Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
16 Октябрь 2018, 10:27

Яңы башлыҡты тәғәйенләнеләр

Уҙған аҙнаның иң төп яңылығы - Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында иғлан итте.

Уҙған аҙнаның иң төп яңылығы - Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында иғлан итте.

2019 йылда республика башлығын һайлауҙа ҡатнашырға иҫәп тотмайым, тип белдерҙе ул. Рөстәм Зәки улы республика Башлығы вазифаһын 2010 йылдан алып башҡарҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы, республика менән ваҡытлыса (һайланған Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаны ҡабул иткәнгә тиклем) Радий Хәбиров етәкселек итәсәк. Тейешле Указ Кремлдең рәсми сайтында баҫылған.

Радий Фәрит улы 1964 йылда Ишембай районы Һайран ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған. 2009-2016 йылдарҙа - Рәсәй Федерацияһы Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары, 2017-2018 йылдарҙа Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡала округы башлығы вазифаһын башҡарған. Юридик фәндәр кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.

Уҙған шәмбе БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров рәсми рәүештә БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбиров менән таныштырҙы ла инде.

Йыйылышта төбәктең элекке етәксеһе Рөстәм Хәмитов, БР Башлығы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, республика хөкүмәте ағзалары, республика парламенты депутаттары, юғары уҡыу йорттары, эре предприятие етәкселәре, милли-мәҙәни берләшмәләр, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.

- Минең өсөн бында, һеҙҙең алдығыҙҙа тороу оло хөрмәт, шул уҡ ваҡытта республика халҡы алдындағы яуаплылыҡ ҙурлығын бик яҡшы аңлайым. Бөтә көсөмдө Башҡортостан Республикаһының артабанғы үҫешенә һәм уның халҡының тормошон яҡшыртыуға йүнәлтәсәкмен. Нәҡ ошоно һәр ҡайһығыҙҙан һорайым һәм тулы күләмдә талап итәм. Бөтә тырышлығыбыҙҙы туплағанда ғына республиканы артабан да үҫтереү бурысын атҡарып була.

Эште Рәсәй Президенты указдарына таянып төҙөйбөҙ. Эште асыҡлыҡ, законлылыҡ, эш урынында һәр ҡайһыбыҙҙың һөҙөмтәлелеге нигеҙендә төҙөргә тәҡдим итәм, - тип Радий Хәбиров залда ултырыусыларға мөрәжәғәт итте.

Төбәк етәксеһе булараҡ, оҙаҡ йылдар дауамындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Рөстәм Зәки улын «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләне. Үҙ сиратында Рөстәм Хәмитов яңы етәксегә һәр яҡлап ярҙам итәсәген белдерҙе.

Шул уҡ көндө Радий Фәрит улы Башҡортостандың элекке президенты Мортаза Рәхимов менән дә осрашырға өлгөрҙө. Белеүебеҙсә, 2003-2008 йылдарҙа Радий Хәбиров БР Президенты хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарғайны.

- Һеҙ аҡыллы кеше. Йәмәғәтселекте туплау, халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу маҡсатында үҙенсәлекле тәжрибәгеҙҙе йәлеп итерһегеҙ, тип ышанам, - тип белдерҙе ул.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы ла осрашыуҙың йылы шарттарҙа үтеүен билдәләне һәм элеке конфликт күптән юҡҡа сыҡҡан тип белдерҙе.

Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, Башҡортостан Башлығын беҙ 2019 йылдың сентябрендә һайлаясаҡбыҙ.

Гүзәл ЛАТИПОВА.


Читайте нас: