Яйыҡ
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
25 Ғинуар 2019, 13:17

Халыҡ-ара студенттар көнө

Календарҙа 25 ғинуар «Татьяна» көнө булараҡ билдәләнә.

Календарҙа 25 ғинуар «Татьяна» көнө булараҡ билдәләнә. Был дата рәсми рәүештә 14 йыл элек билдәләнә башлай, 1755 йылдың 25 ғинуарында - Изге Татьяна көнөндә батшабикә Елизавета "Мәскәү университеты тураһында" указға ҡул ҡуя. Шул ваҡыттан Изге Татьяна студенттарҙың ҡурсалаусыһы тип һанала. Байрамды хәҙер илдең бөтә студенттары көтөп ала.
Беҙҙең йәштәр уны Тәслимә көнө тип шаярта. Мәрәкә һүҙгә урын бар, әлбиттә, әммә студенттар - ул ҙур социаль көс. Шул уҡ ваҡытта уларҙы борсоған мәсьәләр ҙә етерлек. Тормоштарына, уҡыу, мәшғүллек мәсьәләһенә ҡағылышлы яңылыҡтар бик йыш өҫтәлеп тора бит.
Студент - киләсәккә төрлө пландар ҡороп, төн йоҡоларын йоҡламайынса тырышып-тырмашып белем диңгеҙен кискән кеше ул. Тик уҡыу менән генә мәшғүл булһаң, ул ваҡытта тормоштоң иң матур, күңелле мәле булып һаналмаҫ ине студент йылдары. Уҡыу менән төрлө шөғөлдәрҙе уңышлы үҙләштереүсе йәштәр бөгөн уңышлылар рәтендә.
Беҙҙең ҡалала ла яҡшы уҡып, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаған, бер ҡайҙа ла һынатмаған йәштәребеҙ бихисап.
Барлыҡ студенттарҙы ла матур байрамдары - Рәсәй студенттары көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ! Уҡыуығыҙҙа, тормошоғоҙҙа ҙур уңыштар теләйбеҙ! Яулар үрҙәрегеҙгә ҡыйыу атлағыҙ!
Айгөл ХИСАМОВА.
Читайте нас: