Яйыҡ
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
14 Декабрь 2018, 10:34

Ҡара өйөрмә эсендә

Баланан бәхетең булһа, ҡарт көнөңдә йәш итер. Баланан бәхетең булмаһа, иртә йәштән ҡарт итер, тигән боронғолар.

Бала үҫтереп тәрбиәләйһең дә ул, олоғайған көнөңдә балаң һиңә ҡарата изгелек, игелек ҡылырмы-юҡмы, хөрмәт, олуғ мөнәсәбәт күрһәтерме-юҡмы - белмәйһең.

Фатиха алыу

мотлаҡ

Тормошта беҙ күп төрлө кешеләр, хәл-ваҡиғалар менән осрашабыҙ. Әҙәми заттарҙың ҡырағай тойолған холоҡ-фиғеленә, тәртибенә, ҡылған эштәренә иҫебеҙ китеп аптырайбыҙ, уларҙы үҙебеҙ менән сағыштырабыҙ, аңларға тырышабыҙ. Аңлау-төшөнөү йыш ҡына ауырлыҡ менән бирелә, әммә сәйер, күңел менән дә, аҡыл менән дә ҡабул итеп булмаҫтай ғибрәтле хәл-ваҡиғаларҙан һәм кешеләрҙең эш-ҡылығынан һабаҡ алабыҙ, үҙебеҙҙе шул ситуацияларға ҡуйып ҡарап,сағыштырып ҡарап, дөрөҫ йәшәү өсөн аҡыл туплайбыҙ. Тормошоңдоң, эшеңдең уңышлы барыуын теләһәң - үҫтергән атай-әсәйеңдән фатиха алыу мотлаҡ. Уларҙы ололамау - Аллаһы Тәғәләне һанға һуҡмау менән берҙер.

...Төн. Көнө буйы ейәнсәренең балаһын ҡарап йонсоған Сәлисә, оло ҡыҙын эштән көтөп ала алмағас, йоҡларға ятырға булды. Динараһының эш ваҡыты киске һигеҙгә тиклем булһа ла, уның тап ошо мәлдә генә ҡайтып инеүе икеле. Киске ун бер булһынмы, төнгө өс тулһынмы, оло ҡыҙының иҫереп ҡайтыуы, өйҙәгеләрҙе ерле-юҡҡа әрләүе, һауыт-һабаны шалтыр-шолтор килтереп тамаҡ туйҙырыуы, һуңынан бер ни аңламаһа ла, телевизор тоҡандырып, шуның тауышына туңҡайып йоҡлап китеүе ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Шуға ла әсә кеше ҡурҡышынан иҫерек ҡыҙы менән осрашмаҫҡа, ул ҡайтҡансы үҙенең һыуыҡ бүлмәһенә инеп ятырға ашыға.

Балаһын яңғыҙ

ҡалдырып

Төн уртаһында ләяҡыл иҫереп ҡайтҡан, аңды - тоңдо белмәгән, зиһене томаланған оло ҡыҙының холҡон белгәнгә күрә лә әсә бер ни өндәшмәй, «әрләмәһен» тип, оло бүлмәләге диванға урын һалып ҡуя, инде күп тапҡырҙар йылытылған ашты, тәрилкә, сынаяҡты өҫтәлгә теҙә. Ә Динара өсөн әсәй кешенең ашарға бешереп, өҫтәл әҙерләүе, барлы-юҡлы утынын яғып мунса өлгөртөп көтөп тороуы кәрәкмәй. Ул кешелек сифатынан уҙған инде, изгелекте, яҡшылыҡты аңлай торған бәндә түгел. Бөгөн дә яғылған мунса һыуынды, Динара ла, уның ҡыҙы Мәйсәрә лә йыуынманылар, Мәйсәрәнең кескәй улын да бер кем дә йыуындырманы. Мәйсәрә ике йәшлек улын берсә әрләп, берсә һөйөп, йоҡларға һалды, һуңынан, тиҙ генә, ғәҙәттәгесә, биҙәнеп-төҙәнеп, урамға сығып китте.

Ике йәшлек ир бала, япа-яңғыҙы ҙур диванда, әсәһен юҡһынып, өҙөлөп көтөп-көтөп, иҙерәп йоҡлап китте. Йәш әсәнең нисәлә ҡайтып, эргәһенә ниндәй ҡиәфәттә ятырын сабый ҙа, башҡа бер кем дә белмәй ине.

Йәштән ҡәҙер

булмағас

Сәлисә оло инде, етмеште уҙҙы. Һыҙланмаған бер ере, бер көнө юҡ. Әле лә ул төпкө бүлмәлә барыһын да ишетеп ята, ейәнсәренең ниһайәт, балаһына ваҡыт бүлгәненә, йоҡлатҡанына тыныслана төштө, төн еткәнен аңлап, «теге аждаһа» ҡайтҡансы се-рем итеп алайым, тип, күҙҙәрен йомдо. Көнө буйы килен кеүек йүгергеләгән Сәлисә талсыҡҡан аяҡтарының һыҙлауын тойоп, арып йоҡоға талды. Тиҙҙән Динара ҡайтыр, ҡыҙының улын йоҡлатып, бошмай сығып китеүенә аҡырыныр, тормошо боҙолоуында, үҙенең бәхетһеҙлегендә әсәһен ғәйепләп, донъялағы иң бысраҡ һүҙҙәр менән һүгеп, йоҡлап китер.

