Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
18 Декабрь 2018, 10:41

Халыҡ менән күҙгә- күҙ ҡарашып

Уҙған аҙнала район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев Ахун ауылы биләмәһендә эш сәфәре менән булды.

Уҙған аҙнала район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев Ахун ауылы биләмәһендә эш сәфәре менән булды.

Урындағы халыҡ менән осрашты, йәшәйештәре менән ҡыҙыҡһынды. Осрашыуға килеүселәр күп булды, уларҙың һәр ҡайһыһы Фәрит Фәтих улына борсоған һорауҙары менән мөрәжәғәт итте.

Айырыуса Танычауҙа йәшәүселәр район башлығын түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Осрашыу мәҙәниәт усағында ойошторолдо, халыҡ байтаҡ күренә. Тәү сиратта мәктәп автобусына өҫтәмә рейс кәрәклеген үтенделәр. Танычауҙан Ахун урта мәктәбенә ун ике бала йөрөп уҡый, дүртәүһе башланғыс класс уҡыусылары икән.

Кескәйҙәрҙең дәрестәре иртә тамамлана, ҙур кластарҙа белем алған апай-ағайҙарын бер-нисә сәғәт көтөргә тура килә. Шулай уҡ иртәнге мәктәп автобусы менән өлкәндәргә лә Ахунға барырға рөхсәт булһа ине, тиҙәр.

Ахунға йыш эш төшөп тора, ә автобус йөрөмәй. Шуға ла, исмаһам, мәктәп автобусында ултырып барғанда улар өсөн уңайлы булыр ине. Фәрит Фәтих улы халыҡтың үтенесен ишетте, дәрестәрҙән һуң автобус ике рейс яһаясаҡ. Ә бына өлкәндәрҙе йөрөтөүгә килгәндә, ҡатмарлыҡтар бар. Шуға ла һорауға яуапты һуңынан бирәсәктәр.

Танычауҙан Бөйҙөгә тура юл бар икән. Ауылдар араһы дүрт километр. Йәйгеһен халыҡ ошо юл аша ҡалаға ун биш минут эсендә барып етеп, һөтөн-ҡаймағын һатып ҡайта. Ҡыш иһә юлды ҡар һырый, ахырҙа Ахун аша урау баралар, ваҡытты күп ала. Халыҡ ошо тура юлды берәй махсус ойошма ҡарҙан таҙартып, төҙөкләндереп торһа яҡшы булыр ине, тигән фекерҙәрен әйтте.

Фәрит Фәтих улы әйтеүенсә, ниндәй генә юлды алһаң да ул иң тәүҙә урындағы ултыраҡтың балансында торорға тейеш. Йәғни уның оҙонлоғона ҡарап райондың юл фондынан аҡса бүленәсәк. Әгәр балансҡа инмәгән икән - хеҙмәтләндерә алмайҙар. Район хакимиәте башлығы ауыл хакимиәте башлығына хеҙмәтләндереп булһын өсөн әлеге юлды ауыл советы балансына ҡуйырға ҡушты. Шунһыҙ булмай.

Халыҡ осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡалды. Фәрит Фәтих улына килгәне өсөн ҙур рәхмәт белдерҙеләр. Район башлығына тағы бер мауыҡтырғыс ваҡиғаның шаһиты булырға тура килде. Балалар Яңы йыл алдынан Ҡыш бабайға теләктәр менән хат яҙғандар икән. Фәрит Фәтих улы хаттарҙы ҡумтаһы менән алып, хәленән килгәнсе теләктәрен бойомға ашырырға вәғәҙә бирҙе. Ҡыш бабай урынына.

Артабан район етәксеһе Лилиә Ғимаҙованың крәҫтиән-фермер хужалығы менән танышты. Фермерҙың 80 һарығы, 20 баш эре мөгөҙлө малы бар. Хужалыҡ 2016 йылда «Фермерҙарға башланғыс ярҙам» программаһы сиктәрендә 1,2 миллион һум субсидия алған. Был аҡсаға трактор, погрузчик-копновоз һатып алғандар. Лилиә Нәзир ҡыҙы хужалыҡтың эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырҙы. Төп проблемаларын бәйән итте. Шулай уҡ фермаға электр уты һуҙыу һорауын хәл итергә ярҙамлашыуҙарын үтенде. Фәрит Фәтих улы мөмкин булғанды эшләргә вәғәҙә бирҙе.

Ҡыйҙыш ауылында 78 кеше йәшәй, ун бер бала. Ҡатын-ҡыҙҙар 37, ир-аттар 41. Клубта халыҡ йыйылырға өлгөргән. Әйткәндәй, фельдшер-акушер пункты ла ошо бина-ла урынлашҡан. Ғилман Абдуллин фельдшер булып ун йыл эшләй, һынатмай.

- Халыҡ килә, өй буйынса ла йөрөп тикшерәбеҙ. Был бинаға фельдшерлыҡ пункты 2012 йылда күсерелде, - ти Ғилман Абдуллин.

Осрашыу барышында халыҡ борсоған проблемаһын бәйән итте. Ҡыйҙыштарҙы ла иң борсоғаны автобус мәсьәләһе. Улар ҙа Ахунға тиклем мәктәп автобусында барырға рөхсәт бирһәләр ине, тип үтенә. Шулай уҡ магазиндың булмауы ла көнүҙәк проблема. Исмаһам, «Нур» йәмғиәте аҙнаһына ике тапҡыр автолавка менән килеп, кәрәк-яраҡ аҙыҡ менән тәьмин итеп китһә, ине тиҙәр. Ахун-Ҡыйҙыш юлының торошо тураһында ла һүҙ булды. Яҙ етеү менән юл-ремонт төҙөлөшө идаралығы менән берлектә юл төҙөкләндереләсәк, - тине Фәрит Фәтих улы.

Берәҙәк эттәр тураһында ла һорау күтәрҙеләр. Хужаһыҙ хайуандар халыҡҡа хәүеф тыуҙыра. Ахун ауыл хакимиәте башлығы проблема хәл ителәсәк, тип белдерҙе. Халыҡ яңы йылдан һуң көсөнә инәсәк сүп-сар сығарыу реформаһына ла туҡталды. Бөгөнгө көндә тарифтар тураһында теүәл бер нимә лә әйтеп булмай. Төбәк операторҙары халыҡ менән осрашыуҙар үткәрәсәк, тиҙәр. Ауыл халҡының мал һуйыу пункттары тураһында ла һорауҙары күп булды.

- Оҙаҡламай Ахун биләмәһендә мал һуйыу цехы асыласаҡ. Әллә ҡайҙа алыҫҡа йөрөргә лә кәрәкмәйәсәк. Үҙебеҙҙең кеше - Фазылян Садыҡов аса, шуға ла уның намыҫ менән эшләйәсәгенә беребеҙ ҙә шикләнмәйбеҙ. Проблемалар булмаҫ, тип уйлайбыҙ, - тип хәбәр иттеләр ауыл хакимиәтенән. Фазылян Садыҡов Фәрит Фәтих улы менән мал һуйыу пунктын асыу тураһында пландары менән бүлеште, ветеринар эштәрен ойоштороуҙа ярҙам итеүҙәрен һораны. Фермерҙың эше уң булһын, халыҡ был цехты күптән көтә бит. Көнүҙәк мәсьәлә.

Фәрит Фәтих улы йәш фермер Фәнил Кәримов менән дә осрашып һөйләште. Әйткәндәй, район буйынса алғанда Ахун биләмәһендә фермерҙар, шәхси эшҡыуарҙар бик күп. Ошондай тырыш кешеләр барҙа ауыл йәшәйәсәк. Фәнил Кәримовтың хужалығы Ҡыйҙышта, элекке «Ҡыҙыл партизан» колхозы ферма-һында урынлашҡан. Бинаны әләф-тәләф иттермәй, үҙҙәренең фермерҙарына биреп һаҡлап алып ҡалыуҙары ҡыуаныслы күренеш, әлбиттә. Хужалыҡта утыҙ дүрт баш эре мөгөҙлө мал аҫрала. Егет киләсәктә уларҙың һанын арттырырға ниәтләй. Һөт продукцияһын Ахундағы шәхси магазинында һата. Үҫемселек менән дә шөғөлләнә егет. 200 гектарҙа иген культуралары сәсә. Быйыл гектарынан егерме өс центнер уңыш алған. Йылына ҡарап насар түгел. Һалам әҙерләп халыҡҡа һатырға ла өлгөрә, хатта Поляковканан да килеп алалар икән.

Артабан Фәрит Фәтих улы Ахундағы ҡарттар йортон һәм табип амбулаторияһын ҡараны. Ҡарттар йортонда бөгөнгө көндә ҡырҡ дүрт кеше йәшәй, уларҙың өлкәненә - 96 йәш, 37 йәшлеге лә бар. Егерме ете инвалид.

Табип амбулаторияһында теш, терапевт, көндөҙгө стационар бүлмәләре эшләй. Учреждение мөдире Руслан Йомағужин педиатр юҡлығын телгә алды, аҙна-һына бер тапҡыр ҡала поликлиникаһынан табип килә. Шулай уҡ ятҡан ауырыуҙарға етерлек патронаж уҙғарылмауы тураһында ялыуҙар күп булған. Район етәксеһе табиптарға өй буйынса йөрөп, графикка ярашлы тикшереү үткәрергә ҡушты.

Фәрит Фәтих улы граждандарҙы ҡабул итеү ойошторҙо. Ҡабул итеүгә унға яҡын кеше килде. Халыҡты күпер мәсьәләһе борсой. Район етәксеһе уны капиталь төҙөкләндереү киләһе йылға планлаштырылған, тип бәйән итте. Әлеге ваҡытта проект-смета эштәре әҙерләнә.

Интернет үткәреү тураһында ла һорауҙар булды. Проблема хәл ителәсәк, техник мөмкинлектәр бар, тинеләр. Китапхана мөдире Фәнисә Садыҡова уч-реждениеның тәҙрәләрен алмаштырырға ярҙам итеп ебәреүҙәрен үтенде. Фәрит Фәтих улы был һорау район советы депутаттарының сираттағы ултырышында хәл ителәсәк, тине. Тәҙрәләрҙе яңыртырға бюджеттан аҡса бүленәсәк, ремонт эштәре яҙ етеү менән башланасаҡ.

Әлиә ДАУЫТОВА.





Читайте нас: