Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
23 Ноябрь 2018, 15:05

Мәңгелек урман мәңгелекме?

Ауылға йәм биргән урман тотошлайға киҫелеүгә, көтөүлектәр юҡҡа сығыуға, юлдар теткеләнеүгә ныҡ борсола ҡолоштар.

Ауылға йәм биргән урман тотошлайға киҫелеүгә, көтөүлектәр юҡҡа сығыуға, юлдар теткеләнеүгә ныҡ борсола ҡолоштар.

Урман киҫелергә тейеш. Кире осраҡта ултырған урынында серей, янғында яна, ауырып йә ҡоротҡос бөжәктәр зыянлауҙан юҡҡа сығасаҡ бит.

Ә беҙҙең районда өлөргән һәм артыҡ етешкән ҡайынлыҡтар саманан тыш күп. Тик бына урман ҡырҡыу ҙа төрлөсә ойошторолыуы мөмкин. Бөгөнгө көндә

бик күп урмандарыбыҙға хужа булып алған ҡуртымсылар (арендаторҙар) нисек эш иткәнен күреү өсөн Ҡолош яҡтарын байҡаныҡ.

Бәҙрәфлек тә

фанера юҡ

Һораша башлағас, Учалы лесничествоһы буйынса бүлектән беҙгә: «Учалы лесни-чествоһы Уральск участка лесничествоһының 17-се, 18-се кварталдарында өлгөргән һәм артыҡ етешкән урмандарҙы киҫеүҙе «Өфө фанера-плита комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара», - тип яуапланылар. Ә интернет селтәрендә ошондай рәсми хәбәрнамәгә тап булдыҡ: «...БР Хөкүмәтенең матбуғат-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ҙур форматлы фанера сығарыу бу-йынса инвестиция проекты тамамланып килә. Хаҡы - 2,1 миллиард һум тирәһе. Проектты реализациялау өсөн «Өфө фанера комбинаты» йәмғиәтенә йылына бер миллион кубометр ағас алырлыҡ урман участкалары арендаға бирелде».

Тап беҙҙең урмандар тураһында һүҙ бара ла инде. «Өфө фанера-плита комбинаты» һәм «Өфө фанера комбинаты» - ҡайһыһы ҡайһыһының эйәрсән предприятие икәнлегенән беҙгә әллә ни айырма юҡ. Шуныһы үкенес - миллиард һумлыҡ инвестиция проектын ашырған, исемендә «фанера» һүҙен йөрөткән предприятиеның, исмаһам, бер-ике табаҡ фанераһы ла табылмаған икән. Ни заман хеҙмәткәрҙәрен Ҡолош ауылы осонда көнкүреш вагондарында йәшәргә һалып ҡуйып, ауылдағы етем әбейҙекесә генә булһа ла, бәҙрәф ҡорорға форсат тапмағандар бит. Тирә-йүнде бысратмаһындар өсөн ауыл старостаһы Хәҙис Сафиуллин әллә нисә тапҡыр барып бәҙрәф ҡороуҙарын талап итергә мәжбүр була - әҙәп кәрәк бит!

Башҡа дәғүә лә

етерлек

Үкенес, бөтә дәғүә был сетерекле мәсьәлә менән генә сикләнмәй шул. Быйыл көҙ күпләп урман киҫә һәм ташый башлағастары, ауыл халҡы урамға сығып, йөк автомобилдәренең юлын ҡаплай. Тегеләр ауылды уратып юл һалырға мәжбүр булалар (беҙ барғанда эш аҙағынаса еткерелмәгән ине әле), ә бына ултыраҡ-ара юлдың әле лә тетмәһе тетелә инде - ағас тейәгән автомобилдәр мыжғып тора. Башҡа үпкәләр ҙә етерлек. Ошо хаҡта эҙмә-эҙлекле рәүештә бәйән итәйек.

Бер-береһенә үтә

яҡын буғай...

Ҡолош халҡын зур-ҙур урман майҙандарының бер юлы ҡола яланға әйләндерелеүе борсолдора. Фотоға ҡарағыҙ әле, ысынлап та, ҡурҡыныс, килбәтһеҙ күренеш, һуғыш үткән ялан кеүек. Учалы лесничествоһынан аңлатма ал-дыҡ: урман декларацияһы һәм урмандарҙы үҙләштереү проекты нигеҙендә, диләнкә бүлеү менән урман арендалаусы яллаған белгестәр шөғөл-ләнгән; өлгөргән ҡайынлыҡтарҙы тотошлайға киҫкәндә беҙҙең зонала диләнкәнең киңлеге - 300 метр, майҙаны - 30 гектарға етеүе рөхсәт ителә. Шулай уҡ: «Урман төҙөлөшө (лесоустройство) материалдарында ағас киҫелгән участкаларҙа үр булыуы күр-һәтелмәгән, 18-се кварталда 5 градуслыҡ үр менән рельеф участкалары бар, ҡағиҙәләр буйынса рөхсәт ителә», - тип тә яҙҙылар редакцияға.

