Төбәгебеҙҙә урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы (ППМИ) әүҙем эшләй. Уға ярашлы, ҡала-ауылдарҙа байтаҡ эштәр атҡарылды.
Иң мөһиме, был эштә халыҡ үҙе инициатива күрһәтә, республиканан күпмелер аҡса бүленә, бер аҙын урындағылар (халыҡ һәм үҙидара органдары) үҙҙәре табырға тейеш. Бында учалыларҙың дәррәү булыуы, үҙҙәре йәшәгән төбәкте төҙөкләндереүгә сығым бүлеүҙән баш тартмауы ҡыуандыра.
2014-2018 йылдарҙа Учалы районында 69,1 миллион һумға (41 ауыл һәм ҡала ултырағында) 62 проект тормошҡа ашырылған. Уның 43 миллион һумы - рес-публика, 10,5 млн. урындағы ҡаҙнанан бүленгән. Бағымсылар 9,3 млн. һум ярҙам күрһәткән, халыҡтан 6,3 млн. һум йыйылған.
2019 йылға Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһы ла старт алды. Ун һигеҙ ауыл биләмәһе һәм Учалы ҡала ултырағы ҡатнашасаҡ. Әлеге ваҡытта Озерный, Сораман, Кәрим, Ҡорама, Поляковка, Рысай, Малай Муйнаҡ, Первый Май, Иманғол, Ҡунаҡбай ауылдарында йыйылыштар үткән. Йыйылыштар 15 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Сараларҙа республикала әлеге программаны ғәмәлгә ашырыуҙа координациялаусы ролен үтәгән БР Фәндәр ака-демияһының Проект үҙәге хеҙмәткәре Рәфил Аҫылғужин ҡатнашты. Программаның урындағы проблемаларҙы хәл итеүгә булышлығы ҙур. Мәҫәлән, Малай Муйнаҡта бер тауыштан урындағы зыяратты төҙөкләндерергә килешкәндәр, первомайҙар иһә урамдарын яҡтыртыуҙы хәл итмәксе, рысайҙар ауылдарында мотлаҡ янғынға ҡаршы резервуар кәрәклеген белдерҙеләр.
Миндәк ауыл хакимиәтенә ҡараған Озерный ауылында ла йыйылыш үткән, етмештән ашыу кеше ҡатнашҡан. Көн тәртибендә программала ҡатнашыу; проект һайлау; өҫтәмә финанслауҙа халыҡ индерәсәк сумма; башлап йөрөү төркөмөн һайлау мәсьәләләре булды. Йыйылышты биләмә башлығы Зөлфиә Ишмәмә-това алып барҙы.
- Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан субсидия бүленәсәк. Был аҡса биләмәне төҙөкләндерергә тәғәйенләнә. Конкурста еңергә беҙҙең дә мөмкинселегебеҙ бар, әммә бының өсөн берҙәм булырға һәм теләк кенә кәрәк. Дөйөм эшкә һәр кем үҙ өлөшөн индерер, тип ышанам, - тип бел-дерҙе Зөлфиә Закир ҡыҙы.
Халыҡ проектты һайлауға етди ҡараны. Һөҙөмтәлә, күпселек тауыш менән «Урам яҡтыртҡыстарын капиталь төҙөкләндереү» проектын хупланылар. Әйткәндәй, йыйылышҡа тиклем халыҡ араһында етди әҙерлек эштәре алып барылған, алдан йыйылыш үткән. Халыҡ араһында 2019 йылда урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса конкурс һайлауында ҡатнашыу өсөн анкета һорауҙарына яуаптар алынған.
Амангилде ауыл Советына ҡараған Сораман ауылында ла йыйылыш үткән. Анкетала ҡалдырылған һәм халыҡтың тәҡдимдәрен иҫәпкә алып сорамандар урындағы инициативаларға нигеҙләнгән йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү конкурсында ҡатнашырға ҡарар ҡабул иткән. Шулай уҡ улар ҙа озерныйҙар кеүек «Урам яҡтыртҡыстарын капиталь төҙөкләндереү» проектын һайлаған.
Иманғолдар бер тауыштан балалар баҡсаһын төҙөкләндерергә кәрәк, тип килешкән, ҡунаҡбайҙар конкурста еңһәләр, яңы биҫтәләренең урам яҡтыртҡыстарын капиталь төҙөкләндерергә ниәтләй. Төҙөкләндерергә кәрәкле объектты билдәләү - эштең башы ғына. Артабан ултыраҡтар тормошҡа ашырыласаҡ проекттарын һайлап алыу конкурсында ҡатнашасаҡтар. Еңеүселәр 2019 йылдың апрелендә билдәле буласаҡ.
Урындағы башланғыстарға ярҙам-2019 программаһы тураһында тулы мәғлүмәтте ҡала һәм ауыл хакимиәттәрендә, шулай уҡ район Советында 6-24-34 телефоны буйынса һәм район хакимиәтенең рәсми сайтында алырға мөмкин.