Беҙ, Учалы районының «Йөрәк хәтере. 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Ватанды һаҡлаусыларҙың балалары» йәмәғәт ойошмаһы ағзлары (800 кеше), фашист Германияһы менән һуғышта Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан бағыусылар, хәйриә эшмәкәрҙәре, бөтә район һәм ҡала халҡына ихлас итеп мөрәжәғәт итәбеҙ.
Ҡаланың Хәтер скверына «Һуғыш дәүере әсәләренә, тол ҡатындарына һәм балаларына» һәйкәлен урынлаштырыу өсөн финанс ярҙамығыҙ кәрәк, яҡташтар.
Алыш фронтта ғына түгел, тылда ла барҙы. Һуғыш дәүере әсәләре, ҡатындары һәм балалары - сабырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Ауыл хужалығы һәм сәнәғәт предприятиеларында көс еткеһеҙ ауыр хеҙмәттәре менән улар ҙа фашистарҙы Еңеү көнөн яҡынлаштырҙы, онотмайыҡ.
Тормош иптәштәрен, улдарын юғалтыуҙы кисереү, бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн әҙәм ышанмаҫлыҡ көс талап ителә уларға.
Илсе ауылынан Г.Л. Нәжметдинованың хәтирәләре:
- Һуғыш йылдарында торф ташырға ла, шахтаға терәүҙәр хәстәрләргә лә тура килде. Шахтанан мәғдәнде ҡул көсө менән күтәрҙек. Йәп-йәш ҡыҙҙар хәлдәре бөтөп сығыр (ворот) әйләндереп ҡаңғырҙы. Шахтала еүеш һәм ҡараңғы, күптәр туберкулездан үлде. Шахтаға төшөп, ауыр вагонеткалар этеү үҙе ни тора.
Учалы ауылынан Мәүхизә Ғәлләмова-Фәррәхова Бөйөк Ватан һуғышының тәүге осоронда уҡ алты улының бишеһен юғалта. Улар һис шикһеҙ мәңге хәтерҙәрҙә һаҡланыуға лайыҡ.
Һәйкәл бөтә киләсәк быуындарға һуғыш ғәрәсәттәре тураһында иҫкәртеү буласаҡ.
Изге, күркәм башланғысҡа булышлыҡ итергә теләгән кешеләргә аҡсалата ярҙам күсереү реквизиттары:
наименование получателя РОО «Память сердца. Дети погибших».
Расчетный счет получателя:
Корр/счет: 30101810500000000768 в Уральское ГУ Банка России.