Байҡап сыҡтыҡ, бик киң булып тойолһа ла, ҡырҡындыны арҡырыға үҙебеҙ үлсәп торманыҡ. Беренсенән, бының өсөн, исмаһам, буссоль тигән прибор кәрәк: диләнкәнең оҙон яғына перпендикуляр һыҙат билдәләү өсөн. Ә икенсенән, бындай вәкәләт-тәребеҙ юҡ бит, махсус ойошма башҡарған үлсәүҙәр генә хаҡ тип ҡабул ителә торған.

Хәҙер нисектер, элекке ҡағиҙәләр менән үрле ерҙә ди-ләнкә киңлеге сикләнә торғайны. Беҙгә битләү рәсми яуапта күрһәтелгән 5 градустан күпкә текәрәк булып күренде, күтәрелгәнсе бер аҙ тынды ла ҡыҫты. Ә яҡында ғына Шәғәр йылғаһы аға, «водоохранные участки леса» тигән төшөнсә хәҙер тамам көсөнән сығарылды микән?

Юҡ, закон боҙолған тип әйтмәйбеҙ, әммә төпсөнөп, квалификациялы тикшереү ойоштороу ҡамасауламаҫ ине! Ә беҙҙе иң һағайтҡаны - ике ҙур диләнкәнең бер-береһенә саманан тыш яҡын урынлашыуы. Интернеттан эҙләп табып, ғәмәлдәге Ағас әҙерләү ҡағиҙәләрен ҡараныҡ. «Заруб» тигән төшөнсәләр менән башығыҙҙы бутап тормайбыҙ, ябайлаштырып ҡына яҙайыҡ. Беҙҙең шарттарҙа бер йылда башҡарылған ҡырҡындылар (лесосека) араһы кәмендә бер ҡырҡынды киңлеге ҡалдырылырға тейеш, йәғни 300 метр. Ҡолош тирәһендә диләнкәләр бик күпкә яҡыныраҡ урынлашҡан булып күренә, шуға ла тирә-йүн ҡола яланды хәтерләтә башлаған, исмаһам, ошоно тикшертергә ине!

Эйе, ҡурҡыныс күренеш. Салғысыларҙың артында сабылған үлән яҫмалары теҙелеп ятып ҡалғанын барығыҙ ҙа күргәне бар инде. Ҡолош янындағы диләнкәләрҙә лә ниндәйҙер тиле алпамыша салғы һелтәгән тиерһең, тик бындағы «баҡуйҙар»ҙа үлән түгел, ағас остары һәм ботаҡтары, йыуан-йыуан ағас төптәре өйөлгән. Шул хәтлем күп утын ҡалдыҡ-боҫтоҡ менән буталып, серергә ҡалдырылдымы икән?

«Ағасты тәрән эшкәртеү», «урманды рациональ файҙаланыу», «2030 йылға тиклем урман комплексы стратегияһы» тураһында тел сарлай торғас, шундай көнгә лә килеп еткәнбеҙ - күпме байлыҡ күрәләтә тәләф ителеүе мөмкин. Заманы шул инде, барыһы ла һөттөң ҡаймағын ғына һөҙөп алырға ынтыла. Беҙҙе был тапҡырҙа икенсе мәсьәлә нығыраҡ борсолдорҙо: өйөмдәр артабан да әлегесә ҡалдырыла икән, киләһе йылда урман янғындары дөрләйәсәге көн кеүек асыҡ. Ауылға терәлеп торған кварталда! Үрҙең буйынан-буйына шул ҡәҙәр күп ағас оҙон һәм бейек яҫмаларҙа ҡалһа, ут йәһәт тараласағын күҙаллау өсөн әүлиә булыу ҙа талап ителмәй. Бергә уҡмашҡан «үле» ағас өйөмдәре сир һәм ҡоротҡос бөжәктәр таралыуға булышлыҡ итеүе тураһында ла иҫтә тотор кәрәк.

Урындағы кешеләр менән һөйләштек: киҫелгән, боталған ағасты утынға бик тә теләп алырҙар ине, тик килгәндәр икән, штраф менән ҡурҡытып ҡыуып ҡайтарғандар, ти. Ә урындағы вазифалы иптәштәр, был мәсьәләне хәл иттек, тип беҙгә әйткәндәр ине. Ҡыҫҡаһы, был һорауға тиҙерәк асыҡлыҡ индереү зарур. Күрәләтә сереткәнсе (йә яндырғансы), урындағы халыҡ саҡ ҡына файҙа күрер ине бит.

Йыйын ҡыҙыу

үтте ауылда

18 ноябрь көнө Ҡолошта йыйын үтте, Ҡотой менән Иш-мәкәйҙән дә киләләр. Байтаҡ һорауҙар ҡарала, әммә бөгөнгө көндә иң борсоғаны - тап урмандың күпләп киҫелеүе. Аңлашыла инде, ауыл янындағы урманды быуат-быуат ваҡыт ҡәҙерләп һаҡланылар, хатта, һуғыш йылда-рында үҙҙәре утынһыҙ өшөһә өшөйҙәр, балта тейҙермәгәндәр бит. Аптыраған көндән интернет селтәре аша ҡолоштар «һайланма» («выборочная»), «аҡрынлап» («постепенная») урман ҡырҡыу ысулдарын тәҡдим итәләр. Эйе, был ысулдар экология, рекреация һәм туризм, ауыл хужалығы мәнфәғәттәренән бик отошло, алдынғы илдәрҙә киң ҡулланыла. Рәсәйҙә лә иҫәпкә барлығын бар, әммә урманды бер юлы тотошлайға киҫеү килемде күберәк бирә. Ә ситтә йәшәгән арендаторҙарҙы урындағы кешеләрҙең аһ-зары әллә ни борсомай торған.

Эйе, урманды һайланма ҡырҡыу ысулы менән генә үҙләштереү талабы ҡуйып буламы, тигән һорауыбыҙға Учалы лесничествоһы буйынса бүлектән: «...урман участкаларын арендалаусы алдында бындай шарттар ҡуйыу мөмкинлеге ҡаралмаған», - тип кенә ҡырт киҫтеләр.

Үҙ мәнфәғәтеңде

яҡларға!

Заман башҡа - заң башҡа, урмандар ҡуртымсыларға өләшелгәс ни эшләйһең, тип кенә ҡул һелтәү килешмәҫ. Беренсенән, арендаторҙар ғәмәлдәге закон-ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәүенә йәмәғәт контроле башҡарыу, вәкәләтле ойошмаларҙан тикшереүҙәр үткәреүҙе талап итеү бер ҙә артыҡ түгел! Ҡағиҙәләр тай-пылышһыҙ үтәлә икән, зыян әһәмиәтле дәрәжәлә кәмер.

Ә икенсенән, Дәүләт Думаһындағы, Ҡоролтайҙағы депутаттарыбыҙға мөрәжәғәт итергә мөмкин - тап улар РФ Урман кодексына үҙгәрештәр индереүҙе ҡайғыртырға тейеш бит. Мәҫәлән, урман ҡуртымсыларына урындағы власть органдары менән килешеп эшләү бурысын йөкмәтеү, урындағы кешеләргә утын һәм төҙөлөш ағасы алғанда өҫтөнлөк биреү һәм башҡа. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, иламаған баланы имеҙмәйҙәр, хоҡуҡи даирәлә үҙ мәнфәғәттәрен яҡлай белгән әүҙем граждандарға әйләнәйек, хөрмәтле яҡташтар!

БР Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров чиновниктарҙы социаль селтәрҙәрҙә иғтибарлы булырға саҡырҙы. Ҡолоштарҙың аһ-зарын фәҡәт интернетта абайлағас, үҙебеҙ барып күрҙек тә, мәғлүмәт биреүҙе һорап «Лесничестволар идаралығы» учреждениеһының Учалы лесничествоһы буйынса бүлегенә электрон почта аша ғына мөрәжәғәт иттек.

Афарин, «ҡағыҙ бутҡаһы» ҡайнатмайынса, йәһәт кенә яуап бирҙеләр. Халыҡ урман үҙләштереүҙең законлылығын тикшереүҙе һорап мөрәжәғәт итә икән, ул тапҡырҙа ла һынатмаҫтар, моғайын.

Илфат ЯНБАЕВ.

Читайте нас: