Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
25 Ғинуар 2019, 12:39

Ҡырҡ көн кәрәк

Үҙәк матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, Сибай карьерына өлөшләтә һыу тултырырға хәл ителгән.

Үҙәк матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, Сибай карьерына өлөшләтә һыу тултырырға хәл ителгән.

Был хаҡта Сибай ҡалаһы мэры Рөстәм Афзалов белдергән.

- Бының өсөн кәмендә 40 көн кәрәк, шуға күрә төтөн проблемаһын, алдан билдәләнгәнсә, 1 февралгә хәл итеп булмаясаҡ, - тигән ул.

Ҡала властары карьер янында урынлашҡан йорттарҙа йәшәүселәрҙе эвакуацияларға тура килгән осраҡта 27 ваҡытлыса урынлаштырыу пунктын да әҙерләгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,18 ғинуарҙа Сибай прокуратураһы һауаның бысраныуы тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылыуын хәбәр иткәйне.

Сибайҙан 500 бала бушлай Ҡырым шифаханаларына ебәрелә. «Талҡаҫ» шифаханаһы һәм Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты профилакторийҙары ла 70 путевка бүлә.

Фирүзә ТАҺИРОВА.
Читайте нас: