Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
9 Ғинуар 2019, 11:49

Араларҙы күпер тоташтыра

Ҡалуйҙарҙың ҡыуанысын уртаҡлашырға беҙ ҙә барҙыҡ. Белеүегеҙсә, ауылда күптән көтөлгән күпер сафҡа индерелде. Ваҡиға халыҡ өсөн ҙур, көтөлгән байрамға әйләнде.

Ҡалуйҙарҙың ҡыуанысын уртаҡлашырға беҙ ҙә барҙыҡ. Белеүегеҙсә, ауылда күптән көтөлгән күпер сафҡа индерелде. Ваҡиға халыҡ өсөн ҙур, көтөлгән байрамға әйләнде.

- Йылға аша Амангилде, Муса ауылдары урынлашҡан, тура юл менән йөрөйбөҙ. Ҡаҙаҡҡол яғынан урау була. Зыяратыбыҙ ҙа шул яҡта. Яҙ етһә, Миндәк йылғаһы ярҙарына һыймай аға башлай. Ташып, тирә-яғын йөҙҙөрә, үтерлек түгел. Йәйен-көҙөн малдар шул яҡҡа үлән утларға сыға. Уларҙы алып ҡайтыу мең бәләгә әйләнә, ахырҙа йылғаны кисеп йөрөргә тура килде. Биръяҡты аръяҡ менән тоташтырасаҡ был күперҙе көтә-көтә ун ике йыл көтөк булдыҡ, ниһайәт, бөгөн килеп хыялдарыбыҙ тормошҡа ашты, - ти ауылдың өлкән быуын вәкиле Фәрит Сафин. Уларҙың шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Ғиләзетдинов, халыҡтың аһ-зарына ҡолаҡ һалып, төҙөлөш өсөн аҡса юлларға ярҙамлашҡан РБ Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың элекке саҡырылыш депутаты Рим Ғабдуллин да килгән.

Тап уның тырышлығы менән ҡалуйҙарҙың хыялы тормошҡа ашырылды бит. Нимә тиһәң дә, күмәк көс менән проект төҙөлә, республика бюджетынан 5,7 миллион һум бүленә. Аукционда Белорет ҡалаһының «Заказсы хеҙмәте» йәмғиәте еңеп, август айында төҙөлөш эштәрен йәнле итеп башлай.

Һөҙөмтәлә 52 метр оҙонлоҡ, 2,3 метр киңлек күпер пәйҙә була. Транспорт менән үтеүгә иҫәпләмәгән, йәйәүлеләр генә йөрөргә тейеш. Төҙөүселәр белдереүенсә, ҡоролма оҙаҡ хеҙмәт итәсәк, тимер конструкциялар тутығыуға, ағас өлөштәр сереүгә ҡаршы яҡшылап эшкәртелгән. Әйткәндәй, объект үҙе тиҙ төҙөлгән, проект документацияһы ғына тотҡарлаған бер аҙ. Хәҙер иһә уны рәсми рәүештә файҙаланыуға тапшырҙылар.

Сатлама һыуыҡ торһа ла, күпер асыу тантанаһынан береһе лә ситтә ҡалмаҫҡа тырышҡан. Ҡунаҡтарҙы һый-хөрмәт менән ҡаршы алдылар. Боҫратып самауырын ҡайнаталар, тәмле бөйөрөк, ҡоймаҡтарҙан өҫтәл һығыла. Өшөгәндәрҙе гармунға тыпырлатып бейетеп тә алдылар. Бейеп күперҙең ныҡлығын да бер юлы һынаныҡ. Ауыл халҡы ижади күстәнәстәренән дә ауыҙ иттерҙе, шиғыр һөйләнеләр, матур итеп йырланылар.

- Заманында беҙҙең ауыл депутатыбыҙ Йомабай Килмөхәмәтов булды. Ошо күперҙе төҙөтәм тип күп йөрөнө. Ул ваҡытта район етәкселеге лә, бәләкәй генә ауылға күпер нимәгә ул, зыяратығыҙҙы иһә биръяҡҡа күсерегеҙ, тигән яуап менән ҡотолдо. Һәр саҡырылыш депутатына үтенес менән мөрәжәғәт иттек, инәлдек-ялбарҙыҡ, ҡайҙа ғына барманыҡ. Вәғәҙә бирҙеләр ҙә, оноттолар. Күптән эшләнә торған эш ине. Рим Ғабдуллинға рәхмәтлебеҙ, күпер уның ярҙамы менән төҙөлдө. Рим Аксель улы һәм Зәкәриә Ғибәҙуллин кеүек эшенә яуаплы ҡараған депутаттар күберәк булһа, ауылдарҙа гөрләп йәшәр ине, - тип үҙенең фекере менән бүлеште Амангилде ауыл Советының элекке башлығы Ләлә Лутова.

Әйткәндәй, күпер йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән, хатта ситенә яҡтылыҡ бағаналары ла ҡуйылған, кискеһен дә йөрөргә мөмкин. Ә бына машина менән үтергә ярамай, ауыр йөктө күтәрмәүе лә ихтимал. Халыҡ объектты файҙаланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәр, тип ышанабыҙ. Нисә йылдар буйы көтөп алынған күпер бит, күҙ ҡараһылай һаҡларға кәрәк. Ҡыуаныслы булһын.

Әлиә ДАУЫТОВА.
Читайте нас: