң мөһим һәм иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Районыбыҙҙа мәғариф тармағына ғүмерҙәрен бағышлаған шәхестәр ҙә аҙ түгел.

Уҡытыусы ер йөҙөндә иң мөһим һәм иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Районыбыҙҙа мәғариф тармағына ғүмерҙәрен бағышлаған шәхестәр ҙә аҙ түгел.

Шуға ла уҡытыусыларҙың һөнәри байрамдары уңайынан педагогтар династиялары тәбрикләнде.

Ғүмерҙәрен ошо изге һөнәргә бағышлаған мәғариф ветерандары, уларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре «Таусы» боҙ аренаһына матур сараға йыйылды. Бында оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләгән алты ғаилә саҡырылғайны.

Ҡотлау өсөн тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев алды:

- Быға тиклем беҙ тик әлеге ваҡытта эшләп йөрөүсе уҡытыусыларҙы ғына ҡотлап байрам ойоштора торғайныҡ. Был юлы, традицияны боҙоп, уҡытыусылар династияларын тәбрикләргә булдыҡ. Улар быға ысын мәғәнәһендә хаҡлы. Һәр кемебеҙ үҙенең тормошон һеҙҙең дәрестәрҙән башлай, һеҙ биргән белем аша донъяны аса. Ғүмер буйына беҙ мәктәпте онотмайбыҙ, күңелебеҙ түрендә ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ, уҡытыусыларыбыҙ менән шатланып осрашабыҙ, - тип билдәләне Фәрит Фәтих улы Дәүләтгәрәев.

Уҡытыусы балаларға белем һәм тәрбиә биреү менән бер рәттән, шәхес тәрбиәләүҙә лә мөһим роль уйнай. Мө-ғжизәләр тыуҙырыусы ғалимдар ҙа, хисләнеп шиғыр яҙыусы шағирҙар ҙа, батырлыҡта тиңдәше булмаған геройҙар ҙа, сәхнәләрҙе балҡытыусы артистар ҙа - бөтәһе лә уҡытыусыға бурыслы. Сығыш яһаусыларҙың барыһы ла тиерлек ошо фекергә баҫым яһаны.

Ҡала-райондың мәғариф бүлеге начальнигы Нурзидә Абдрахманова ла килгән ҡунаҡтарға ихлас тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе:

- Уҡытыусы хеҙмәте бер ҡасан да еңелдән иҫәпләнмәгән. Был һөнәр булған һәм буласаҡ, эстафета таяҡсаһы киләсәк быуындар өсөн тапшырыла киләсәк. Һеҙҙән сабырлыҡ, ныҡышмалылыҡ талап иткән эште бар күңелегеҙҙе, дәрт-дарманығыҙҙы һалып, илһамланып башҡарыуығыҙ хөрмәткә лайыҡ. Донъялар имен торһон, ижади уңыштар теләйем, - тине ул.

Байрамға йыйылыусылар үҙҙәренең династия тарихы тураһында видеояҙмаға һүрәтләмә эшләгән ине. Һәр ҡайһыһы династия тарихы тураһында бәйән итте.

Династиялар менән таныштырыу бөткәс, ҡунаҡтарҙы сәй эсергә саҡырҙылар. Һуңынан викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр. Бөтәһенең дә күңелдәре көр, осрашыуға бик шат инеләр. Шуға күрә яуаптар ҙа шаярыу ҡатыш яңғыраны. Иманғолдан Бүләковтар ғаиләһенә: «Аттестация нимә ул?»- тигән һорауға улар: «Уҡытыусыға аҡса өҫтәлеү», - тип, шаярып яуапланылар. Ғайсиндар ғаиләһенә: «Һеҙҙең өйҙә педсовет буламы?» - тигәс: «Беҙҙең өйҙә педсовет та, медсовет та йыш булып тора», - тигән шуҡ яуап ишеттерҙеләр.

Сараның икенсе өлөшөндә ҡунаҡтарҙы музыка дәресенә сәйәхәткә саҡырҙылар. Улар балалар йырҙарын караокела йырлап ишеттерҙеләр. Бында беҙ бала саҡта йырлап үҫкән, һәр беребеҙгә таныш «Пусть всегда будет мама», «Учат в школе» һәм башҡа йырҙар яңғыраны. Тантана аҙағында район хакимиәте башлығы менән иҫтәлеккә фото төштөләр.

Алһыу ШӘНГӘРӘЕВА.


Читайте нас: