Яйыҡ
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
29 Ғинуар 2019, 13:18

Һаҡ булығыҙ! Киҙеү осоро етте

Белгестәр күҙаллауынса, Башҡортостанда грипп (киҙеү) эпидемияһы ғинуар - март айҙарында тараласаҡ, уның иң юғары нөктәһе февраль-мартта көтөлә.

Белгестәр күҙаллауынса, Башҡортостанда грипп (киҙеү) эпидемияһы ғинуар - март айҙарында тараласаҡ, уның иң юғары нөктәһе февраль-мартта көтөлә.


Гриптың штамдарына килгәндә, быйыл А1 (сусҡа киҙеүе) вирусы үҙ­гәрмәгән. Төп ҡурҡыныс - ул тиҙ үҫешә, һаулыҡ һәм ғүмер өсөн хә­үефле булған ҡатмарлы пневмо­нияға алып килеүе бар. Унан тыш быйылғы миҙгелдә А2 (Сингапур) һәм В2 (Колорадо) яңы штамдары булыуы көтөлә.


“Роспотребнадзор” хәбәр итеүен­сә, ғинуарҙа республикала киҙеүҙең тәүге осраҡтары теркәлгән. Шулай уҡ төбәктә вируслы инфекциялар менән сирләүселәр һаны ла арта. Өлкәндәр араһында эпидемик сик күтәрелһә лә, хәл контролдә тотола.


Ғинуар уртаһына 13 мең самаһы кеше киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләгән, уларҙың 60 проценты – балалар. Был һан декабргә ҡарағанда түбә­нерәк, сөнки Яңы йыл алдынан төбәктә 18 меңләгән кешегә ошондай диагноз ҡуйылған.


Сирләүселәрҙең һаны сағыш­тыр­маса түбән булыуын белгестәр вирусҡа ҡаршы вакциналар менән бәйләй: 2018 йылдың аҙаҡҡы кварталында 1,8 миллион кешегә ви­рус­ҡа ҡаршы вакцина һалынған. 2017 йылда иһә республикала 1,6 мил­лион кеше прививка яһатҡан ине.


Әммә тынысланырға иртәрәк: үр­ҙә әйткәнсә, сирләүселәр һанының февралдә ҡырҡа артыуы ихтимал. Нисек кенә булмаһын, ауырыу билдәләрен тойоу менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Киҙеү аяуһыҙ – уны ваҡытында һәм дөрөҫ дауаламау һаулыҡҡа ифрат ҙур зыян килтереүе, хатта үлемесле осраҡҡа еткереүе ихтимал.


Шулай ҙа сирҙе алдан иҫкәртеү зарур. Туҡланыу файҙалы булһын, йылыраҡ кейенеп йөрөгөҙ, йоҡо­ғоҙҙо туйҙырығыҙ. Сирлә­гәнһегеҙ икән, уны башҡаларға йоҡтормаҫҡа тырышығыҙ. Кеше араһына сығырға тура килһә, медицина битлеге ҡулланығыҙ. Уны ике сәғәт һайын алмаштырып торорға кәрәк.
Алһыу ШӘНГӘРӘЕВА.
Читайте нас: