Алһыуым ҡул күтәрә. «Мин!» - тип һикереп тормай ул, сабыр ғына үҙ сиратын көтә.
Күҙҙәремә генә ҡарап, һәр әйткәнемде тыңлап ултырғанғалыр, уҡыу еңел бирелә уға. «4»-кә, «5»-кә генә өлгәшә, китап-дәфтәрҙәре таҙа, тышланған, өҫтө бөхтә, сәстәре килешле генә итеп үрелгән. Һәр дәрескә ныҡлы әҙерлек, теләк менән йөрөй. Тыныс, ипле, ярҙамсыл, асыҡ йөҙлө бала.
Алһыу - күп балалы ғаиләнән. Лидиә менән Марат Әхмәтовтар алты бала тәрбиәләй. Карина - 5-се, Алһыу - 3-сө, Регина 1-се класта уҡыйҙар. Биш йәшлек Булат менән өс йәшлек Ильяс балалар баҡсаһына йөрөйҙәр. Кескәй Сафияға әле бер генә йәш.
Шундай күркәм ғаилә йәшәй беҙҙең Илсе ауылында. Ғаилә башлығы Марат «Учалы йылылыҡ селтәрҙәре» акционерҙар йәмғиәтендә биналарҙы һәм ҡоролмаларҙы ремонтлау буйынса участка мастеры булып эшләй. Әсә кеше өйҙә балалар менән мәж килә. Көн һайын иртән өс ҡыҙҙың сәсен үрергә, ике малайҙы балалар баҡсаһына алып барырға, көн буйы бәләкәй Сафия менән донъя көтөргә кәрәк. Унан тыш, Лидиә балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә ата-әсәләр комитеты ағзаһы. Һәр уҡытыусының, һәр тәрбиәсенең уң ҡулы. Уның йә мәктәпкә, йә балалар баҡсаһына килгәнен, йә ҡыҙҙарын етәкләп, клубҡа бейеү, бәйләү түңәрәктәренә, китапханаға барғанын йыш күрергә мөмкин. Һәр иртәлеккә, һәр байрамға балалар әҙер: костюмдар тегелгән, салаттар эшләнгән, бәлештәр бешкән була. Әммә бер ваҡытта ла Лидиәнең: «Арыным, өлгөрмәйем, эшем күп», - тигәнен ишеткәнем юҡ. Һәр саҡ йөҙө асыҡ, йыраҡтан уҡ һаулыҡ бирер, хәлеңде һорар, ысын күңелдән һөйөнөр, көйөнөр.
- Барыһына ла нисек өлгөрәһең? - тип һорайым унан аптырап.
- Минең бит Маратым бар, - ти ул баҫалҡы йылмайып. - Тағы ла әсәйем менән ҡәйнәм ныҡ ярҙам итә. Уларһыҙ ни эшләр инем - белмәйем.
Эйе, Марат егәрле, төплө хужа, ҡатынына, ғаиләһенә ныҡлы терәк. Ҡалаға яҡын ғына өй һалып ятыуына ҡарамаҫтан, әле йәшәгән олатаһының өйөн дә сынъяһау итеп ҡуйған. Өйгә һыу үткәргән, кер, һауыт-һаба йыуыу машиналарын көйләп ҡуйған - ҡатынының эшен төрлө яҡлап еңеләйтергә тырышҡан. Ғаиләнең еңел машинаһы, тракторы бар. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт үрсетеп, баҡса үҫтереп, матур итеп донъя көтөп яталар.
Ошоларҙан тыш, Марат яңғыҙ әсәһенең, апаһы менән һеңлеһенең дә берҙән-бер ныҡлы терәге, ышанысы, өмөтө. Иртә донъя ҡуйған атаһының да, фажиғәле вафат булған ҡустыһының да ҡайғыһы ла, донъялыҡтағы эше лә уның иңенә ятҡан. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, аҡыллы, баҫалҡы, ярҙамсыл булыуы менән айырылып тора. Ғаиләнең татыулығы, тәрбиәлелеге, кешелеклелеге - һоҡланырлыҡ!
Татыу ғаилә - ил күрке, ти халыҡ мәҡәле. Аллаһ бирһә, ошо бәхетле ғаиләлә үҫкән балалар ата-әсәһенә терәк, илгә кәрәкле, файҙалы кешеләр булып үҫеп етерҙәр. Лидиә һәм Марат Әхмәтовтарға оҙон ғүмер, һаулыҡ, тик шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына теләп ҡалам. Бәхет карабығыҙ ел-дауылдарға бер ваҡытта ла бирешмәһен.