Сәлисәнең оло ҡыҙынан һәм уның балаларынан ошолай ҡәҙерһеҙләнеп, әрләнеп, ҡол кеүек йәшәүенә ун йылдан ашыу ваҡыт үткәндер, моғайын. Башта эскесе иренән, хәҙер ҡыҙынан йәберләнеп йәшәй ул. «Әй, яҙмыш, эй, Хоҙай, әгәр һин ысынлап та булһаң, бындай ҙа ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуймаҫ инең! Юҡ-һыңдыр һин, юҡһың!» - тип үкһеп илауы, бөтә донъяға, кешелеккә рәнйеүенең иге - сиге күренмәй хәҙер...

Эсте Сәлисәнең ире, ғүмер буйына эсте, ғаиләгә аҡса килтермәне. «Ҡулы оҫта» даны сыҡҡан ир йораты пи-лорамала эшләгән булды, ауылда самогонға, араҡыға бура бураны. Ҡайҙа йөрөһә лә эсмәй йөрөмәне, ғарҡ булғансы иҫереп, ас ҡайтты, шунан ҡайтҡас ҡоторҙо, Сәлисәне ерле-юҡлы һүкте, туҡманы, бәләкәй ҡыҙы менән икеһен ҡараңғымы, һыуыҡмы, төнмө, көнмө ҡыуып сығарҙы, төн уртаһында ҡатынынан ҡоймаҡ ҡойҙортто, йыуаса таптырҙы... Сәлисә кесе ҡыҙын етәкләп, ете төн уртаһында, өҫтәрендә нимә бар, шуның менән сығып ҡасырға мәжбүр булды.

Бындай мәхшәр көн һайын тиерлек ҡабатланғас, Сәлисәнең бәләкәй ҡыҙы күбеһенсә өләсәһендә, күрше-тирә тупһаһында йөрөнө, тиҫтерҙәре араһында атаһының эскесе булыуына, нахаҡ рәнйетелеүҙәренә ғәрләнеп, оялып иланы, шуға ла дәрескә йыш ҡына күҙҙәре шешенеп барҙы, иптәштәре менән аралашмаҫ булды, үҙ-үҙенә йомолдо. Колхозсыларға ул йылдарҙа бойҙай-фәлән бирәләр ине, ә атай булған кеше йортона бер һуҡыр тин дә, хатта, малға аҙыҡ та алып ҡайтманы. Ғүмер буйы ҡатын елкәһендә, әҙерҙе ашап, йорт эсендә арҡырыны буйға алып һалмай, типтереп, бер көн менән йәшәне. Йәшәне һәм бер көн, ҡышҡы сатлама һыуыҡта, урам уртаһында ятып, туңып үлде. Уның кем менән эскәндән һуң шундай хәлдә ҡалыуын, нилектән, ни рәүешле шулай ятып туңғанын бер кем белмәне. Хәйер, бындай кешенең эске эҙләп, әшнәләренә сығып китеүе бер кемдә лә артыҡ аптырау, борсоу тыуҙырманы, бәғзе берәүҙәрҙең һорауы, икеләнеүе тыуһа ла, был күренешкә бары тик үҙәккә үтер, зәһәр һыуыҡ төн генә шаһит ине. Сәлисә иренең шулай донъянан ҡапыл китеүен һис тә көтмәгәйне, әлбиттә.

Шулай ҙа: «Аллаһы Тәғәлә бар, ул минең ялбарыуҙарымды ишетте, ыҙалауҙарымды күрҙе. Минең дә тыныс, рәхәт йәшәр көнөм еттеме икән ни?!» - тип, берсә ирен ҡапыл юғалтыуынанмы, берсә тормошоноң шулай бәхетһеҙ үтеүенәнме үкһеп иланы, ғүмере буйына шаҡшы булһа ла янында ире булғанына, ә әле килеп ҡапыл яңғыҙ ҡалғанына тәьҫирләнеп, күңеле бер күккә, бер ергә атылды,үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Үлгәндәр хаҡында яманлап һөйләргә ярамағанын белһә лә, иренең гел этлектәре иҫенә төштө: бына ул гел тормошҡа зарлана, гел кемделер ҡысҡырып әрләй, туғандарының уны һанға һу-ҡмауын, донъя йыйғандарын яратмай, көнләшә, кешеләрҙә низағ тыуҙыра, өйҙә ғаиләһен, аҙбарында малын йонсота. Ә бесән әҙерләү, картуф алыу ваҡыты үҙе бер ғазапҡа әйләнә. Бер кеше ҡырҡҡа ярылырҙай мәлдә ғаилә башлығы Сәлисә менән кесе ҡыҙына һалышып йоҡо һимертә,шунан улар өйҙә юҡта араҡыға сығарып һата. Картуф артынан баҙҙағы тәм-томдар, келәттән йөн, тире, башҡа нәмәләр «аяҡлана».

Атаһы кеүек

булды

Ире үлеп, бер нисә ай ваҡыт үтеүгә оло ҡыҙы Динара, әсәһенең рөхсәтен дә һорап-нитеп тормай, ҡаланан балаларын ауылға уҡырға ҡайтартты. Имеш, ауылдан ҡалаға күскәс, уларға уҡыуы ауыр, йәнә үҙ торлаҡтары булмағас, аҡса күп китә! Оло ҡыҙының атаһына ике тамсы һыу кеүек оҡшағанын әсә кеше күптән инде белә ине, ҡатын кешенең дә шундай оятһыҙ һүҙҙәр менән һөйләшеүен, йәшен-олоһон айыр-май ир-аттар менән аҙып-туҙып йөрөүенән, айнымай эсеүенән ғәрләнә. Ғәрләнһә лә ни хәл итһен?!!

Ҡыҙының атаһы кеүек яуыз уйлы, эскерле, ялҡау, изгелекһеҙ, рәхмәтһеҙ, ҡаты бәғерле булыуына аптырай. Ҡыҙының фекеренсә, әсәһе Динараны бер ҙә ҡарамаған икән, юғары уҡыу йортона ебәрмәгән, йүнле һөнәр һайлатмаған, йүнле итеп кейәүгә бирмәгән, ҡыҫҡаһы - бәхетһеҙҙең бәхетһеҙе иткән, етмәһә атаһын үлтергән! Инде нисәмә йылдар Сәлисә ошондай йөрәккә уҡ булып ҡаҙалған нахаҡ, ауыр һүҙҙәрҙе үҙ балаһынан ишетә, уға рәнйей, баҫылғандан баҫыла бара. Баҫыла, түҙә әсә. Күпме, ҡасанға тиклем түҙерен дә белмәй ул хәҙер...

Өмөтөн әле

өҙмәй

Динара ир артынан иргә сыҡты, өсөнсө ире менән дә йүнлерәтле йәшәмәне, ҡаланан үҙе лә ауылға күсеп килде. Бер унда, бер бында эшкә кереп маташты, керҙе лә, гел эсеп, тотола торҙо, ҡыуыла торҙо. Динараның балиғ булған ҡыҙы ла, үҙенә оҡшай төштө - уҡырға барған еренән уҡыуын ташлап, ирһеҙ бала тапты, «үҙем өсөн табам» тигән һүҙҙәре дөрөҫлөккә тап килмәне. Ул да таңға тиклем «урам һеперә», төшкә тиклем йоҡлай, эсә, илертә торған ниндәйҙер матдә сәйнәй, өләсәһенә екеренә, йәберләй, өйҙә ҡыл да ҡыбырлатмай.Хас та мәҡәлдәгесә: «әсәһен күр ҙә ҡыҙын ҡос». Мәйсәрә әсәһенән ары китә алманы, бөтә яғы менән дә Динараға оҡшаны. Сөнки балалары үҫкәндә Динара уларҙы тәр-биәләмәне, үҙ тормошон, үҙ тамағын ғына ҡайғыртты, туҡтауһыҙ ҡунаҡ, һый-табын ҡорҙо, улы менән ҡыҙын бикләп ҡалдырып, таңға хәтле юғалыр булды.

Сәлисә үҙен тауҙың иң бейек үрендә, ҡаяла торған кеүек хис итә. Тирә-йүнде тамырынан йолҡоп алырҙай булып ажғырып иҫкән һалҡын ел бында бер көнгә лә туҡтамай, яуған ҡар-ямғыр өшөүҙән һәм өмөтһөҙлөктән яраланған Әсә күңелен упҡынға, билгеһеҙлеккә осора.

Динара менән Мәйсәрәнең ҡайҙа барһа ла, нимә эшләһә лә юлдары уңмағанына, ҡарт пенсионер әсә, өләсәй елкәһендә йәшәүҙе хуп күреүҙәренә, бәғерһеҙ, изге-лекһеҙ булыуҙарына рәнйей Сәлисә, ә шулай ҙа күңеле менән уларҙы ғәфү итә, ҡасан булһа ла яҡындарының әсә ҡәҙерен аңлауына, Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡып, тәүбәгә килеүҙәренә өмөтөн өҙмәй көтә. Тәүбәһеҙ булмаҫ: үҙең өсөн өҙөлөп торған изге йәнде рәнйетеү ауыр гонаһ!

(Исемдәр үҙгәртеп алынды).

Лариса ҠУЖАГИЛДИНА, Ҡобағош ауылы


Читайте нас: