Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
28 Ғинуар 2019, 10:41

"Ауыл советтары манифесы"

Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондары ауыл хакимиәттәре башлыҡтары "Ауыл советтары манифесы" өҫтөндә эш башланы.

Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондары ауыл хакимиәттәре башлыҡтары "Ауыл советтары манифесы" өҫтөндә эш башланы. Был аҙнала БР Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың Әбйәлил районына эшлекле сәфәре барышында үҙидара органдары вәкилдәре менән осрашыу уҙҙы. Ул үҙенсәлекле форматта ойошторолдо. Брейн-ринг йәғни фекер алышыуҙар рәүешендә муниципалитеттар вәкилдәре эшлекле тәҡдимдәр яһаны һәм республика етәксеһенең яуабын ишетә алды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостандың һәр төбәгендә ауыл һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары өсөн ошондай осрашыуҙар буласаҡ.

- Йыл аҙағынса бөтә республиканы урап сығырға уйлайбыҙ. Ҡала һәм ауыл хакимиәттәре башлыҡтарының ҡарашын өйрәнеп, уларҙың фекерен белешәм. Уларға файҙалы икән, киләһе йылда ла ошондай осрашыуҙар буласаҡ. Һәр ваҡыт форматын үҙәгәртеп торасаҡбыҙ, - тине Радий Хәбиров.

- Ултырыш барышында ауыл һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары 10 йүнәлеш буйынса эшләне. Һаулыҡ һаҡлау, экология, мәғариф, хәүефһеҙлек кеүек темалар тәҡдим ителде. Учалы районы Наурыҙ ауылы хакимиәте башлығы Закир Ғарипов әйтеүенсә, республика етәксеһе менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү киләсәккә ҙур өмөт уята.

- 2011 йылдан хакимиәт башлығы булып эшләү дәүерендә республика етәкселегенең ауыл халҡына, ауыл мәсьәләләрен хәл итеүгә һәр ваҡыт иғтибарын тойҙом. Бөгөн республика етәкселеге алмашынған ваҡытта, халыҡта киләсәккә өмөт уянды. Ошондай кәңәшмә оҡшай. Ергә төшөп аныҡ проблемалар тураһында һөйләшеү ауыл хакимиәттәре башлыҡтары өсөн үтә лә мөһим, - ти Закир Ғарипов. Ауыл һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары менән осрашыу барышында Радий Хәбиров һәр кемдең тәҡдимдәрен тыңлап шунда уҡ Хөкүмәткә уларҙы хәл итеү һәм өйрәнеү өсөн аныҡ ҡарарҙар һәм күрһәтмәләр бирҙе.

Үҙ хәбәрсе.
Читайте нас: