Республикала «Инцидент» программаһы уңышлы эшләүен дауам итә. Уның аша Башҡортостан халҡы үҙен борсоған мәсьәләләрҙе хәл итә.
Белеүегеҙсә, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың барлыҡ түрәләргә социаль селтәрҙәргә теркәлеп, халыҡ зарына иғтибар итергә ҡушҡайны. Был алым бик уңышлы эшләй.
Власть вәкилдәре мөрәжәғәттәрҙе даими мониторинглап бара. Учалылар ҙа әүҙем, Радий Хәбировтың «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәһендә һорауҙары күренгеләп ҡала. Күптән түгел районыбыҙҙан Юлиә Ғарипова Радий Хәбировтың сәхифәһенә Учалы ауылының РТС биҫтәһендәге урамдарҙың ҡараңғы булыуы хаҡында яҙа. Һүҙ Еңеүҙең 30 йыллығы һәм Элеватор урамдары тураһында бара был осраҡта.
«Учалы ауылында кеше йөрөгән урындарҙа яҡтылыҡ юҡ, ә кеше йөрөмәгән урындарҙа бағаналарҙа ут бар», - тип бәйән итә мөрәжәғәт итеүсе. Ғөмүмән, ауыл урамдарын яҡтыртыу мәсьәләһе республика етәкселеге тарафынан ҡаты күҙәтеүгә алынған. Был турала күптән түгел Хөкүмәттең оператив кәңәш-мәһендә лә билдәләнде.
Районыбыҙҙа урамдарҙы яҡтыртыу буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү», «Реаль эштәр» программалары буйынса ғына ла күпме ауылдар яҡтырып ҡалды. Бынан тыш, район, урындағы үҙидаралыҡтар булышлығында был мәсьәләне хәл итеү дауам итә.
Учалы ауылында урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе нисек тормошҡа ашырылыуын белеү маҡсатында урындағы хакимиәт башлығы Альберт Любик улы Мостафинға мөрәжәғәт иттек.
- 2018 йылда «Энергияны һаҡлау һәм уның эффектлылығын арттырыу» комплекслы программаһы сиктәрендә район бюджетынан өс миллион һум аҡса бүленде. Сумманы тулыһынса үҙләштереп, смета-проект документтары төҙөп, подрядсылар билдәләнгәндән һуң, Учалы, Өргөн, Ҡалҡан, Һәйтәк ауы-лдарында иҫке ДРЛ маркалы 574 лампаны заманса энергияны һаҡсыл файҙаланыусыларына алыштырҙыҡ. Ошо рәүешле беҙҙең сығымдар, алдағы йылдар менән сағыштырғанда, 45 процентҡа кәмене. Аҡсаға әйләндергәндә сама менән 700-800 мең һум. Бөгөнгө көндә беҙҙә яҡтыртылмаған участкалар байтаҡ ҡына. Уның сәбәбе, был участкалар йылдар дауамында яҡтыртылмаған, проектҡа инмәй ҡала килгән. Быға тиклем проблеманы хәл итеү финансҡа бәйле булһа, хәҙер иһә заманса лампалар ярҙамында экономияланған аҡсабыҙҙы ошо ҡараңғы урамдарҙы яҡтыртыуға тотонасаҡбыҙ. Эштәр этаптарға бүленеп башҡарыласаҡ. Сығымдар ҙур, кабель һуҙып ун лампаны элеү яҡынса йөҙ мең һумға барып баҫа, - ти Альберт Любик улы.
Был тәңгәлдә эштәр башланған да инде, яңы йылға тиклем Хоҙайбирҙин, Осипенко урамдарына яҡты биргәндәр, биш лампа эленгән.
- Мөрәжәғәт менән килеүселәр күп. Урамдарҙы яҡтыртыу алдан планлаштырылғаны тураһында әйтәбеҙ, аңлатабыҙ. Мәҫәлән, башта телгә алынған РТС-тағы Элеватор, Еңеүҙең 30 йыллығы урамдарына килгәндә, күптән планға алынған ине. Әммә, беҙ «Тиҙ ярҙам» хеҙмәте түгелбеҙ бит, шылтыраттылар, әйттеләр, шундуҡ сығып эшләргә. Барыһы ла план буйынса бара. Тәүҙә смета документтары әҙерләргә, подрядсыларҙы табырға кәрәк. Кем етте шуға ла ҡушып булмай, аҡсаны экономияларға арзанын эҙләйбеҙ. Әлеге ваҡытта мөрәжәғәттә телгә алынған участкаларҙа алты яҡтыртҡыс ҡуйылған. Артабан өҫтәп эләсәкбеҙ, эштәр дауам итәсәк, пландар күп. Төнъяҡ, көнсығыш тыҡырыҡтарына ла лампалар ҡуйырға кәрәк. Мәғариф учреждениелары биләмәләренә өҫтәмә яҡтыртҡыстар ҡуйыласаҡ.
Әлбиттә, уйламағанда проблемалар ҙа килеп сыға. Былтыр йәй ҡойма ямғырҙар ваҡытында етештереүсе заводтың ғәйебе менән 110 дана лампа янып сыҡты. Контракт шарттарына ярашлы, экспертиза үткәрелде, етештереүсе ғәйебен таныны. Зыянды ҡапланы, янғандары урынына яңыларын ҡуйҙыҡ. Әйткәндәй, заманса яҡтыртҡыстарҙың гарантия ваҡыты һигеҙ йыл, ә эксплуатациялау дәүере егерме йыл, - тип аңлатты Альберт Мостафин.
Ауылдарҙан да мөрәжәғәттәр менән күп киләләр. Ҡайһы берәүҙәр бағана һайын яҡтыртҡыс ҡуйыуҙарын һорай икән. Өй ҡаршыбыҙға лампа кәрәк, тип давайлашыусылар ҙа бар. Альберт Любик улы әйтеүенсә, теләгендә булған һәр кеше ҡапҡа алдарына үҙҙәре һатып алып элә ала икән. Артыҡ ҡиммәткә лә төшмәй, мәҫәлән 60 ватлыһы өсөн ай һайын яҡынса 45 һум түләргә тура киләсәк.
Башҡараһы эштәр күп әле. Әлеге ваҡытта Учалы ауыл хакимиәтенә ҡараған бар-лыҡ ауылдарҙа ла урамдарҙы яҡтыртыу буйынса эш бара. Йыл аҙағына тиклем илле-алтмыш лампа ҡуйылһа, проб-лема хәл ителеп бөтәсәк.
Әлбиттә, бынан тыш башҡа хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар. Мәҫәлән, лампа эленәсәк бағаналарҙың иҫке булыуы, ә ҡайһы бер урамдарҙа таяуҙар бөтөнләй юҡ. Учалы ауылын «Учалы ҡалаһы электр селтәрҙәре», ә ауылдарҙы район электр селтәрҙәре хеҙмәтләндерә. Таяуҙарҙы яңыртыу планға ярашлы бара. Әлеге көндә Бәләкәй Учалыла Лесопильный урамындағы бағаналарҙы алыштыралар. Шулай уҡ иҫке кабелдәрҙе замансаға алыштырыу буйынса ла әүҙем эш башланған.