Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
2 Ғинуар 2019, 19:29

"Вәғәҙәләр йүгереше"

Яңы йылдың тәүге көнөндә уҙғарылған "Вәғәҙәләр йүгереше" йөҙгә яҡын кешене үҙенә йыйҙы.

Яңы йылдың тәүге көнөндә уҙғарылған "Вәғәҙәләр йүгереше" йөҙгә яҡын кешене үҙенә йыйҙы. Көндөң һалҡын булыуына ҡарамайынса, бәләкәй балаларын да сараға алып килеүсе ғаиләләр күп ине. Һәр йүгереүсе үҙ теләген яҙып, шул вәғәҙәһен үтәргә һүҙ бирҙе һәм 2019 метр араны һә тигәнсе йүгереп үтте. Мәҫәлән, Алһыу Фәттәхова, быйыл күберәк уҡырға һүҙ бирһә, уның бәләкәй генә улы Тимур ата-әсәһен тыңларға вәғәҙәләне. Шулай уҡ яҡшы билдәләргә уҡырға, йоҡо туйҙырырға, һомғол буйлы булыр өсөн тырышырға һәм башҡа ихлас теләктәр белдерҙе йүгерештә ҡатнашыусылар. Сараны Ҡыш бабай (Лилиә Исхакова) күңелле итеп алып барҙы - йырлатты ла, бейетте лә. Кескәйҙәр шиғырҙар һөйләп, күстәнәстәр ҙә алды. Вәғәҙәләр йүгереше маҡсатына иреште - яңы башланып торған йыл изгелеккә, бәрәкәткә өндәп, ғаиләләрҙе бер бөтөн итә алды.

Гузель ЛАТЫПОВА.




Читайте нас: