Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
18 Ғинуар 2019, 11:10

Һәләтле етәксе, юғары категориялы табип

Хирург хеҙмәте һәр саҡ йәшәү менән үлемдең йөҙгә-йөҙ осрашҡан, еңешкән сигендә. Был хеҙмәтте донъялағы башҡа һөнәрҙәрҙең береһе менән дә сағыштырып булмай.

Хирург хеҙмәте һәр саҡ йәшәү менән үлемдең йөҙгә-йөҙ осрашҡан, еңешкән сигендә. Был хеҙмәтте донъялағы башҡа һөнәрҙәрҙең береһе менән дә сағыштырып булмай.

Нервы, аҡыл, физик көсөргәнеш талап иткән был бурысты иң көслө, үҙ-үҙенә ышанған һәм эшенә үтә яуаплы ҡараған кешеләр генә үҙ итә торғандыр. Паци-ентҡа диагноз ҡуйыу, операциялар яһау… Һәр бер осраҡты улар йәндәре, уй-хистәре аша үткәрә.

- Табип булыу - ул үҙ-үҙеңде аямау, күңелеңдең һәм уйҙарыңдың саф булыуын талап итә торған һөнәр. Әгәр ҙә барлыҡ белемеңде, энергияңды эшкә егеп, ҙур өмөт, ышаныс бағлаған ауырыуҙы үлем тырнағынан ҡотҡарып ҡалаһың икән, бөгөн һинән дә бәхетлерәк кеше юҡ, - ти үҙәк ҡала дауаханаһының эренле хирургия бүлеген етәкләүсе тәжрибәле табип Исхаҡ Йомаҡолов.

Табип-хирургтарҙы, ғәҙәттә, эске кисерештәрен тышҡа сығарып бармаған, аҙ һүҙле, йомоғораҡ кешеләр тип белә инем. Ә бына яҡындан аралашҡас, был уйым бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Ихлас, алсаҡ, ябай булыу өҫтөнә, бик хисле, шиғри күңелле кеше ул. Бындай шәхес тураһында яҙыу еңел дә, күңелле лә. Еңел, сөнки матур һүҙҙәр һайлап тораһы юҡ. Күңелле, сөнки кешеһе яҡшы.

Исхаҡ Хафиз улы сығышы менән Ҡаҙағстан далаларынан. Уран сығарылған ябыҡ типтағы йәшерен Степногроск, Целиноград ҡалаһында тыуып үҫкән. Мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлаған уҡыусы табип һөнәрен һайлаясағын алдан белгән була. 1987 йылда ул Целиноград ҡалаһының медицина инс-титутына уҡырға инә. Ординатураны тамамлағас, хәрби санитар частә, 1994 йылға тиклем РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының фәнни тикшеренеү агентлығында эшләй. Шул йылдарҙа ул Учалы ҡыҙы менән таныша, ғаилә ҡоралар. Башҡортостанға ҡунаҡҡа килгәндәрендә йәш кейәү Учалы тарафтарын бик оҡшата. Шунан инде йәштәр күсеп ҡайталар.

Исхаҡ Йомаҡоловты үҙәк ҡала дауаханаһы ҡуш ҡуллап хирургия бүлегенә эшкә ала. Ул башта таҙа хирургияла эш башлай. Һуңынан уны эренле хирургияның бүлек мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Тар белгестәрҙең етешмәгәнлеген үҙ иңендә тойоп йөрөгән йәш хирург артабан белемен камиллаштырырға ҡарар итә. Колопроктолог һәм онколог һөнәрҙәрен теләп үҙләштерә.

Әлеге көндә эренле хирургия мөдиренең ҡул аҫтында 27 кеше эшләй. Шәфҡәт туташтары, санитарҙар бүлектәге ауырыуҙарҙы тура мәғәнәһендә аяҡҡа баҫтырыуға күп көс һала.

Өлкән шәфҡәт туташы Нәфиә Айҙар ҡыҙы менән генә ике тиҫтәнән артыҡ йыл бергә эшләйҙәр икән.

Тәжрибәле хирург кәңәштәре менән йәш быуынға ла ихлас ярҙамлаша.

- Һәр пациент, һәр осраҡ - үҙенсәлекле, ҡатмарлы, хатта һуҡыр эсәккә операция яһауға ла еңел-елпе ҡарарға ярамай, - ти эренле хирургия бүлеге мөдире. - Үҙ ғүмеремдә төрлө ауырлыҡтағы йөҙҙәрсә операция яһап, анһат ҡына күренгән осраҡта ла хәлдең ҡатмарлашып китеү ихтималлығы хаҡында йәш табиптарҙы һәр саҡ иҫкәртә киләм. Эй, был ғына нимә ул, тип, төҙәтеп булмаҫлыҡ хата ла яһарға мөмкин.

Медицина, ғөмүмән, еңелел-пелекте яратмай. Беҙ килгәндә лә ул йәш хирург Илнур Исламов менән бер пациенттың хәл-торошо тураһында етди әңгәмәләшә, кәңәштәр бирә ине.

- Илнур белемле, отҡор, аҡыллы белгес. Киләсәктә бик яҡшы хирург буласаҡ. Үҙ-аллы операциялар ҙа эшләй башланы, - ти бүлек мөдире. - Ғөмүмән, дауаханала белгестәр өсөн лайыҡлы эш шарттары булдырылған. Хәҙер лаборатория менән интернет селтәре аша эшләйбеҙ. Рентген, ультратауыш тикше-реүе, анализдар дауахананың дөйөм селтәренә һанаулы минуттар эсендә килә. Элекке кеүек анализды сәғәттәр буйына көтөп, уның өсөн әллә ҡайҙа йүгерәһе түгел, шуға ла пациенттарыбыҙҙың хәлен тәүлек әйләнәһенә контролдә тота алабыҙ.

Бигерәк тә был ыңғай үҙгәрештәр баш табип Рөстәм Латипов килгәс башланды. Ул үҙе хирург, ультратауыш диагностикаһы табибы булараҡ, хәлебеҙҙе яҡшы аңлай.

Эйе, дауахана заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителә. Хәҙер яңы компьютерлы томограф, ультратауыш диагностикаһы, эсәк-ашҡаҙан сирҙәрен асыҡлау аппараттары һатып алынған. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың һөт биҙҙәрендә яман шеште алдан асыҡлау аппаратының килеүе лә көтөлә. Шәп бит!

Талантлы хирургтың ҡыҙы ла атаһы юлынан киткән, табип һөнәрен һайлаған. Әле ул ғаиләһе менән ситтә йәшәй. Исхаҡ Йомаҡоловты учалылар ныҡ хөрмәт итә. Табипҡа уңыштар теләйбеҙ.

Алһыу ХАННАНОВА.


Читайте нас: