Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
7 Декабрь 2018, 10:40

Татыулыҡ байрамы

Ҡала филармонияһында «Йәш ғаилә - 2018» ҡала-район конкурсы үткәрелде.

Ҡала филармонияһында «Йәш ғаилә - 2018» ҡала-район конкурсы үткәрелде.

Сарала алты ғаилә ҡатнашырға тейеш ине, әммә ике ғаиләнең балалары сирләп китеү сәбәпле, тик дүрт ғаилә генә көс һынашты.

Беренсе турҙы ҡалала йәшәүсе Мостафиндар «Ғаилә булыу - маһирлыҡ» девизы аҫтында асып ебәрҙе. Был татыу ғаиләлә ике ҡыҙ үҫеп килә. Оло ҡыҙҙары Диана 1-се лицейҙың 3-сө класында белем ала. «Алтынтау» бейеү ансамблендә һәм һүрәт төшөрөү мәктәбендә шөғөлләнә. Кескәй ҡыҙҙары Дарина әлегә балалар баҡсаһына йөрөй. Ғаилә башлығы Руслан шәхси эшҡыуарҙа эшләй, Лена - хужабикә. Мостафиндар һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән ғаиләләр араһында «Быуын» республика конкурсында ҡатнашып, быйыл беренсе урын яулағандар. Афарин!

Дүрт милләт вәкилдәренән торған Ғилмановтар ғаиләһенә өләсәй-олатайҙары ла ярҙамға килгән. Үҙҙәренең визиткаларында улар йәһүд, коми, рус һәм башҡорт милли кейемдәре кейеп, халыҡ бейеүҙәрен бейеп, бер-бер артлы сәхнә түрен биҙәнеләр. Тамашасыларға ла бындай концерт номерҙары бик оҡшаны. Ғаиләлә ике малай тәрбиәләнә. Артем Ғилманов шахта төҙөлөшө идаралығында эшләй. Еңел атлетика буйынса мастерлыҡҡа кандидат. Ҡалабыҙҙа ғына түгел Силәбе өлкәһендә, башҡа ҡалаларҙа алған грамоталары бихисап. Юлиә әлегә бер йәшлек Лазарь менән өйҙә ултыра. Захар балалар баҡсаһына йөрөй. Улар «Йылмайығыҙ һәм дуҫ йәшәгеҙ!» девизы аҫтында сығыш яһанылар.

Иҫтамғол ауылы уңғандары Гөлсәсәк һәм Вадим Мөхәмәтовтар «Балалы йорт - бәхетле йорт» девизы менән сығыш яһап, тамашасыны ҡыуандырҙы. Оло улдары Ғәзиз Уральск музыка мәктәбендә баянда уйнау серҙәрен үҙләштерә, Ислам «Ирәмәл» бейеү ансамблендә шөғөлләнә, Иҙелбай - бөтә ерҙә өлгөр, балалар баҡсаһына йөрөй. Ғаилә фермер хужалығы булдырған - малсылыҡ менән шөғөлләнәләр. Уларҙың 25 баш һауын һыйырҙары бар. Һөттө ғаилә башлығы «Учалы - Һөт» йәмғиәтенә тапшыра.

Дүртенсе булып, Ҡунаҡбай ауылынан Моратшиндар ғаиләһе сығыш яһаны.

Ғаилә башлығы Вадим тау-байыҡтырыу комбинатында эшләй, Лилиә Ураҙ музыка мәктәбенең Ҡунаҡбай филиалында директор урынбаҫары. Оло ҡыҙҙары Мәликә быйыл беренсе класҡа уҡырға барған, Вәсиләгә әле бер генә йәш. Визит карточкаһы итеп улар ғаиләһе тураһында видеояҙма тәҡдим иттеләр. Тоғро дуҫтары, эттәре тураһында ла һөйләргә онотманылар.

Икенсе турҙа балалар концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Мостафиндар ғаиләһенән Диана һәм Дарина һинд бейеүен бейеп, тамашасыны әсир иттеләр. Захар Ғилманов, бәләкәс булыуына ҡарамаҫтан, матур итеп шиғыр һөйләп ишеттерҙе. Ғәзиз, Ислам, Иҙелбай Мөхәмәтовтар сәхнә тултырып «Салауат батыр» йырын яңғыратты. Мәликә Моратшина «Мамочка любимая» йырын моңло итеп башҡарҙы.

Өсөнсө турҙа ғаиләләр ижади яҡтан ярышты. Мостафиндарҙың ғаилә башлығы «Күбәләк» йырын башҡарҙы, ә әсә кеше ике ҡыҙы менән йырға бейеү һалған ине. Ғилмановтар йәһүд халыҡ бейеүе менән сығыш яһаны.

Мөхәмәтовтар иһә «Тимербайҙың улдары» бейеүен саҡ ҡына үҙгәртеп, «Вадимбайҙың улдары» тигән шаян бейеү менән тамашасы күңелен күтәрҙе. Моратшиндар «Тыуған яҡ» йырын ишеттерҙе.

Бына байрам кисәһенең иң тулҡынландырғыс мәле лә етте - еңеүселәр билдәләнде. «Милли йолаларҙы һаҡлаусы ғаилә» номинацияһында - Ғилмановтар, «Артист ғаилә» тип Моратшиндар, «Иң берҙәм ғаилә» тип Мостафиндар танылды. Гран-приға бер тауыштан Мөхәмәтовтар ғаиләһе лайыҡ булды.

Алһыу ШӘНГӘРӘЕВА.
Читайте нас: