Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
30 Ноябрь 2018, 10:46

ВИЧ - быуат афәте

Йыл һайын декабрҙең беренсе көнө Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө тип билдәләнә.

Йыл һайын декабрҙең беренсе көнө Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө тип билдәләнә.

Был дата хәүеф менән янаған ауырыу тураһында онотмаҫҡа өндәй, сирле кешеләрҙең ярҙамға һәм иғтибарға мохтаж булыуын тағы ла бер тапҡыр хәтеребеҙгә төшөрә. Данил биш йыл элек СПИД, ВИЧ тураһында телевизорҙан, гәзит-журналдарҙан ғына уҡып белә торғайны. Бәләкәй генә ҡалала уны йоҡ-тороу мөмкин түгел, тип уйланы. Егет тәртипле ғаиләнән, мәктәптә тырышып уҡый. Артабан үҙе теләгән уҡыу йортона инә. Диплом алғас, баш ҡалала ҡалырға тәҡдим булһа ла ризалашмай, тыуған яҡтарына эшкә ҡайта. Һөнәре буйынса эшкә урынлаша, яйлап аҡса йыя башлай. Йыл һайын ялын йылы яҡтарҙа үткәрә. Был юлы сит илгә путевка ала. Барыу менән үҙе шикелле йәштәр менән таныша. Төрлө байрам-кисәләргә, дискотекаларға йөрөйҙәр. Бер көн бейеп йөрөгәнендә күҙе ҡара тәнле ҡыҙға төшә, бейергә саҡыра. Конго һылыуҡайы Мәскәүҙә медицина университетында белем ала. Кис дауамында бергә кәйеф-сафа ҡоралар, дискотеканана һуң ҡыҙмаса йәштәр отелгә юллана. Таңға хәтлем мөхәббәт уйындары менән булалар.

Иҫерек булғас, һаҡланыу саралары тураһында ла оноталар. Иртәгәһенә осрашырға һүҙ ҡуйышһалар ҙа, ҡыҙыҡай саҡырған урынға килмәй. Бер нисә көндән Данил ҡайтып китә. Бер ай үткәс, тәнендәге ҡыҙыл сабыртмаларға иғтибар итә, етмәһә, температураһы күтәрелә. Тәүҙә һыуыҡ тейҙергәнмен, тип уйлай.

Әммә, дарыуҙар эсеүенә ҡарамаҫтан, температураһы төшмәй, күҙҙәренең ҡыҙарыуына, хәлһеҙлегенә зарлана. Ахырҙа дауаханаға мөрәжәғәт итә. Егеткә антибиотиктар яҙып бирәләр, ҡанға анализдан тыш, ВИЧ-ҡа, гепатитҡа тикшерелергә ҡушалар. Ике аҙнанан табипҡа ҡабаттан күренә, уға ВИЧ-инфекциялы икәнен әйтәләр. Аяҡ аҫтында ер убылғандай була, әзмәүерҙәй егет саҡ һушын юғалтмай. Үлемесле сирҙе отпуск мәлендә ҡара тәнле һылыуҡайҙан йоҡторғанын аңлай. Сирҙең нимә икәнен дә белмәгән, ғүмерендә анальгин менән аспириндан башҡа дарыу ҡабып та ҡарамаған егет шок хәлендә ҡала. Тәүҙә үҙ-үҙенә ҡул һалырға ла уйлай, тик ата-әсәһен йәлләй.

- Ҡурҡыныс диагноз менән бергә яңы тормош башларға тура килде. Сирле икәнемде яҡындарымдан башҡа бе-реһе лә белмәй. Тәүҙә ҡыйын ине, хәҙер өйрәндем. Ғаиләлә миңә айырым һауыт-һаба тоталар. ВИЧ-тың әйбер аша йоҡмағанын белһәләр ҙә, һауыт-һабама тейергә ҡурҡалар. Хатта бер тапҡыр ҡулымды ныҡ итеп ҡырҡҡас, ярамды үҙемә бәйләргә тура килде. Бер кемде лә ғәйепләмәйем, әгәр ҙә ауырымаһам, ВИЧ-инфекциялыларға минең дә мөнәсәбәтем шундай булыр ине. Хәҙер миңә һалҡын тейҙереү ҙә хәүеф менән янай. Һау кеше киҫкенреспираторлы ауырыуҙан бер аҙна эсендә төҙәлә, ә мин ай буйы түшәктән тормайым. Эштә бер туҡтауһыҙ больничный алырға тура килә. Күптән ҡотолорҙар ине, яҡшы белгес булғаным өсөн генә тоталар. Ди-агноздан һуң дуҫтар менән дә аралар һыуынды. Ара-тирә шылтыратып, хәлемде белешкән булалар, ә урамда күрешһәк, ҡул бирмәйҙәр. Әлбиттә, барыһына ла үҙем ғәйепле, СПИД, ВИЧ тураһында көнө-төнө иҫкәртеүҙәренә ҡарамаҫтан, уйындан уймаҡ сығарҙым, хәҙер терһәкте тешләрҙәй булам, - тип уфтанды Данил.

Һуңғы йылдарҙа тап Данил кеүек енси юл менән зарарланыусылар һаны артып, бөтә ауырыуҙарҙың 58%-ын тәшкил иткән. Осраҡлы енси бәйләнеш, тәртипһеҙ йәшәү рәүеше - былар бөтәһе лә ВИЧ-инфекцияһы йоҡтороу хәүефен арттыра.

Икенсенән, ВИЧ йөрөтөүселәр наркомандар артыуы иҫәбенә тулылана. Мәҫәлән, 90-сы йылдар башында республикабыҙҙа ни бары туғыҙ СПИД йөрөтөүсе ине.

Шул ваҡыттан алып бөгөнгәсә ВИЧ-инфекциялы 22 мең 979 ауырыу теркәлгән. Ә ысынбарлыҡтағы сирлеләр һанын билдәләр өсөн был һанды унға ҡабатларға кәрәк. Бик хәүефле күрһәткес. Быйыл ғына 2203-тән ашыу зарарланыусы асыҡланған. Улар араһында 1 339 ир һәм 864 ҡатын-ҡыҙ.

ВИЧ-инфекциялы 424 йөклө ҡатын теркәлгән, 338-е - бала тапҡан. Быйыл 22-26 октябрь арауығында ғына лаборатор юл менән 58 сирле асыҡланған, шул иҫәптән, алтауһы - колонияла, бер кеше ситтән килгән, береһе - асарбаҡ. Инфекция йоҡтороусыларҙың унауы Өфөнөң Калинин һәм Орджоникидзе районынан, өсәүһе Совет районынан, дүртәүһе Нефтекама ҡалаһынан һәм өсөшәр пациент Белорет, Иглин һәм Өфө райондарынан. Уларҙың 78,77 процен-ты, йәғни 1187 кеше, сирҙе енси юл аша йоҡторған.

19,44% (293 кеше) парентераль, йәғни инъекциялар аша, йәки ҡан биргәндә, 1,79% (27 бала) әсәләренән йоҡторған. Республика буйынса йөҙ мең кешегә 54,22 сирле тура килә. Былтырғы менән сағыштырғанда 3,71% процентҡа кәмерәк (былтыр 100 000 кешегә 56,31 ауырыу тура килгән).

Ҡала-районыбыҙҙа ла хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел. Йыл башынан егерме кешелә ВИЧ-инфекция асыҡланған. 138 кеше диспансер иҫәпкә алынған. Үҙәк ҡала дауаханаһының табип-инфекционисы Елена Неупокоева белдереүенсә, анализ һөҙөмтәләре буйынса ауырыу йоҡторғанын асыҡлау менән пациентты инфекциялар кабинетына ебәрәләр. Бында уны диспансер иҫәпкә ҡуялар. Ауырыу йылына бер тапҡыр кәрәкле анализдар тапшырырға тейеш, шулай уҡ флюорография үтәләр. Сөнки уларҙың туберкулез менән ауырыу хәүефе юғары. Пациенттар махсус ҡандан анализ тапшыра, ошо рәүешле ҡанда вирустың күләме билдәләнә. Вируслы кешенең иммунитеты ярты йылға бер тапҡыр тикшерелергә тейеш.

Наркомания ла сирҙең таралыуына булышлыҡ итә. Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының психиатрия бүлексәһе табибы, психиатр-нарколог Шәүрә Юдина һөйләүенсә, бөгөн Учалы психоневрология диспансерында 20-29 йәшлек ун наркоман иҫәптә тора. Уларҙың алтауһы - ҡаланан, ҡалғандары ауылдарҙа йәшәй.

Наркотик матдәләр, синтетик ҡатнашмалар ҡулланыусы 19 кеше иҫәпкә алынған, 16-һы - ҡаланан. Ун алты ир һәм өс ҡатын. Иҫәптә тороусыларҙың би-шәүһе ВИЧ менән сирле, барыһында ла тиерлек «С» гепатиты бар. Вадим тигән егеттең һөйләгәндәренән:

- Ҡасандыр минән дә бәхетлерәк кеше юҡ ине. Мәктәпте тамамлап, институтҡа индем. Тәүҙә уҡыу оҡшаны, һуңынан ялҡыта башланы. Лекцияларға йөрөргә ялҡауландым. Өсөнсө курста имтихан-зачеттарҙан проблемалар тыуҙы. Ахырҙа барыһы ла ялҡытты, насар компанияға эләктем, наркотиктар ҡуллана башланым. Һәр нәмәнең аҙағы була, бер көн килеп мин дә наркодиспансерға эләктем. Бер яҡтан ҡыуандым, наркотик бәйлелектән, ниһайәт, ҡотолам, тип уйланым, ышандым.

Әммә ВИЧ-ҡа анализ ыңғай һөҙөмтә күрһәтте. Бөгөнгө көндә дарыуҙар менән генә йәшәйем, тормоштоң мәғәнәһен тапмайым. Шулай итеп үлеп китерменме икән? Бик борсолам.

ВИЧ бик мәкерле, асыҡланғандан һуң йылдар дауамында үҙен белдертмәҫкә мөмкин. Шул ваҡыт кеше, ниһайәт, ауырыу сигенде, тип уйлап яңылыша. Вир-усты бөтөнләй бөтөрөп булмаһа ла, табиптар йоғошло ауырыуҙы кәметеү йәһәтенән етди саралар күрә.

Иң мөһиме дауалауҙы ваҡытында башларға кәрәк, инфекция табылған сирлеләрҙең антиретровируслы терапияны бушлай алыу мөмкинлеге бар. Был сара тулыһынса дәүләт тарафынан финанслана. Бер ВИЧ-инфекциялыны дауалау дәүләткә йылына 1-3 мең долларға барып баҫа.

ВИЧ-инфекция барлығын белә тороп, сирҙе аңлы рәүештә башҡаларға йоҡтороусылар ҙа бар. Бының өсөн кеше биш йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал. Бындай осраҡтар беҙҙең республикаға ла ят түгел. Медицина бөгөн был афәт алдында көсһөҙ, һәм ВИЧ йоҡторған һәр кешенең яҙмышы фажиғәле тамамлана. ВИЧ-тың хатта тәнгә татуировка төшөргәндә йоғоу ихтималлығы тураһында ла оноторға ярамай. ВИЧ-инфекциялы сәләмәт кешенән тәү ҡараш-ҡа бер нисек тә айырылмай. Тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап кешенең зарарланыуын йәки зарарланмауын билдәләп булмай: тик махсус лаборатор тикшереүҙәр ярҙамында ғына асыҡларға мөмкин. Һаулыҡты ҡайғыртығыҙ!
Читайте нас: