Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
9 Октябрь 2018, 10:29

Сәскә ат, гүзәл Башҡортостан!

Был аҙнала Башҡортостан халҡы Республика көнөн байрам итә. Хәтерегеҙҙәлер, башта беҙ уны Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгән көн - Суверенитет кө-нө булараҡ байрам итә торғайныҡ. Һуңғы йылдарҙа ул Республика көнөнә әүерелде.

Был аҙнала Башҡортостан халҡы Республика көнөн байрам итә. Хәтерегеҙҙәлер, башта беҙ уны Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгән көн - Суверенитет көнө булараҡ байрам итә торғайныҡ. Һуңғы йылдарҙа ул Республика көнөнә әүерелде.

Был байрам төбәгебеҙ тормошондағы, уның яҙмышындағы иң әһәмиәтле көн тип ҡабул итәбеҙ. Бөгөнгө көндә Башҡортостан - илебеҙҙең ҡеүәтен нығытыуға тос өлөш индергән алдынғы төбәктәрҙең береһе.

Республикала йылдан-йыл яңы социаль һәм производство объекттары сафҡа индерелә, алдынғы технологиялар үҙләштерелә, эшҡыуарлыҡ үҫешә, йәш ғаиләләргә адреслы ярҙам күрһәтелә һәм башҡа.

Байрамды учалылар ҙа ҙур хеҙмәт ҡаҙаныштары, иртәгәһе көнгә ҙур ышаныс һәм өмөт менән ҡаршылай. Дүшәмбе көнө ҡала филармонияһында Республика көнө билдәләнде. Ошо айҡанлы матур сара ойошторолдо. Тантаналы йыйылышта район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев, БР-ҙың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова, район Советы депутаттары, предприятие һәм ойошмалар етәкселәре, хеҙмәт алдынғылары, ветерандар ҡатнашты.

Әлбиттә, республикабыҙҙың алтын фонды - уның һоҡланғыс, талантлы һәм эшһөйәр халҡы. Был күркәм байрамда республиканың, райондың мәнфәғәтенә ал-ял белмәй тырышып эшләгән алдынғы хеҙмәт кешеләрен дә тәбрикләнеләр. Республика көнөндә райондың сираттағы Почетлы гражданын билдәләү күптән матур традицияға әйләнгән. Быйыл дәрәжәле исемгә Роберт Әхмәт улы Зәләлетдинов хаҡлы рәүештә лайыҡ булды.

Бер төркөм алдынғы хеҙмәткәрҙәргә район хакимиәтенең Почет грамоталары тапшырылды. Улар араһында уҡытыусылар, тәрбиәселәр, ойошма-предприя-тие хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар бар ине. Коллегабыҙ, «Учалинская газета» корреспонденты Гөлнара Сиукаеваның хеҙмәте лә грамота менән баһаланды. Әйткәндәй, район хакимиәте башлығы Фәрит Фәтих улының фиҙаҡәр хеҙмәте БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаты менән билдәләнде.

Район Советының Хөрмәт грамотаһы менән ҡаланың 1-се музыка мәктәбе уҡытыусыһы Любовь Калинина бүләкләнде. Ҡала-районыбыҙҙың алтын, гәүһәр туй юбилярҙары Клара һәм Ил Аллаяровтарға, Зинаида һәм Алексей Симоновтарға, Фазила һәм Фуат Талиповтарға, Лидиә һәм Рахманғол Ризуановтарға республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтан ҡотлау хаты һәм иҫтәлеккә бүләк тапшырылды.

Үҙәк ҡала дауаханаһының табип-психиатры Рәсих Ямалов - РФ-тың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, ә «РИВС» машиналар төҙөү заводының капиталь төҙө-лөш буйынса директор урынбаҫары Ринат Әхмәтшин БР-ҙың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының Хөрмәт грамоталарына лайыҡ булдылар.

БР-ҙың «Мәғариф отличнигы» билдәһе 5-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Роза Садиҡоваға, 1-се башҡорт лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Шәүрә Ғәлимзәноваға, 10-сы мәктәптең математика уҡытыусыһы Ирина Довматҡа, Мәҫкәү урта мәктәбенең математика һәм физика уҡытыусыһы Әлмира Бүләковаға, Алмас Исхаҡов исемендәге Уральск урта мәктәбенең хеҙмәт һәм рәсем уҡытыусыһы Данияр Йәһүҙинға тапшырылды. Ҡотлайбыҙ!

Төбәгебеҙҙең йөҙөк ҡашы булған ғаиләләрҙең, талантлы балаларҙың, филармония артистарының сығышы байрамға айырыуса йәм һәм ҡот өҫтәне.

Нурия ШӘРИПОВА.


Читайте нас: