Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
19 Октябрь 2018, 11:27

Ашаған белмәй, тураған белә

Юл төҙөлөшө комплексын үҫтереүгә «Башкиравтодор» йәмғиәтенең Учалы юл ремонтлау-төҙөү идаралығы филиалы хеҙмәткәрҙәре ҙур өлөш индерә.

Юл төҙөлөшө комплексын үҫтереүгә «Башкиравтодор» йәмғиәтенең Учалы юл ремонтлау-төҙөү идаралығы филиалы хеҙмәткәрҙәре ҙур өлөш индерә.

Ашаған белмәй, тураған белә. Бер километр асфальтты түшәү өсөн генә күпме көс талап ителгәнен юл төҙөүселәр үҙҙәре генә самалай.

- Һөнәри байрамыбыҙҙы яҡшы кәйеф менән ҡаршылайбыҙ, - ти идаралыҡ етәк-сеһе Морат Илһамов. Шул уңайҙан алдынғы эшселәр-ҙе, водителдәр Андрей Замотохин, Николай Захаров, Алик Таипов, экскаваторсы Радмир Фәттәхов, машинистар Тайфур Нафиҡов, Наил Әхмәтшинды маҡтап телгә алды. Бөгөнгө көнгә идаралыҡ 112 миллион һумлыҡ эш башҡарған.

Иң ҙур эштәрҙең береһе, халыҡ күптән түҙемһеҙлә-неп көткән Учалы-Иманғол юлында 5,5 километр араға асфальт түшәй башлауҙары. Был турала ҡасанан бирле һөйләйбеҙ, ниһайәт, боҙ урынынан ҡуҙғалды.

- Быйыл план буйынса 39 млн. һум үҙләштерергә тейешбеҙ, эштәр дауам итә. Проект буйынса юл бер аҙ маршрутын үҙгәртәсәк, ошо арҡала газ, электр уты, элемтә бәйләнеше коммуникациялары күсерелә, - ти мастер Юрик Йәнгилдин. Тағы ла бер һөйөнөслө хәбәр, участканың әҙер бер өлөшө оҙаҡламай асыласаҡ.

- Асырға тейеш түгелбеҙ, әммә автомобиль йөрөү көсөргәнешен кәметеү маҡсатында мәжбүрбеҙ. План буйынса обьект киләһе йылдың сентябрендә тапшырылырға тейеш, - тип белдерҙе Морат Урал улы Илһамов.

Ағымдағы йылда Учалы-Мейәс автотрассаһының Ҡарт Муйнаҡ һәм Шартым ауылдары араһындағы 117-120-се километры ремонтланған. Бер км.былтыр ас-фальтлаһалар, ике км. ағымдағы йылда эшләнгән.

Ҡарт Муйнаҡ ауылы эргәһендә бер километр участканы яңыртҡандар. Ураҙ буйында биш км. участканы тендер һөҙөмтәләре буйынса силәбеләр эшләргә тейеш, шуға ҡарамаҫтан, беҙҙекеләр ҙә ситтә ҡалмаған - 1,3 километрҙың тәүге ҡатламын - силәбеләр, икенсе ҡатламын учалылар һалған. Эш киләһе йылда ла дауам итәсәк. Баҙарғол-Иманғол юлының 1,5 км. яңыртылған.

Ошо көндәрҙә өс обьектты төҙөкләндереү буйынса өс акуцион үткән һәм «Башкиравтодор» йәмғиәте еңгән. Белорет-Учалы-Мейәс юлының Ураҙ һәм Илтабан янындағы алты км. участка ремонтланасаҡ. Беҙҙекеләр эштәре күплектән өлгөрмәү сәбәпле, был эште «Башкиравтодор» йәмғиәтенең Белорет юл төҙөү-ремонтлау идаралығы башҡарасаҡ. Әлеге ваҡытта тәүге ҡатын тигеҙләп сыҡҡандар ҙа инде.

Учалы юлсылары тағы бер проблемалы участкаларҙың береһе - Учалы-Ахун-Ҡарағайлы автомобиль юлының 3,5 километрын асфальтлауға тотонғандар.

Белорет-Учалы-Мейәс йүнәлешендәге 120-124-се километрҙағы хәүефле участканы киләһе йылда төҙөкләндерергә уйлайҙар.

Халыҡтың үҙәгенә үткән Учалы-Межозерный юлында ла ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә, уның өс километрын яңыртҡандар ҙа инде.

Идаралыҡ таушалған юлдарҙы ҡабаттан тергеҙеү менән дә шөғөлләнә. Быйыл иһә Белорет-Учалы-Мейәс трассаһында ошондай ете километр аралағы япманы ремонтлағандар.

Әлиә ФӘРРӘХОВА.


Читайте нас: