Ағымдағы йылдың ғинуарынан барлыҡ федераль каналдар һанлы тапшырыу алымына күсәсәге тураһында барыбыҙға ла мәғлүм.
Был турала күптән һөйләйҙәр, әммә әлеге ваҡытта уның нисек тормошҡа ашырыласағы тураһында күптәр ентекләп аңлап бөтмәй. Әйткәндәй, төбәгебеҙҙә ул эшләй башланы ла инде. Халыҡ телевизорҙарын әкренләп көйләүен дауам итә. Мәҫәлән, Учалы ҡалаһында йәшәүсе Әнисә Нәбиева уға былтыр ноябрҙә үк күскән.
- Яңылыҡ тураһында алдан хәбәрҙар инек. Төбәгебеҙгә килеп етеү менән телевизорҙарыбыҙҙы көйләп ҡуйҙыҡ. Быға тиклем урындағы хеҙмәттәр менән ҡуллана инек. Ай һайын 150-200 һум түләнек. Ирем менән уйлаштыҡ та, балалар үҫеп бөткәндәр, беҙҙең икебеҙгә шул тиклем канал нимәгә ул тип, күсергә булдыҡ. Һанлы сигнал сифатына һауа торошо йоғонто яһамай. Бынан тыш, экрандағы сағылыштың, тауыштың күпкә сифатлыраҡ, таҙараҡ булыуын билдәләп үтергә кәрәк, - ти Нәбиевтар.
«Һанлы» тапшырыу алымына күсеү «2009-2018 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһында телерадиотапшырыуҙарҙы үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы нигеҙендә бойомға ашырыла, ул заман талабы. Башҡортостанда телеселтәрҙе булдырыу менән Рәсәй теле- һәм радиотапшырыуҙар селтәре шөғөлләнә.
Уҙған йылдың аҙағына тиклем илебеҙҙең барлыҡ биләмәһе Рәсәй теле- һәм радиотапшырыуҙар селтәренең (РТРС) ике мультиплексы - РТРС-1 һәм РТРС-2 сигналы менән тәьмин ителергә тейеш ине. «Һанлы телевидение» менән ниндәйҙер айырым ойошма шөғөлләнмәй, шулай ҙа һорауҙар килеп тыуғанда тәүлек әйләнәһенә эшләгән бушлай федераль «ҡыҙыу бәйләнеш»кә
8(800)220-20-02 телефоны буйынса шылтыратып, мәғлүмәт алырға мөмкин.
«Һанлы» телевидениеға күсеүҙең отошло яғы, уны һайлаусылар абонент хаҡы түләмәйәсәк, йәғни тулыһынса бушлай егерме федераль каналды ҡарау һәм өс радиостанция тапшырыуҙарын тыңлау мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Әйткәндәй, ғәҙәти аналог алымда каналдарҙы күрһәтеү 2019 йылдың 3 июнендә туҡтатыласаҡ. Әлбиттә, «һанлы» тапшырыуға күсеүҙең кире яғын да билдәләп китеү урынлы булыр. БСТ, «Ҡурай» һәм үҙебеҙҙең Учалы телевидениеһы һанлы күрһәтеүгә күсмәйәсәк. Ошо хаҡта Учалы телевидениеһының баш инженеры Андрей Агуровтан да һораштыҡ:
- Эйе, үкенескә ҡаршы, төбәк телеканалдарының береһе лә Рәсәй теле- һәм радиотапшырыу селтәренең ике төп мультиплексына индерелмәне. Аналог телевидениенан баш тартыу һөҙөмтәһендә, төбәк, ҡала һәм муниципаль телекомпаниялар бик ауыр хәлдә ҡалды. Халыҡҡа федераль ғына түгел, урындағы яңылыҡтар ҙа ҡыҙыҡлы бит. Былтыр Мәскәүҙә уҙған медиафорумда ҡатнашырға тура килде, сарала ошо турала ҡыҙыу әңгәмә күтәрелде. Йәғни урындағы телевидениеларға нимә эшләргә, тигән.
Мәҫәлән, Татарстан, Яҡут-Саха, Кавказдағы республикалар үҙҙәренең төп телеканалдарын һаҡлап ҡаласағы хаҡында белдерә. Яҡын киләсәктә уларҙы әлеге мультиплекстарҙың береһенә ҡушыу мөмкинлеге күҙаллана. Бәлки, төбәк телеканалдары өсөн айырым мультиплекс та булдырылыр. Ул саҡта яратҡан БСТ, «Ҡурай», «Тамыр» телеканалдары һәм беҙ ҙә заманса һанлы күрһәтеүгә күсә аласаҡбыҙ.
Әммә былар барыһы ла һүҙҙә генә ҡала килә. Әлеге ваҡытта беҙ аналог форматта эшләүебеҙҙе дауам итәбеҙ. Ә инде кемдәр «һанлы» тулҡынға күскән, улар Учалы ТВ һәм БСТ ҡарауҙан мәхрүм.
Техник сәбәптәр арҡаһында бер телевизор «һанлы»ны ла, «аналог»ты ла ҡабул итә алмай. Телевизорҙарҙы яңы тулҡынға көйләүгә килгәндә, әгәр ҙә телевизорығыҙ иҫке икән һәм приставка һатып алмаған булһағыҙ, июнь башынан аналог сигналдарын һүндермәгән каналдарҙы ғына ҡарай алаһығыҙ, йәғни БСТ-ны һәм УчалыТВ-ны, ҡалғандары урынына ҡара экран ғына сығасаҡ. Ә инде әлегә тиклем кабель селтәре, IP TV, мәҫәлән «Ростелеком» («Башинформсвязь») хеҙмәттәре менән ҡулланыусылар беҙҙе ҡарауын артабан да дауам итәсәк. Учалы ТВ каналдар пакетына индерелгән, уның өсөн абонент хаҡ түләйһегеҙ. БСТ-ны ҡарау өсөн универсаль антенна һатып алырға йәки һанлы ҡорамал урынлаштырған хәлдә лә метрлы диапазонда ҡабул иткән антеннаны һаҡларға кәрәк буласаҡ, - тип аңлатма бирҙе ул беҙгә.
«Һанлы» телевидениеға күсеү менән элекке тлевизорҙар күрһәтеүҙән туҡтаясаҡ, улар сығарып ташлауҙан башҡаға эшкинмәйәсәк» тигән һүҙҙәр ҙә йөрөй... Был буш хәбәр, әммә бында ниндәйҙер кимәлдә өйҙәге техниканың торошо роль уйнай, әлбиттә. Мәҫәлән, 2014 йылдан һуң етештерелгән заманса теле-визоры булған кешеләргә дициметрлы диапазонлы антеннаға эйә булыу етә. Уның шәхси, коллектив, тышҡа йәки бүлмәгә ҡуйыла торған төрҙәренең барыһы ла ярай. Ә инде 2014 йылға тиклем сығарылған телевизор эйәләренә антенна һәм һанлы приставка алырға кәрәк. Приставка электроника магазиндарында һатыла, хаҡы яҡынса 700-2500 һум тора.