Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
2 Ноябрь 2018, 17:18

Камилдың ижады аша тергеҙелә

Бөгөнгө көндә интернет селтәрендә иң популяр Учалы кешеһе - Камил Бузыкаев була торғандыр. Кемдер нәфрәтләнеп теш шығырҙатһа, күпселек кешеләр эсе ҡатҡансы көлөп ҡабул итә уның эштәрен.

Бөгөнгө көндә интернет селтәрендә иң популяр Учалы кешеһе - Камил Бузыкаев була торғандыр. Кемдер нәфрәтләнеп теш шығырҙатһа, күпселек кешеләр эсе ҡатҡансы көлөп ҡабул итә уның эштәрен.

Камил Радик улы - зәһәр һәм ҡыйыу, көләкәс һәм иҫ китерлек һәләтле карикатура оҫтаһы. Һәләт һәм батырлыҡ - ҡайһыһы күберәк бирелгән тип аптырап та ҡалырлыҡ!

Рәссам 1968 йыл Малай-Муйнаҡ ауылында тыуған. Үҙе әйтмешләй, беренсе карикатураһы урмансы-олатаһына бағышлана: сабый шуҡлығы менән, уны ҡулына шешә тоттороп һүрәтләй. Аҙағынан олатайға өләсәй алдында, юҡ, урманға ейән менән сыҡҡанда эсмәнем, тип оҙаҡ аҡланырға ла тура килә. Ә Камил туҡтауһыҙ һүрәт төшөрөүҙә камиллаша.

Тәүҙә Дәүләткилдеев исемендәге сәнғәт гимназия-интернатын, һуңынан Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының сәнғәт-графика факультетын тамамлай. Башта күберәген скульптура йүнәлешенә өҫтөнлөк бирһә, һуңғы йылдарҙа рәссам булараҡ киң танылыу алды. Мәскәү, сит ил баҫмалары менән уңышлы хеҙмәттәшлек итә.

Һөйләп кенә килештерерлек түгел инде, тейешле (бик юғары!) баһа биреү өсөн һүрәттәрен мотлаҡ күрергә кәрәк. Хәйер, интернет быға мөмкинлек бирә. Ә ошо көндәрҙә Өфөләге «Галерея ART» сауҙа-күңел асыу комплексында Камил Радик улының шәхси күргәҙмәһе ойошторола.

Уны ҡарарға, хатта, Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров та килде, сараға мәртәбә өҫтәне. Әйткәндәй, бер нисә һүрәт Радий Фәрит улының үҙенә арналған. Ул сәйәси сатира жанрына ыңғай ҡарауын билдәләне.

-Рәсәй һәм Башҡортостанда сәйәси сатира ниндәйҙер йәмәғәт инструменты булараҡ юғалғайны. Республикала ул Камилдың ижады аша тергеҙелә, - тип билдәләй төбәк етәксеһе. Камил Радик улы дәрәжәле ҡунаҡҡа бер-нисә һүрәтен бүләк итте.

Яҡташыбыҙҙың ижады сетерекле инде, бер ҙә генә «әпәкәй-сәпәкәй» тип тормай бит. «Барыһы менән дә ризамын тип әйтә алмайым. Ләкин шуныһы асыҡ - был республика мәнфәғәттәре менән йәшәгән ирекле кешенең ижады», - тип тәьҫораттары менән һуңынан уртаҡлашты Радий Хәбиров.

Ә яҡташыбыҙ тамырҙары ҡайҙан икәнде онотмай. Интернет аша блиц-интервью эшләгәнебеҙҙә: «Учалы районында әле лә әсәйем, туғандарым йәшәй, тик шуныһы үкенес, теләгәнсә йыш ҡайтып йөрөп булмай.

Әммә ҡайҙа ғына булһам да, үҙемдең Учалынан икәнлек менән ғорурланам», - тип билдәләне. Афарин!

Илфат ЯНБАЕВ.


П.С. «Яйыҡ» гәзите Камил Бузыкаев менән тәүләп бәйләнешкә сыҡты. Ә бына атаһы, бөгөнгө көндә мәрхүм Радик Фәйзрахман улы редакцияла сит кеше түгел ине: уҡытыусы,

төбәк тарихы белгесе, велосипедта бар тиерлек республиканы байҡаған сәйәхәтсе - алсаҡ, ғәжәп дәрәжәлә әҙәпле, кеселекле,

дәрт-дарманы ташып торған Радик ағайҙы һаман булһа хәтерҙә һаҡлайбыҙ.

Ғөмүмән, Камил Радик улының шулай бер нимәнән ҡурҡмайынса тотоноуының сәбәбенә төшөнөү өсөн шәжәрәһенә күҙ һалыу ҙа етәлер. Халыҡ йырында исеме мәңгеләштерелгән Буҙыҡай-кантондың (Мөхәмәтйән Бузыкаевтың) тура тоҡомо бит ул. Рәсәй императоры Александрҙың коронацияһына саҡырылған кешенең дәрәжәһе бик тә юғары булғанлығы бер кемдә лә шик уятырлыҡ түгел.

Кантонлыҡ - 1798-1865 йылдарҙа төбәк менән идара итеү формаһы.


Читайте нас: