Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
16 Ноябрь 2018, 11:44

Донъялар - тыныс, ҡаҙҙар күп булһын

Ауылда һуғым ваҡыты яҡынлаша. Ҡар булмағас, халыҡ эре малға әле тотонмаған, ә бына ҡаҙ өмәләре башланды ла инде.

Ауылда һуғым ваҡыты яҡынлаша. Ҡар булмағас, халыҡ эре малға әле тотонмаған, ә бына ҡаҙ өмәләре башланды ла инде.

Нисек уҙа бөгөн бындай өмәләр? Һәйтәк ауылынан Ғәлиә Сафиуллина шылтыратып: «Шаршамбы көнө ауылда ҡаҙ өмәһе байрамы уҙғарабыҙ», - тигәс, беҙ ҙә ҡа-ҙын йолҡоп, йола ҡарап ҡайтайыҡ, тип юлға сыҡтыҡ. Хәтерегеҙҙә булһа, быйыл йәй көнө һәйтәктәр бергәләшеп «Бәпкә сәйе» лә уҙғарғайнылар. Был турала гәзит биттәрендә тәфсирләп яҙҙыҡ, әле ошо йоланы дауам итеп, ауыл менән ҙурлап үткәрергә булғандар икән.

Ҡайһы йортта өмә икән, тип оҙаҡ эҙләп мәшәҡәтләнергә тура килмәне. Шарҙар, төрлө ҡул эштәренән биҙәлгән йорттоң ҡапҡаһы шар асыҡ. Ихатала кеше күп күренә, олоһо ла кесеһе лә бындалар. Хужабикә әйҙүкләп ҡаршыбыҙға сыҡты.

- Матур сара ойошторғанһығыҙ. Эштәрегеҙ уң булһын!

- Йәй «Бәпкә сәйе»н уҙғарған ваҡытта, ҡаҙҙарыбыҙ иҫән-һау ҙурайһа, өмә уҙға-рырбыҙ, тип килешкәйнек. Ғөмүмән, боронғо йоланы һаҡлап, өмә-байрам үткәреү күптәнге хыял ине. Ошо тәҡдим менән мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иткәс, дәррәү күтәреп алдылар. Алдан әҙерләндек, бергә йыйылышып сценарий яҙҙыҡ, йырҙар һайланыҡ, таҡмаҡтарын да үҙебеҙ сығарҙыҡ. Учалы ағинәйҙәре етәксеһе Мәрзиә Солтанбаеваға ҙур рәхмәтлемен, те-ләгебеҙҙе ул да хупланы, - ти хужабикә. Ғәлиә апай ҡаҙҙы йыл да үҫтерә. Быйыл 30 бәпкә ҡарап үҫтергән.

Саранан олоһо ла, йәше лә ситтә ҡалмаған. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, уның әүҙем ағзалары Филүзә Сәғиҙуллина, Әлфиә Ғәбиҙуллина, Әнисә Ғәликәева, Әнүзә Йәһүҙина, хужабикә Ғәлиә Сафиуллина, уның ҡыҙы Альбина Бүләкова, оло апайҙар Роза Вәлиуллина, Идиә Кирәева, күршеләре Зөһрә Фәррәхова, Айгөл Исаева, Ғәбиҙуллиндарҙың ғаиләһе, ауылдың имамы Рәфис Байморатов, ветерандар Советы рәйесе Зәйнулла Йәнгизов, Фәнит Шаһиев, Рәсил Ғәликәевтар, Учалы ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар ҡатнашты.

- Ошондай өмәләр беҙҙең тарихыбыҙҙы, көнитмешебеҙҙе сағылдыра. Тап ошондай сараларҙа йәш быуын халҡыбыҙҙың йолалары, фольклоры менән таныша. Уның әһәмиәте бик сикһеҙ. Хужаларға ла еңелдән түгел, сөнки сараға ныҡлап әҙерләнергә кәрәк, - тип билдәләне Мәрзиә Солтанбаева.

Мәрзиә Сәғит ҡыҙы ҡаҙ өмәһенә үҙе менән ҡунаҡтар ҙа алған. Районыбыҙҙың әүҙем ағинәйҙәре - Уральскиҙан Гөлниса Камалова, Ишкендән Илүзә Ғимәҙова, Танычауҙан Рәдинә Мөслимовалар алыҫ араларҙы яҡын итеп килгәндәр, бергәләшеп ҡаҙын да йолҡтолар, һәләттәрен дә күрһәттеләр.

Ҡаҙ өмәһендә бик күп матур һүҙҙәр яңғыраны, донъяларҙың имен булыуын, иҫәнлек-һаулыҡ, хәләл ризыҡтар теләнеләр. Халыҡтың ҡаҙ-өйрәктәрҙе күпләп үҫтереүе, етеш тормошҡа ынтылыуы, борондан ҡаҙ өмәләренең ауылдаштарҙы берләштереүе, йәштәрҙең тап ошонда ололарҙан эшкә өйрәнеүе тураһында ла һөйләнеләр. Шулай уҡ йола үтәүсе хужабикәнең тырышлығын, балаларын тәрбиәле итеп үҫтереүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, уға артабан да сәләмәтлек, йәшәү дәрте, хеҙмәт һөҙөмтәһе булған ҡаҙҙарының ите тәмле булып, ризыҡҡа яҙһын, тип теләнеләр. Ғәлиә апай, үҙ сиратында, хөрмәт итеп өмәгә ки-леүселәрҙең бөтәһенә лә рәхмәтен еткерҙе. Учалы ауыл хакимиәтенең эштәр менән идарасыһы Рәйсә Нәжметдинова ла буш ҡул менән килмәгән, өмәне ойоштороусыларға матур бүләктәр тапшырҙы.

Йорт хужаһы Нарис ағай ҡаҙҙарҙы салғандан һуң, эш башланып китте. Ҡатын-ҡыҙҙар һуйылған ҡоштарҙың муйындарын бәйләп ҡуйып, ҡайнар һыуҙа тотоп алғандан һуң, берәм-берәм ҡаҙ йолҡоусыларға тапшырҙы. Ә уларҙың етеҙ ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәне хатта.

- Ҡаҙ ите тәмле шул, бишбармаҡ, картуф, һуған менән бешерһәң, телеңде йоторлоҡ. Эсәк уралған тәпейен, башын да яратып ашайбыҙ, бауырынан ҡоймаҡ бешерәбеҙ. Ит турағыстан үткәреп, пиццаға, бәлешкә һалабыҙ, - ти тилбер ҡатындар.

- Элек, беҙ йәш саҡта, ололар ҡаҙҙарҙы һыуға тыҡтырмай ине, мамығы насарая тип. Ҡоро килеш, йәки үтекләп йолҡтоҡ.

Һауынсы булып эшләнем, эш араһында тиҙ генә биш-алты ҡаҙҙы һыпырып таҙартырға өлгөрә инек. Бармаҡтар нисек ауыртмай түҙгәндер, - тип хәтирәләргә бирелде ул.

Ҡаҙҙарҙы йолҡҡанда ҡатын-ҡыҙ йырлаһа, ҡаҙ уңа тигән ышаныу бар. Өмәселәр йыр артынан йыр яңғыратты.

Ниһайәт, мамыҡтан таҙарынған, эс-ҡарыны алынған ҡаҙ түшкәләре өҫтәлгә теҙелешеп ятты. Өмәселәр уларҙы һыу буйына алып барып йыуырға әҙерләнә башланылар.

Ҡаҙҙарҙы көйәнтәләргә элеп, гармун уйнатып, ауыл буйлап үтеү матур һәм күңелле күренеш булды. Ғәлиә апайҙың ҡыҙы Альбина хужабикәгә мал, ҡош-ҡорт ҡото теләп, юлға ҡаҙ ҡауырһындары һипте.

Юл буйы йырҙар йырланды, теләктәр теләнде, оло апайҙар элек ҡаҙ өмәләрендә нисек йөрөүҙәрен иҫтәренә төшөрҙө. Әйткәндәй, ауылдың вете-рандар Советы рәйесе Зәйнулла Йәнгизов мәкене алдан уҡ уйып әҙерләп ҡуйған. Һалҡын һыуҙа йыуылған ҡаҙ түшкәләре тағы ла матурайып, ҡабарып киткәндәй күренде.

Эштәрен теүәлләгәндән һуң, өмәлә ҡатнашыусылар өҫтәл артына ултырышты. Йола буйынса, өмәлә һуйылған ҡаҙҙарҙың береһен бешереп, табынға ҡуйҙылар. Хужабикә өмәселәргә, йоланы башҡарып сығырға ярҙам итеүсе клуб хеҙмәткәрҙәренә ысын күңелдән рәхмәтен еткерһә, өмәселәр алдағы йылдарҙа ла ҡош-ҡорттарының ишле булып, күркәм байрамға тағы бергә йыйылырға яҙһын, тигән теләк менән таралыштылар.

Әлиә ДАУЫТОВА.


Читайте нас: