Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
11 Декабрь 2018, 10:51

Белоретҡа тәүге рейсты оҙаттыҡ

- Элек Белоретҡа Учалы автовокзалынан автобус рейсы йөрөгәндә бигерәк уңайлы була торған ине.

- Элек Белоретҡа Учалы автовокзалынан автобус рейсы йөрөгәндә бигерәк уңайлы була торған ине.

Хәҙер иһә йөҙ километр арала ятҡан күрше ҡалаға барыу беҙҙең өсөн мәшәҡәт. Такси яллаһаң ҡиммәт, ә Өфөгә йөрөгән такси хеҙмәттәренә Белоретҡа тиклем пассажир алыу отошло түгел, - тип зарланғайны күптән түгел бер танышым. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа оптимизация арҡаһында төбәгебеҙҙәге бихисап учреждениеларҙың эшмәкәрлеге Белоретҡа тапшырылды, ошо арҡала халыҡҡа бер ҡағыҙ артынан да Белоретҡа барырға тура килә. Йөклө ҡатындар дауаханаға йыш йөрөй. Учалы-Белорет юлында һәләкәттәр йыш теркәлгәс, күптәр еңел автомобиль менән йөрөмәҫкә тырыша. Ниһайәт, ошо арала проблема хәл ителде, район хакимиәте, «Башавтотранс» унитар предприятиеһының Учалы филиалы етәкселегенең тырышлығы менән «Учалы-Белорет-Учалы» автобус маршруты тергеҙелде.

805-се маршрут 10 декабрҙән йөрөй башланы. Пассажирҙар һанына ҡарап, НефАЗ, «Мерседес» йәки ПАЗ автобустарын сығарасаҡтар. Автобус дүшәмбе, шишәмбе, кесаҙна һәм йома көндәре Учалы автовокзалынан иртәнге сәғәт 8.00 сәғәттә ҡуҙғала. Белоретҡа тиклем юлда 1 сәғәт 15 минут барасаҡ. Юл ыңғайы Илтабан, Ураҙ, Баҙарғол, Уральск, Яңы Байрамғол, Ҡалуй, Ғәлиәхмәр, Ҡаҙаҡҡол ауылдарында туҡталасаҡ. Белореттан иһә Учалыға 14.00 сәғәттә ҡайтырға сыға. Билет хаҡы - 260 һум. Әгәр ҙә һорауҙар булһа Учалы АТП-һына, 3-97-11 телефоны буйынса шылтыратып (05.30 сәғәттән 24.00 сәғәткә тиклем), белешмә алырға мөмкин.

- Әлегә тиклем Белореттан Учалыға ғына маршрут бар ине. Был рейсты халыҡ һорауы буйынса астыҡ, - ти «Башавтотранс» унитар предприятиеһының Учалы филиалы баш инженеры Айрат Вәхитов.

Дүшәмбе көнө Белоретҡа барасаҡ тәүге иртәнге рейсты автовокзалдан үҙебеҙ оҙатып ҡуйҙыҡ. Беҙ килгәндә сәғәт ун биш минуттан һигеҙ тула ине. Вокзал эсендә унлаған кеше, уларҙың яртыһы бөгөн тәүгә автобус менән Белоретҡа барырға сыҡҡан.

Кассала билеттар һатыла башламаған әле, автобус платформаға килеп туҡтағас ҡына һатасаҡбыҙ, тип мәғлүмәт бирҙе касса артында ултырған һылыуҡай. Бер ситтә әзмәүерҙәй өс ир өйлөгөшкән, үҙ-ара ҡыҙыу нимәлер тураһында әңгәмәләшәләр, пассажирҙар эргәһенә барып өгөтләйҙәр. Баҡтиһәң, таксистар икән! Бер-береһенән уҙышмаҡтан кешеләргә такси хеҙмәтен тәҡдим итәләр. Халыҡ, юҡ, тиһә лә, һаман өгөтләүҙән туҡтамайҙар.

- Белоретҡа йыш йөрөргә тура килә, бөгөн яңы маршрут асылғанын белдек. Таксистар үҙҙәре менән барырға тәҡдим яһайҙай. Билет хаҡы 360 һум тиҙәр. Автобус ниңәлер һуңлай, әллә булмаҫҡа итә инде. Улайһа, такси менән китергә тура килә инде, - ти Әнисә апай.

Ысынлап та, сәғәт уҡтары туғыҙынсы биш минут булып китте, ә автобус һаман юҡ. Ахырҙа, кассаға барып рейс буламы-юҡмы, тип һораныҡ.

- Автобус тотҡарлана, мотлаҡ буласаҡ, - тип яуапланылар. Күп тә үтмәй, автобус платформаға килеп туҡтаны.

Водителдән рейстың ни өсөн һуңлағанын белешәбеҙ.

- Межозерныйға ла рейс яһарға өлгөрөргә кәрәк бит. Тау-байыҡтырыу комбинаты хеҙмәткәрҙәрен йөрөтәбеҙ, шуға ла әҙерәк тотҡарландыҡ, - ти водитель Павел Лисовцев. Пассажирҙар күп түгел, Белоретҡа хәтлем өс кеше билет алған. Ҡалғандары юл ыңғайы ауылдарҙа төшөп ҡаласаҡтар.

- Тәүге маршрут өсөн ярайһы ғына, тип иҫәпләйем. Халыҡ әлегә яңы маршрут асылғанын белеп бөтмәй. Алдағы көндәрҙә күбәйер, тип көтәбеҙ. Автобус килемле эшләһен өсөн, Белоретҡа кәмендә ун кеше кәрәк. Халыҡ йөрөмәһә, рейсты туҡтатасаҡтар, - тине Павел Петрович. Шуға ла халыҡ моғайын күпләп йөрөр, тип ышанғы килә. Роза ханым, мәҫәлән, рейс асылғанына ҡыуанып бөтә алмай.

Таксистарға ышанысым юҡ. Шәп йөрөйҙәр, авариялар ҙа йыш булып тора, ә автобус менән хәүефһеҙ. Ҡурҡмайынса йөрөйһөң.

Ике ай элек учалыларҙың автобус хеҙмәтләндереүенә ҡағылышлы бихисап ялыуҙары яңғырағайны. Ҡайһы бер йыраҡ урынлашҡан ауылдарға йәмәғәт транс-порты кәрәклеген әйттеләр. АТП етәкселеге был йүнәлештә хәлде арыуландырыу өсөн байтаҡ эш башҡарҙы. Мәҫәлән, халыҡ ныҡ үтенгәс, Ахун ауылына ла рейс ебәрәләр. Әммә, әлеге көндә маршруттың рентабелле булмауы асыҡланған.

- Халыҡ йөрөмәй, иртән ҡайһы ваҡыт бер-ике, кискеһен өс-дүрт кеше генә. Предприятие ошо рәүешле үҙенә зыянға ғына эшләй, килем сығымды ҡапламай. Шуға ла, әгәр артабан да кешеләр йөрөмәһә, рейсты ябырға тура киләсәк, - тине баш инженер.

Бурансы биҫтәһендә йәшәүселәр ҡала-яны маршрутының бер ыңғайы тағы өс урамға инеүен үтенеп мөрәжәғәт иткән булғандар, АТП етәкселеге лә риза. Күптән түгел комиссия килеп тикшергән, ҡайһы бер талаптарҙы үтәгәндән һуң, был урамдарға автобус йөрөй башлауы ихтимал.

Ҡунаҡбай ауылы халҡы, Ҡунаҡбай һәм Илтабан ауылдары араһында туҡталыш кәрәклеген билдәләне. Предприятие етәкселеге әйтеүенсә, туҡталыш пав-ильондары өсөн район хакимиәте яуап бирә. Уларға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Үткәндә «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының пассажирҙар йөрөтөү буйынса генераль директор урынбаҫары Сергей Паскин Учалы филиалындағы хәлдәрҙең етди булыуын иҫәпкә алып, транспортты яңыртырға 1,5 миллион һум аҡса йүнәлтергә вәғәҙәләгәйне. Бөгөнгө көндә тейешле ярҙам тулыһынса үҙләштерелгән, шул иҫәпкә запас частар ҡайтарылған.

Автобус павильондарына маршрут графигы яҙылған яңы алтаҡталар ҡуйылған, ҡаланың үҙәк майҙанындағы туҡталыш ҡына ҡалған. Был эште көндәр йылыныуға ҡалдырғандар, сөнки һыуыҡта елем йәбешмәй, башҡа нескәлектәре лә бар, тип аңлаттылар. Предприятиела кадрҙарға һаман да ҡытлыҡ, әлеге ваҡытта «Д» категорияһы булған ун биш водитель кәрәк. Шулай уҡ кондукторҙар ҙа етешмәй.

Әлиә ДАУЫТОВА.



Читайте нас: