Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
1 Февраль 2019, 18:43

“Ҡыҙыл әтәс”тән араланылар

Янғындар һуңғы осорҙа бөтә ил, республикалағы кеүек үк, районыбыҙҙа ла йышайҙы.

Янғындар һуңғы осорҙа бөтә ил, республикалағы кеүек үк, районыбыҙҙа ла йышайҙы.
Ут афәтен иҫкәртеү маҡсатында әллә күпме яҙҙыҡ, янғын һүндереүселәр ҙә был хаҡта әленнә-әле иҫкәртеп тора. Фажиғәләрҙең сәбәптәре ғәҙәттә бер төрлөрәк – саманан тыш мейесте ҡыҙҙырғансы яғыу, электр сымдарының төҙөк булмауы һәм иҫерек килеш ташланған тәмәке төпсөгө...

Ошо көндәрҙә Наурыҙ ауыл Советы башлығы Закир Ғарипов беҙгә шылтыратып, биләмәләрендә булған хәлде бәйән итте:
- 2 ғинуар көнө, Наурыҙ ауыл биләмәһенә ҡараған Йәндек ауылына өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа килгән 13 һәм 12 йәшлек Станислав һәм Роман Яҡуповтар сәғәт киске алтылар тирәһендә урамда уйнап йөрөгән булалар. Яңғыҙ йәшәгән Рәфидә әбей Фәтҡуллина йәшәгән йорттоң мөрйәһе ҡып-ҡыҙыл булып баҙлауын, уттың ҡыйыҡҡа ла тоҡана башлағанлығын күреп ҡалалар. Малайҙар юғалып ҡалмай, кисекмәҫтән был хаҡта күршеләрендә генә йәшәүсе Айҙар Юзлибаевка хәбәр итәләр. Айҙар ағайҙары ҡыйыҡ башына менер өсөн ҡараңғыла баҫҡыс эҙләргә тип ынтылғас, малайҙар: «Беҙҙе мендер, хәҙер ҡар менән һүндерәбеҙ», - тип кәңәш итәләр. Малайҙарҙың иғтибарлылығы һәм яна башлаған утты һүндереүҙә күрһәткән сослоҡтары арҡаһында Рәфидә әбейҙең йорто янғындан ҡотҡарып ҡалына.
Бына ошо рәүешле оло афәт кисектерелә Йәндектә. Рәфидә әбей йортон һаҡлап ҡалған малайҙарға, ауылдаштарына сикһеҙ рәхмәтле. Бына ошондай батыр, ҡыйыу һәм сос егеттәр йәшәй беҙҙең арала. Аҡыллыға – ишара, тиҙәр. “Ҡыҙыл әтәс”тән һаҡ булайыҡ!
Гүзәл ЛАТИПОВА.
Читайте нас: