Районыбыҙҙағы ауылдар йылдың төп байрамы - Яңы йылға бик етди әҙерләнгән. Байрам кәйефе булдырыу өсөн йорт, учреждение алдарын матур итеп биҙәгәндәр. Район хакимиәте алдан иғлан иткән биләмәләрҙе Яңы йылға биҙәү конкурсының һөҙөмтәләре киләһе йылдың ғинуарында ғына билдәләнһә лә, яҡташтарыбыҙҙың тырышлығы маҡтауға лайыҡ. Мәҫәлән, Ҡалҡан, Урал ауылдарында халыҡ шәхси йорт алдарында һындар эшләүгә өҫтөнлөк бирһә, наурыҙҙар ауылдарын иллюминация менән биҙәгән. Ахун ауылында биләмәләр ҙә, йорттар ҙа бер стилдә - һындарҙы фольгалы йылытыу материалын файҙаланып хасил иткәндәр.
Районыбыҙ ауылдары әлеге мәлдә әкиәттәгеләй. Ә был мөғжизәне яҡташтарыбыҙ күңел йылыһы һалып, ысын күңелдән башҡарҙы. Шуныһы ҡиммәт. Афарин, тибеҙ яҡташтарға! Һоҡланғыс күренештәр бит.