"Башҡортостан дауаханалары Магнитогорск ҡалаһындағы шартлау һөҙөмтәһендә йәрәхәтләнеүселәрҙе ҡабул итергә әҙер", - тип белдерҙе республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров. - "Күршеләребеҙҙә фажиғә. Башҡортостандың Магнитогорскиға яҡын урынлашҡан барлыҡ медицина учреждениелары ла имгәнеүселәрҙе ҡабул итергә әҙер. Һәләк булыусыларҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашам". Әле бөтә көстәр Магнитогорскиҙа тупланды. Республика ғәҙәттән тыш хәлдәр бригадаһы ла ваҡиға урынында эшләй.
2 ғинуар Силәбе өлкәһендә матәм көнө тип иғлан ителде. Төбәк етәксеһе Борис Дубровский ошондай күрһәтмәгә ҡул ҡуйған. Өлкәлә күңел асыу саралары кисектерелә.
Билдәле булыуынса, 31 декабрҙә таңғы алтыла Магнитогорск ҡалаһында ун ҡатлы йортта газ шартлаған, тотош бер подъезд ишелеп төшкән. Ҡотҡарыусылар 8 кешенең кәүҙәһеҙ тапҡан, 36 кеше хәбәрһеҙ юғалған булып иҫәпләнә. Бөгөн эҙләү операцияһы туҡтатылған. Күп ҡатлы йортта зыян күргән конструкцияларҙың емерелеүе ихтимал, ти белгестәр. Силәбе өлкәһе буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында "ҡыҙыу бәйләнеш" телефоны эшләй: 8(351) 239 99 99.
Гүзәл ЛАТИПОВА.