Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
18 Ғинуар 2019, 10:51

Хаҡтар теүәл билдәләнде

Бөгөн халыҡтың иғтибарын ныҡ йәлеп иткән, көн ҡаҙағында булған проблемалар-ҙың береһе, әлеге лә баяғы шул сүп-сар реформаһына барып тоташа. Йәнә ошо хаҡта.

Бөгөн халыҡтың иғтибарын ныҡ йәлеп иткән, көн ҡаҙағында булған проблемалар-ҙың береһе, әлеге лә баяғы шул сүп-сар реформаһына барып тоташа. Йәнә ошо хаҡта.

Алдағы һандарҙа республикабыҙҙың дүрт ҙур зонаға бүленеүе һәм һәр береһе өсөн айырым операторҙар яуап биреүе хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Тик ойо-штороу эштәренән тыш, халыҡты әленән үк сүп-сар өсөн түләүҙәргә хаҡтарҙың үтә ҡиммәт итеп күрһәтелеүе борсолдора. Яңы коммуналь хеҙмәт өсөн аҡса 25 ғинуарҙан алына башларға һәм квитанцияларҙа ул тик февраль айында ғына күрһәтелергә тейеш ине. Тик, ишетеп белеүебеҙсә, ҡайһы бер район-ҡалаларҙа идарасы компаниялар әленән үк квитанцияларҙа ҡаты ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн хаҡ күрһәткән. Был законға тап киләме?

Хәлгә асыҡлыҡ индереп, Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров тарифтарҙы контролдә тотороға ҡушты:

- Республика халҡының социаль-иҡтисади хәленән сығып, мин хаҡтарҙы арттырмаҫҡа ҡушҡайным. Ҡалала түләү - 70, ә элек сүп-сар йыйыу алымы ойошторолмаған тораҡтарҙа 35 һумдан артмаҫҡа тейеш. Башҡа һандарҙы мин ҡабул итмәйем. Мине ишетегеҙ, - тип ҡәтғи талаптар ҡуйҙы Радий Фәрит улы. - Кемдер аҡса артынан ҡыуа, күрәһең. Был бөтөнләй законға тап килмәй. Бындай күренештәрҙе ҡырҡа бөтөрәбеҙ, принципиаль ҡарайбыҙ, башҡаларға фәһем булһын өсөн. Икеләтә түләүҙәр булмаҫҡа тейеш.

Бынан тыш, төбәк етәксеһе район хакимиәттәре башлыҡтарына 2019 йылдың аҙағына тиклем барлыҡ тораҡ пункттарҙы контейнер майҙансыҡтары менән тәьмин итергә ҡушты. Уның һүҙҙәренсә, республика уларҙы булдырыу сығымдарын ҡапларға әҙер. Әлеге ваҡытта ун меңдән ашыу контейнер майҙансыҡтары, шулай уҡ егерме меңдән күберәк контейнер кәрәк.

Радий Хәбиров Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазыловты республикала ҡалдыҡтар менән эш итеү өл-кәһендә реформаны тормошҡа ашырыуҙы контролдә тотоу өсөн яуаплы итеп тәғәйенләне.

25 ғинуарҙан төбәктә ауыл биләмәләре башлыҡтары менән кәңәшмәләр үткәрелә башлаясаҡ. Унда ағымдағы хәлде һәм ошо йәһәттәге мәсьәләләрҙе тикшереү күҙаллана, тип хәбәр ителә.

Сүп-сар реформаһы - ул халыҡ өсөн яңылыҡ. Ғәҙәттә, беҙ бөтә ҡалдыҡтарҙы сана-арбаға тейәп, ауыл осондағы сүплеккә алып барып бушатырға күнеккәнбеҙ.

Хәҙер килеп, һәр төрлө ҡаты ҡалдыҡтарҙы - быяла-шешә, пластик һәм башҡаһын һәр ҡайһыһын айырым тоҡҡа йыйып, күрһәтелгән контейнерҙарға алып барып һалырға тейеш булабыҙ. Әлбиттә, яңылыҡ. Әлегәсә булмаған хәл бит. Тик был реформа - көнүҙәк мәсьәлә.

Киләсәктә балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ таҙа һыу эсһен, сифатлы аҙыҡ менән туҡланһын тиһәк, Ер-әсәгә ярҙам итергә кәрәк.Полиэтилен тоҡсайҙар, пластик һауыттар, кәнсер ҡалайҙары ялан-ҡырҙарыбыҙҙы тамам ҡаплап алды бит инде. Уларҙы айырып йыйыу, эшкәртеүгә тапшырыу - был кампанияның тәүге аҙымы буласаҡ. Уйланайыҡ.

Таҙа йәшәү мәҙәниәтен бер кем дә бөтөрмәгән.Тик яҙғыһын иғлан ителгән өмәләрҙә генә түгел, мәҫәлән, ял итергә барғандан һуң үҙебеҙҙең арттан йыйыштырырға өйрәнһәк, тәбиғәткә зыян аҙыраҡ килер ине. Балаларыбыҙ-ҙа ла тирә-яҡҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү зарур. Юғиһә, аҡты ҡаранан айырмаусы, бер көн менән генә йәшәүсе быуын тамам Ерҙе юҡҡа сығарасаҡ бит. Ғөмүмән, экология, ҡаты ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу, оҙатыу, эшкәртеү темаһын халыҡ аңлап ҡабул итһен, уны тормошҡа ашырыуҙа һәр яҡлап булышлыҡ итһен ине.

Ошо темаға бәйле хәлдәр ауылдарыбыҙҙа нисек хәл ителә һуң? Мәҫәлән, Илсе ауыл Советы башлығы Илдар Сәлимов ошондай йөкмәткеле комментарий бирҙе:

- «Эко-Сити» төбәк операторы һәм Илсе ауыл биләмәһе араһында килешеү төҙөлгән. Әле ҡыҙыу әҙерлек эштәре бара. «Сантехмонтаж» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт беҙгә ете контейнер эшләп бирәсәк. Бының өсөн район хакимиәте аҡса күсергән дә инде. Һәр майҙансыҡ 14 мең 250 һум тора. Дүрт контейнер - Илселә, өсәүһе Рысайҙа (Рысай, Аҡбулат, Шишмә) урынлаштырыласаҡ. Контейнерҙарҙы халыҡ күп йөрөгән ерҙәргә урынлаштырырға ни-әтләйбеҙ. Халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыла. Тиҙҙән сход уҙғарасаҡбыҙ, унда ла ауыл халҡына ошо теманы ентекләп аңлатырбыҙ, тип ниәтләнәбеҙ.

Гүзәл ЛАТИПОВА.



Читайте нас: