Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
9 Ғинуар 2019, 12:28

Янғын сыға

5 ғинуар Хәйбулла районының Бүрибай ҡасабаһында йәшәүсе Потякиндарҙың йортонда янғын сыға.

5 ғинуар Хәйбулла районының Бүрибай ҡасабаһында йәшәүсе Потякиндарҙың йортонда янғын сыға.

Тамара һәм Александр Потякиндар 16 балаһы менән бер нимәһеҙ тороп ҡалалар (балаларҙың дүртәүһе үҙҙәренеке, 12 уллыҡҡа алынған). Иң үкенеслеһе яңы өйҙәренә бер йыл элек күсенгәндәр.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өйҙәрендә янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡорамал булыуға ҡарамаҫтан (түшәмгә ҡуйыла торған йыһаз, ут-фәлән сыға ҡалһа, төтөн еҫенә шундуҡ сигнал бирә башлай), был осраҡта янғын икенсе бинанан сыға. Утты ваҡытында йүгәнләп булмай. Янғын һүндереүселәр һигеҙ сәғәт буйы ут менән көрәшә. Ауылдаштары йорт-ҡаралтыны һаҡлап ҡалып булыр ине, әгәр урындағы "пожарниктар" ваҡытында килеп еткән булһа, етмәһә, кәрәкле ҡорамалдары ла булмаған. Әлеге ваҡытта ғаилә ваҡытлыса "Бурибай тау-байыҡтырыу комбинаты" предприятиеһының ҡунаҡханаһына урынлаштырылған. Хәйбулла районы етәкселеге Аҡъярҙан ваҡытлыса йорт тәҡдим итһәләр ҙә, Бүрибайҙа ҡалыуҙы хуп күргәндәр. Хужалыҡтарын ҡарарға һәм йортто янғындан һуң рәткә килтерергә кәрәк.

Әлиә ДАУЫТОВА.
Читайте нас: