Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
12 Октябрь 2018, 11:46

Ураҡ тамамланды, уңыш келәттә!

Район хужалыҡтары урып-йыйыуҙы тамамланы. Район хакимиәтенең баш агрономы Рауил Нәжметдинов белдереүенсә, 10463 гектар майҙандан 16258 тонна ашлыҡ һуғып алынған.

Район хужалыҡтары урып-йыйыуҙы тамамланы. Район хакимиәтенең баш агрономы Рауил Нәжметдинов белдере-үенсә, 10463 гектар майҙандан 16258 тонна ашлыҡ һуғып алынған.

- Быйылғы тәбиғәт шарттарының тотороҡһоҙлоғо мул уңыш алырға ирек бирмәне. Айырыуса Урал аръяғы райондары зыян күрҙе. Мәҫәлән, апрель айында ҡапыл 33,6 мм ҡар яуҙы (норма 24 мм), ә айҙың өсөнсө декадаһында иһә 20,9 мм тәшкил итте (норма 9 мм).

Ошо арҡала ер йылынып өлгөрмәне, сәсеүгә һуң төштөләр. Етмәһә июнь айы ла һалҡын килде, 27-29 майҙа, июнь башында нисә көн рәттән ҡаты ҡырау төштө, ер өҫтөн минус 3-4 градусҡа тиклем туңдырҙы. Аномаль температура арҡаһында иген, йәшел масса насар күтәрелде. Сентябрҙең тәүге көндәрендә төшкән ҡырау ҙа уңышҡа насар йоғонто яһаны. Ә бына Урал аръяғы-ның көньяҡ өлөшө иһә ҡоролоҡтан яфаланды, - тип билдәләне баш агроном.

Шуға ҡарамаҫтан, хужалыҡтар малдарына ҡышҡа етерлек аҙыҡ әҙерләп ҡалды. 9636 тонна бесән өйөлгән, 23450 тонна - сенаж, 3099 тонна силос һалынған. Силосты «Байрамғол» агрофирмаһы ғына әҙерләй. Үрҙә әйтелгәнсә, сентябрь ҡырауҙары кукурузға өлгөрөргә форсат бирмәгән дә инде.

Уңыш, былтырғы менән сағыштырғанда, маҡтанырлыҡ түгел. Бойҙай гектарынан - 13,4 цн, арпа - 16,8 цн, һоло - 18 цн, ҡарабойҙай 10 центнер биргән. Әлбиттә, баҫыуҙарынан ярайһы ғына уңыш алған хужалыҡтар ҙа бар. Ахундан «Осҡон» крәҫтиән-фермер хужалығында арпаның «четырехгранный» төрө утыҙ һигеҙ центнер биргән. Уральскиҙан «Дин» КФХ-һы ҡарабойҙайҙы гектарынан ун биш цн алған. Илсенән Булат Кәримовтың һолоһо гектарынан - 30 цн, Аҡҡужанан Сабировтың КФХ-һынан 24,5 центнер тәшкил иткән. Булат Кәримовтың арпа баҫыуы ла һынатмаған, гектарынан - егерме ете центнер.

Игенгә хаҡ әлеге көндә уртаса. Бойҙайҙың килограмын - 8 һум, арпа, һолоно - 6-7 һум менән һаталар. Ҡара-бойҙайға иһә хаҡ ныҡ төшкән, килограмы - 4,80 тин.

Район хужалыҡтары быйыл тәүләп май культураларын һынап ҡараны. Ике мең гектарҙа рапс, етен, сурепица сәстеләр. Тәбиғәттең ҡырыҫ шарттарынан техник культуралар ҙа зыян күрҙе. Рапс гектарынан - алты цн, етен менән сурепица - ете центнер уңыш бирҙе.

Шуға ҡарамаҫтан, был иген культураларына хаҡ һәр ваҡыттағыса юғары ҡала. Әлеге көндә уның килограмын егерме һумдан да кәм ҡабул итмәйҙәр. Тәүге ҡоймаҡ төйөр менән тиҙәр, шуға ла артыҡ ныҡ көйөп китергә ярамай. Май үҫемлектәрен үҫтереү технологияларына ентекле төшөнгәндә аграрийҙарыбыҙға яҡшы уңыш алырға мөмкинлек бар.

Быйыл ужым культуралары майҙандары ла кәмегән, 690 гектар сәскәндәр. Ураҡтың оҙаҡҡа һуҙылыуы арҡа-һында, хужалыҡтар ужым культураларын ваҡытында сәсергә өлгөрмәнеләр. Кемдәр ерҙәрен алдан әҙерләгән, улар ваҡытында сәсеп ҡалды, әлбиттә. 3000 гектар майҙанды парға ҡалдырғандар. Тупраҡҡа ла ял кәрәк, ятып хәл алған баҫыуҙың уңдырышлылығы яҡшы була бит.

Әлеге мәлдә хужалыҡтар баҫыуҙарын таҙарта, туңға һөрә. Культивация үткәреү ҙә йылдам бара.

Әлиә ДАУЫТОВА.
Читайте нас: