Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
25 Ғинуар 2019, 13:33

Мәсьәлә яйлап хәл ителә

Учалы АТП-һы эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәсьәләләр гәзитебеҙ биттәрендә әленән-әле яҡтыртылып тора.

Учалы АТП-һы эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәсьәләләр гәзитебеҙ биттәрендә әленән-әле яҡтыртылып тора. Улар араһында иң актуаль булып иҫәпләнгәндәре, әлбиттә, йәмәғәт транспорты менән тәьмин ителеш.

Уҙған йылда «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһынан вәкилдәр килеп, район етәкселеге, Учалы АТП-һы вәкилдәре менән осрашып, киҫкенләшкән мәсьәләне хәл итеү юлдары барланғайны. Бөгөнгө көндә предприятиела үҙгәрештәр бармы? Етешһеҙлектәр бөтөрөләме? Ошо хаҡта беҙ Учалы АТП-һы директоры Фәнүз Шәймәрҙәновтан һораштыҡ. Уның белдереүенсә, һуңғы яңылыҡтар рәтенә ҡала автобустары маршрутындағы үҙгәрештәрҙе индерергә мөмкин.

- Ҡала буйлап йөрөүсе автобустарҙың иртәнге һәм киске рейстары уҙған йылдың декабренән Учалы тегеү фабрикаһына инеп сыға.

Был, әлбиттә, унда эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең уңайлығы өсөн эшләнә. Тегенселәргә хәҙер ҡаланан күпкә ситтә урынлашҡан предприятиенан йәйәүләп ҡалаға туҡталышҡа килергә кәрәкмәй.

Ҡала маршруты уларҙы туҡталыштан - фабрикаға, фабриканың үҙенән ҡалаға тиклем үк илтеп ҡуя, - тип аңлатты Фәнүз Сәлих улы.

Шулай уҡ Бурансыла, ҡалалағы барлыҡ туҡталыштарҙа автобустарҙың теҙмәһе яҙылған алтаҡталарҙы күрергә мөмкин. Әйткәндәй, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы филиалы - Учалы АТП-һының рәсми бите булдырылған. Бында яҡташтарыбыҙ автобустар йөрөшөнөң графигын теүәл асыҡлай ала. Шулай уҡ үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреп, файҙалы мәғлүмәт туплау мөмкинлеге лә булдырылған.

Уҙған йылдың декабрендә эксперимент рәүешендә асылған «Учалы-Белорет» маршруты уңышлы булып сыҡҡан. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күрше ҡалаға тиклем автобустар дүшәмбе, шишәмбе, кесаҙна һәм йома көндәрендә иртәнге сәғәт 8-ҙән йөрөй.

Бынан тыш, Учалы АТП-һы Өфө, Екатеринбург ҡалаларына ла рейстар ойоштора. Күптән һыналған, рентабелле рейстар иҫәбендә был маршруттар. Шулай уҡ ағымдағы йылдың февраленән Стәрлетамаҡ һәм Силәбе ҡалаларына ла рейстар булдырыу планлаштырылған.

Ә бына «Учалы-Ахун» автобусы ваҡыты-ваҡыты менән ярым буш йөрөй икән. Айырыуса ауылдан ҡалаға ҡарай ҡуҙғалған иртәнге рейста кеше булмай тиерлек. Шуға күрә, халыҡтың мөрәжәғәте буйынса, иртәнге рейс бер ни тиклем һуңыраҡ, 09.30 сәғәттә башҡарыла хәҙер.

Шул уҡ ваҡытта Учалы ауылына барыусы автобуста һәр ваҡыт кеше күп була. Халыҡ араһында ҙур һорау менән ҡулланған рейс ул. Шуға ла 1 февралдән был ауылға тағы ла бер өҫтәмә автобус йөрөйәсәк, тип хәбәр итте Фәнүз Сәлих улы.

Уҙған йылдың аҙағында уҙған кәңәшмәлә Учалы АТП-һына «Башавтотранс» предприятиеһы 1,5 млн һум аҡса бүлергә вәғәҙәләгәйне.

- Эйе, килешелгән сумма килде. Беҙ уларға тәгәрмәстәр, запас частар һатып алдыҡ. Бер нисә автобусты ремонтлауға ирештек. Шулай ҙа техника боҙолмай тормай бит. Ә кәрәкле деталдәр Өфөнән, баш предприятиебыҙҙан, килеп еткәнсе, ваҡыт үтә. Был алым, әлбиттә, эшмәкәрлегебеҙҙе тотҡарламай ҡалмай. Шуға ла запас частар менән тәьмин ителеш беҙҙең өсөн актуаль булып ҡала. Кадрҙар мәсьәләһе лә көнүҙәк. Шуға күрә эш таба алмайынса интеккәндәргә рәсми рәүештә мәшғүл булыу мөмкинлеге бар, - ти Учалы АТП-һы директоры.

Гүзәл ЛАТИПОВА.


Читайте нас: