29 декабрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Йәрмәкәй районында булды. Спартак ауылында ул нисек итеп сүп-сар йыйыуҙары хаҡында танышты. Инде 10 йылға яҡын был ауылда халыҡ сүп-сарҙы айырым тоҡтарға йыя, ә махсус машина аҙнаһына бер тапҡыр уны килеп алып китә икән. Йыйған өсөн түләү һәр кешенән 48 һум тәшкил итә. Радий Фәрит улы шулай уҡ амбулаторияның, мәктәптең нисек эшләүе, йорттарҙа һыу менән тәьмин ителеш һәм йылылыҡ менән бәйле проблемалар менән ҡыҙыҡһынды.