Йыл һайын 10 ноябрҙә Рәсәйҙә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй.
Донъялағы һәр һөнәрҙең үҙ тәғәйенләнеше бар. Әгәр ҙә игенсе булмаһа - иген һуғылмаҫ, юлсыһыҙ юлдар һалынмаҫ ине. Полиция хеҙмәткәрҙәренең дә йәмғиәт алдындағы бу-рысы мөһим - хоҡуҡ һәм тәртип һаҡлау, илебеҙҙең тотороҡлоғон, халыҡтың тыныс, имен тормошон тәьмин итеү.
Тәүәккәллек, түҙемлек һәм үҙ эшеңә мөкиббән бирелеүҙе талап иткән шөғөл был.
Учалы эске эштәр бүлегенә, үҙенең бурысын теүәл башҡарған участка инспекторы Рәмил Хәмитовтың хеҙмәттәштәре алдында дәрәжәһе бар. Рәмил 1982 йылда Килмәк ауылында тыуған. Мәктәп йылдары үткәс Сибай Башҡорт дәүләт институтының тарих факультетын тамамлай. Ватан алдындағы бурысын Тула ҡалаһындағы эске эштәр ғәскәрҙәрендә үтә - снайпер булып хеҙмәт итә. Хеҙмәттән ҡайтҡас, 2006 йылда милицияға эшкә урынлаша. 2007 йылдан алып ул Миндәк ҡасабаһы биләмәһе участка инспекторы вазифаһын үтәй.
- Эш башлаған мәлдә күңелде тулҡынланыу ҙа, ҡурҡыу ҙа хисе биләп алғайны. Хәрби әҙерлегем ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмаҫҡа ярҙам итте, - ти полицияның участка вәкиле. - Беҙҙең хеҙмәт язаға тартыуға ғына ҡайтып ҡалмай, ә хәлебеҙҙән килгәнсә барыһына ла ярҙам итергә тырышабыҙ. Тамаҡ ярып ҡысҡырыуҙы түгел, тыныс ҡына аңлатыуҙы өҫтөн ҡуям. Кешеләр ҙә эшебеҙҙе аңлай, аҙаҡ килеп рәхмәт әйтеп китәләр - дәрт өҫтәлә.
Урындағы халыҡ башлыса үҙ-ара низағ, урлашыу осраҡтары менән мөрәжәғәт итә. Шулай уҡ «Үҫмер», «Алкоголь», «Мигрант» операциялары үткәреп торабыҙ. Спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеүселәр менән көрәш алып барыла. Йәшерен араҡы, спирт һатыусылар тотолоп торалар. Уларға административ штраф һалабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ҡайһылары һаман «шөғөлөн» ташларға уйламай. Әммә һуңғы арала харам һатыныусылар кәмей башланы.
Шулай уҡ иҫәптә тороусыларҙы тикшереү, ғаризалар менән эш - былар барыһы ла участка вәкиле бурысы.
Полиция мал урланыуын иҫкәртеү маҡсатында даими рәүештә профилактик саралар уҙғара, әммә мал хужала-рына ла уяулыҡты юғалтырға ярамай, тине ул беҙгә.
- Бигерәк тә көтөүгә ҡыуылмаған малдар юғалыусан, әммә, шөкөр, һуңғы араларҙа был осраҡтарҙың булғаны юҡ, - ти полиция майоры.
Шулай, йәмәғәт, әгәр ҙә йыл буйына әсе тир түгеп көткән мал-тыуарығыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡҡығыҙ килмәһә, уларҙы көтөүгә ҡыуығыҙ, төнгөлөккә иреккә сығармағыҙ.
Рәмил Хәмитов өлгөлө хеҙмәткәр генә түгел, яҡшы ғаилә башлығы ла. Хәләл ефете Ләйсән менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Өлкән ҡыҙҙары Алһыу икенсе класта уҡып йөрөй, кескәй Фидан әлегә балалар баҡсаһында йөрөй.
Эшен яратып, бөтә күңелен һалып башҡарғандар бер ҡасан да һынатмай. Рәмил Хәлфетдин улы ла намыҫлы, тырыш булыуы менән етәкселәре һәм хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанып, яҡшы күрһәткестәргә ирешә.
Полицияның участка вәкилдәре бүлексәһе начальнигы Заһит Усманов үҙ бурыстарына бик етди һәм ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған Рәмил Хәмитовты, Уральск ҡасабаһы участка инспекторы Нияз Зияетдиновты, Бөйҙө участка инспекторы Руслан Әхмәтйәновтарҙы ла маҡтап телгә алды. Барыһын да байрам менән ҡотлайбыҙ!