Яйыҡ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
13 Ноябрь 2018, 10:34

Чемпионат үтте Өргөн күлендә

Үткән шәмбе Өргөн күлендә ҡышҡы йөҙөүҙәр менә шөғөлләнеүсе һәм был спорт төрөн үҙ итеүселәр өсөн Башҡортостан буйынса чемпионат үтте.

Үткән шәмбе Өргөн күлендә ҡышҡы йөҙөүҙәр менә шөғөлләнеүсе һәм был спорт төрөн үҙ итеүселәр өсөн Башҡортостан буйынса чемпионат үтте.

Был көндө һауа температураһы минус 17-18, ә һыуҙа плюс 0,7 булыуға ҡарамаҫ-тан ярышҡа барыһы ла тулы әҙерлек менән килгәйне.

Был турнарҙа Ҡырмыҫҡалы районынан, Өфөнән, Нефтекамскиҙан, Миәс, Каменск-Уральск, Ревда, Түбәнге Тагил, Екатеринбург һәм Пенза ҡалаларынан барыһы 80-ләп спортсы ҡатнашты. Ҡатнашыусыларҙың йәше 13 йәштән 70 йәшкә тиклем ине.

БР Чемпионатын тантаналы асыуҙа Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Башҡортостандың Ҡышҡы йөҙөү һәм сынығыу федерацияһы етәксеһе Александр Пенкин һәм район хакимиәте башлығының социаль-сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко ҡатнашты. Йылы һүҙҙәр әйтеп спортсыларҙы дәртләндерҙеләр.

«Морж»дар ике көн буйына ирекле һәм брасс стилдәрендә өс төрлө дистанцияла ярышып иң-иң етеҙҙәрҙе асыҡланылар. Ирекле йөҙөү буйынса 25, 50, 100 һәм 200 метрға, эстафета һәм ирекле брасс буйынса ярыштылар.

Учалы командаһынан 15 кеше ҡатнашты, шуларҙың алтыһы балалар булды һәм бөтәһе лә призлы урындар яуланылар. 3-сө лицейҙың 11 класс уҡыусыһы Кәримов Марат кроль (ҡолас ташлап йөҙөү), баттерфляй һәм 25 метрға ирекле йөҙөү ярыштарының барыһында ла беренсе урын алып абсолют чемпионат титулын яуланы. Ғатауллин Данил 25 метрлыҡ кролдә, браста беренсе урын яулаһа, баттерфляйҙа 2-се урынға өлгәште. Бер туғандар Дәүләтгәрәева Анелия беренсе урында баттерфляйҙан, 2-се урынды кролдән яулаһа, туғаны Лилиә кролдән беренселекте бирмәне. Сибәғәтов Айҙар кролдән дә, баттерфляйҙан да брастан да икенсе урынға лайыҡ булды, Жумағулов Кирилл беренсе урын бат-терфляйҙан, икенсе урынды ирекле йөҙөүҙән алды. Алты спортсы ла Башҡортостандың йыйылма командаһы составына керетелде.

Ололар араһында Суфиянова Венера 25 метрға кроль буйынса беренсе һәм 50 метрлыҡ дистанцияла икенсе булды, Мәғәфүрова Нәзимә 25 метр кролдә һәм 50 метрға йөҙөү буйынса икенсе, Шәһиев Әнүәр 50 метрға йөҙөү буйынса икенсе урын, 25 метрлыҡ браста өсөнсө урын, Андрей Саженков иһә брасс буйынса беренсе булһа, ҡалған төрҙәрҙә дүрт икенсе урын, ике өсөнсө урында булды. Лилиә Әйүпова 25 метрҙа һәм Хәйруллин Фәнил 50 метрлыҡ кролдә һәм 25 метрлыҡ батерфляй стилендә йөҙөү буйынса дүртенсе урында булдылар. Эстафетала команда ағзаларының суммалы йәштәре 200-гә еткән командалар араһында Шәһиев Әнүәр, Хәйруллин Фәнил, Хафизов Сәғитйән, Мәғәфүрова Нәзимә беренсе урын яуланылар.

Ә команда ағзаларының суммалы йәштәре йөҙ илленән кәм булған Әйүпова Лилиә, Баһауетдинов Артем, Саженков Андрей, Рәүел Мөхәметдиновтан торған команда икенсе урын яулауға өлгәште. Афарин!

Эстафета ярышталарында Учалы командаһы икенселекте алды. Шулай итеп, командалар араһынан беренселекте Усть-Каменогорск ҡалаһы йөҙөүселәре, икенсе урынды Өфө спортсылары алып ҡайтты. беҙҙең спортсылар ҙа һынатманы - улар өсөнсө урынға ышаныслы лайыҡ булдылар.

- Ҡатнашыусылар бик ҡәнәғәт булып ҡайттылар. Концерт номерҙары менән «Илһам» бал бейеүҙәре анса-мбле етәксеһе Нәфисә Зырьяноваға, алып барыусы Гүзәл Яуымбаеваға, бейеү оҫтаһы Аиша Таишеваға һәм шулай уҡ балалар ижад һарайы клубы етәксеһе Наил Ирмикимовҡа ҙур рәхмәттәремде еткерәм. Был ярыштар беҙҙең өсөн, ҡышҡы йөҙөү буйынса февраль айында Өфө ҡалаһында Рәсәй кубогына үтәсәк чемпионатҡа әҙерлек этаптары булды инде, - тине Нәзимә Мәғәфүрова беҙгә.

Алһыу ШӘНГӘРӘЕВА.


Читайте нас: