Яйыҡ
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
26 Октябрь 2018, 10:46

Тырыштар уңышҡа өлгәшәләр

Тыуған еренә йәне-тәне менән береккән кешеләр була. Йәш эшҡыуар Булат Кәримов шундайҙарҙың береһе. Булат Марат улы икенсе йыл рәттән атаһы менән иген үҫтерә.

Тыуған еренә йәне-тәне менән береккән кешеләр була. Йәш эшҡыуар Булат Кәримов шундайҙарҙың береһе. Булат Марат улы икенсе йыл рәттән атаһы менән иген үҫтерә.

Ғөмүмән, улар бергәләшеп, кәңәшләшеп эшләргә күнеккән. Әлбиттә, яҡындары ла хәлдәренән килгәнсә ярҙамлашалар. Берҙәмлектә - көс, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Хужалыҡтарының эш һөҙөмтәләре быға асыҡ дәлил.

Булаттың атаһы Марат ағай ер эше менән күптән таныш. 1994-2001 йылдарҙа фермер хужалығы ойоштороп, иген үҫтерә, әммә илдә үҙгәрештәр башланғас, был шөғөлөн ҡалдырып торорға тура килә. Булат та фермерлыҡ менән беренсе йыл шөғөлләнмәй. Эште 2008 йылда картуф үҫ-тереүҙән башлай.

- Икенсе икмәкте 2016 йылға тиклем үҫтерҙек. Нимә тиһәң дә, уның мәшәҡәте күберәк. Һаҡларға урын кәрәк, өшөп бара, ҡоротҡос бөжәктәр ҙә тынғы бирмәй, ахырҙа, ултырып кәңәшләштек тә үҙебеҙҙе үҫемлекселектә һынап ҡарарға булдыҡ, - ти йәш эшҡыуар.

Һәм бер ҙә отолмайҙар, дөрөҫ йүнәлеш һайлайҙар. Ни өсөн тигәндә, хужалыҡ икенсе йыл рәттән баҫыуҙарынан яҡшы уңыш йыйыу-ға өлгәшә. Былтыр арпалары гектарынан илле центнер, бойҙай 25 цн уңыш бирә. Ҡарабойҙайҙары ғына һыната, шуға ла быйыл был культураны сәсмәгәндәр икән. Етмәһә, хаҡы ла юҡ, үҙен аҡламай, әлеге мәлдә килограмы биш һумға ҡалған. Эшҡыуарҙарҙың 500 гектарға яҡын ере бар, уның 150 гектарына - бойҙай, 15 га - һоло, 35 гектарына арпа, 40 га - рапс сәсәләр. Уңыштары ла насар түгел. Һәр ҡайһыһынан уртаса 25 цн уңыш йыйып алалар. Беренсегә сәсеп ҡараған рапстың гектар ҡеүәте биш центнер тәшкил иткән.

- Май культураһынан күберәк уңыш алырға булыр ине, әммә баҫыуыбыҙҙы Учалы ауылының берәҙәк йөрөгән малдары тапап әрәм итте. Билгә тиклем күтәрелгәйне, утыҙ-ҡырҡ проценты зыян күрҙе. Илсе эргәһендәге баҫыуҙарыбыҙға йылҡы малы инеп йонсота. Берәҙәк малдарға ҡасан да булһа берәй сара күрелерме-юҡмы инде, - ти Булат көрһөнөп. Техник культураны берәй үҫемлек майы етештереү предприятиеһына тапшырырға ниәтләйҙәр улар.

Таҙартылған, киптерелгән иген келәткә һалынған. Бойҙайҙың килограмын - 8 һум 50 тин, арпаны - 8, һолоно 7 һум менән халыҡҡа һаталар. «Сыбаркүл ҡошсолоғо» йәмғиәте менән күмәртәләп һатыуға килешеү төҙөгәндәр.

- Башҡалар, йыл насар булды, уңыш юҡ тип зарлана, ә һеҙҙең ҡуралар иген менән тулған. Бының моғайын берәй сере барҙыр, - тип ҡыҙыҡһынам Булаттан.

- Үҫемлекселектә иң мөһиме технологияны теүәл үтәү. Ерҙәрҙе көҙҙән һөрөп ҡалдырыу ҙа ҙур роль уйнай һәм, әлбиттә, сәсеү әйләнеше тигән төшөнсәне оноторға ярамай. Йәғни игенде йылдар дауамында бер генә баҫыуға сәсергә ярамай, урындарын алмаштырып торорға кәрәк, - тиҙәр Кәримовтар.

Әлеге ваҡытта хужалыҡ көҙгө баҫыу эштәре менән мәшғүл. Ерҙәрен туңға һөрәләр. Был эштә ауыл хужалығы колледжынан практикаға килгән Илнур Моратовты ла маҡтап телгә алдылар. «Тырыш, эшенә яуаплы ҡарай», - тиҙәр. Хужалыҡтың киләсәккә пландары ҙур. Иген майҙандарын ҙурайтырға иҫ-әптәре бар. Май культураларын һынауҙы киләсәктә лә дауам итергә уйлайҙар.

Булат Марат улы өлгөлө ғаилә башлығы ла. Тормош иптәше менән өс ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.

Мәҡәлә геройҙарының артабан да эштәренең уң булыуын, хужалыҡтарының алға барыуын теләйбеҙ.

Әлиә ДАУЫТОВА.


Читайте нас: