Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
1 Февраль 2019, 12:30

Нисек йәшәйһең, Сәфәр ауылы?

Әлеге мәлдә район буйынса ауыл биләмәләрендә сходтар үтә. Район Советы секретары Зариф Ғарипов белдереүенсә, барлығы 68 йыйылыш уҙғарыу планлаштырылған, шуларҙың ун туғыҙы үткәрелгән дә инде.

Әлеге мәлдә район буйынса ауыл биләмәләрендә сходтар үтә. Район Советы секретары Зариф Ғарипов белдереүенсә, барлығы 68 йыйылыш уҙғарыу планлаштырылған, шуларҙың ун туғыҙы үткәрелгән дә инде.

Был аҙнала Сәфәр ауылында ойошторолған осрашыуға район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Ғиләзетдинов килде. Сара алдынан Руслан Ғәлийән улы ауылдағы балалар баҡсаһын, табип амбулаторияһының хәл-торошон ентекләп ҡараны.

Сәфәр ауылы балалар баҡсаһында өс төркөм бар, унда бөтәһе 78 бала шөғөлләнә. Мөдир Айгөл Мөхәмәтдинова тәҙрәләрҙе алыштырыу, түбәне яңыртыу кәрәкле-ген билдәләне. Руслан Ғәлийән улы ҡыйыҡты яңыртасаҡтарын белдерҙе, ә тәҙрәләрҙе алмаштыртыу өсөн ҡала-райондың мәғариф бүлегенә заявка бирергә кә-рәклеген билдәләне.

Сәфәр табип амбулаторияһы Абҙаҡ, Мансур, Буранғол, Малай Муйнаҡ, Ильинка, Шартым ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Әммә был медицина учреждениеһында терапевт юҡ. Өлкән шәфҡәт туташы Лилиә Әхмәтова белдереүенсә, компьютерҙар ҙа етешмәй. Шунлыҡтан анализдарҙы Берҙәм медицина мәғлүмәт-аналитика системаһына (ЕМИАС) керетеп булмай.

- Был мәсьәләне ыңғай хәл итербеҙ. Компьютерҙар һатып алынасаҡ, - тип ышандырҙы район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары хеҙмәткәрҙәрҙе.

Артабан Руслан Ғиләзетдинов ауыл клубына халыҡ менән осрашыуға йүнәлде. Йыйылышҡа кеше күп килгәйне. Халыҡ үҙен борсоған һорауҙарҙы бәйән итте. Уларҙың береһе - Мәктәп урамына тиҙлекте сикләү өсөн «ятҡан полицей» ҡоролмаһы һалыу. Ҙур тиҙлектә йөрөүсе автомобилдәр кеше ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуялар, тип билдәләне урындағы халыҡ.

- Был етди мәсьәлә. ЮХХДИ инспекторҙары менән кәңәшләшеп, проблеманы ыңғай хәл итергә тырышырбыҙ, - тигән яуап алдылар.

Шулай уҡ район электр селтәрҙәре предприятиеһына дәғүәләр булды. Улар электр утын алдан хәбәр итмәйенсә һүндерәләр, шуның арҡаһында көнкүреш техникаһы зыян күрә икән. Шулай уҡ халыҡты эндокринологка ҡаралырға эләгә алмауҙары ла борсоуға һала.

Ауылда һуңғы тапҡыр янғын сыҡҡанда Мансур ауылындағы ирекле янғын һүндереү командаһы килмәүенә халыҡ ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Быға яуап итеп, ул ваҡытта янғын һүндереү машинаһының төҙөк булмауына һылтандылар. Халыҡ әйтһә - хаҡ әйтә тигәндәй, аҡса бит шул етешһеҙлектәрҙе ваҡытында бөтөрөү өсөн йыйыла түгелме?

Балалары мәктәптә уҡыған, балалар баҡсаһына йөрөгән бер төркөм ата-әсәләр:

- Ауылға «зәңгәр яғыулыҡ» үтеп тә, ни эшләп был учреждениелар һаман да газ ярҙамында йылытылмай? Ҡышҡы һалҡындарҙа биналарҙа балаларға һыуыҡ бит, - тигән мәсьәләне күтәрҙеләр.

Район ҡаҙнаһында әлегә был эштәр өсөн аҡса ҡаралмағанлығы тураһында белдерҙе район етәкселеге.

Йыйылышҡа килеүселәр ауыл Советы башлығын ҡасан тәғәйенләйәсәктәре тураһында ла һүҙ ҡуҙғатты. Әлеге мәлдә Сәфәр ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса эштәр менән идара итеүсе Зифа Фәйзуллина башҡара.

Алһыу ШӘНГӘРӘЕВА.
Читайте нас: