Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
25 Декабрь 2018, 11:53

Гәзиткә яҙылып, бүләк оттолар

2019 йылға ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланыуға табан бара. Гәзитебеҙҙең алдағы һандарында яҙыуыбыҙса, быйыл был сара Башҡортостандың 100 йыллыҡ күркәм юбилейына бәйләп тә ойошторолдо.

2019 йылға ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланыуға табан бара. Гәзитебеҙҙең алдағы һандарында яҙыуыбыҙса, быйыл был сара Башҡортостандың 100 йыллыҡ күркәм юбилейына бәйләп тә ойошторолдо.

Гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында аҙна һайын бүләктәр отторҙоҡ. Уҙған йомала иһә, Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыусы көнө уңайынан, төп бүләк - велосипед, шулай уҡ термопот, блендер, фен, миксер, өҫтәл кеүек бихисап бүләктәр уйнаттыҡ.

Әйткәндәй, 2019 йылға «Яйыҡ»ҡа яҙылыусылар араһында лотерея уйнатасағыбыҙҙы хәбәр итеү менән редакцияға уҡыусыларыбыҙҙан газетаға яҙылыу тураһындағы квитанциялары ағыла башланы. Яҡын-тирәлә йәшәүселәр квитанцияларын үҙҙәре үк редакцияға килтереп ҡалдырҙы. Алыҫтағылар почта аша хат менән ебәрҙе.

Барыһының да бүләк отҡоһо килде. Йөҙҙән ашыу квитанция йыйылды. Беҙҙең даими уҡыусыларыбыҙ булға-нығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Ә лотерея - бәхет эше.

Уйын шартына еткерелеп, теүәл итеп үткәрелде. Приздарҙы оттороу йома көнө сәғәт 17.00 сәғәттә редакциябыҙ фойеһында башланды. Был көндө «Учалинская газета» гәзитенә лә бүләктәр уйнатылды. Квитанцияларҙы бүләк отторорға килеүселәр тартып сығарҙы. Уларҙың ҡулдары кемдәрҙе бүләкле итте һуң? Иң мөһиме, «сәпид» кемгә эләкте? Бына улар - редакцияның шәп приздарын отоусы тоғро уҡыусыларыбыҙ:

Р.Иштимеров (Наурыҙ ауылы) - журнал өҫтәле, Н.Сафина (Ҡалуй ауылы), Х.Әлхәмова (Ишкен ауылы), С.Әхмәтшина (Ҡунаҡбай) - плед, З. Әхмәҙиева (Һәй-тәк ауылы) - блендер, К.Аллаярова (Учалы ҡалаһы) - мендәр, Н.Нәсибуллина (Рысай ауылы) - миксер, А.Дәүләтбаева (Кәрим ауы-лы) - аш-һыу өсөн үлсәү, Ю.Ғирфанов (Муса ауылы) - ауырлыҡ үлсәгес, Л. Зыяев (Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол) - фен, М. Латипова (Учалы ҡалаһы) - инструменттар өсөн контейнер, А.Мөхәмәҙиев (Учалы ҡалаһы) - һыу фильтры, М.Ғиззәтуллин (Мулдаҡай) - урын кәрәк-ярағы, В.Фәррәхов (Юлдаш ауылы) - тәмләткестәр йыйылмаһы, Таңһылыу Мөхәмәтйәнова (ауылы күрһәтелмәгән) - һауыт-һаба өсөн киптергес, Ч.Яхина (Комсомольск ауылы) - противень, Т. Мирасова (Учалы ҡалаһы), Д.Ғабдрахманова (Наурыҙ ауылы), Р. Саҙриева (Ураҙ ауылы), Р.Дияров (Ахун ауылы), Ф.Сәләхова (Рудник ҡасабаһы) - плед, З. Хәлитова (Малай Муйнаҡ) - сәғәт, А.Ситдиҡов (Учалы ҡалаһы), Г.Нәжәрова (Амангилде), Н.Ғайсина (Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол), Г.Ҡәйүпова (Ҡорама) шахмат оттолар.

Р.Мансуров (Комсомольск), Г.Шәймәрҙәнов (Ҡунаҡбай), Г. Иҙрисова (Учалы ҡалаһы), С.Фәррәхов (Учалы ҡалаһы), Б. Йосопова (Учалы ҡалаһы), Г. Исламова (Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол), М.Таһирова (Учалы ҡалаһы) сәй сервиздары оттолар. Усманова (Учалы ҡалаһы), А. Фәхретдинов (Ҡәйепҡол ауылы), Ә. Әхмәтшина (Учалы ҡалаһы), А. Хаятова (Учалы ҡалаһы) - салат өсөн йыйылма.

С. Хәйерзаманова (Орловка), А.Моратшин (Ҡорама), Х.Хәлитов (Учалы ҡалаһы), Ф.Ибәтуллина (Илсе), Г.Илһамова (Учалы ҡалаһы), А.Фәхретдинов (Уральск), И.Шәйәхмәтов (Учалы ауылы), С.Әлхәмова (Ахун), А.Хәйбуллин (Әүешкүл), Хәйруллина (Байрамғол), Ф.Заһиҙуллина (Мәҫкәү), З.Ғөбәйҙуллина (Илтабан) фоторамка оттолар.

Еңеүселәребеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Уларҙың оҙаҡҡа һуҙмай приздарын редакциянан килеп алыуҙарын һорайбыҙ. Үҙегеҙ менән документтарығыҙҙы (паспорт, СНИЛС, ИНН) килтерергә онотмағыҙ.

Ә төп приз - велосипедты иң һуңында отторҙоҡ. Барыһы ла, был ҙур бүләккә кем эйә булыр икән, тип шымып ҡалды. Ниһайәт, даланлы гәзит уҡыусыбыҙҙың исеме билдәле. Учалы ҡалаһынан Әлфиә Шәрипова отто. Әлфиә апай гәзитебеҙҙең айырылғыһыҙ дуҫы, оҙаҡ йылдар алдыра.

- Үҙебеҙҙең башҡорт гәзитенә яҙылмай ҡалғаным юҡ. Төп бүләк миңә эләгер тип, һис уйламағайным. Ҡыуанысымдың сиге юҡ. Ейәнемә шәп бүләк, - ти ул.

Әлиә ДАУЫТОВА.


Читайте нас: