Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
8 Февраль 2019, 11:11

Мортаза Рәхимовҡа - 85 йәш!

Башҡортостан Республикаһының тәүге Юғары Советы Рәйесе, Рәсәйҙең Федерация Советы һәм Дәүләт Советы ағзаһы булған, хеҙмәте I һәм II дәрәжә "Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн", Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы, "Почет Билдәһе" ордендары, башҡа бик күп орден һәм миҙал менән баһаланған башҡорт халҡының хөрмәтле аҡһаҡалы, 1990-2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһына етәкселек иткән беренсе Президентыбыҙ 7 февралдә Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов олпат байрамын – 85 йәшлек юбилейын билдәләне.

...Уҙған быуаттың тәүге яртыһы. Күгәрсен районының Тәүәкән ауылы егете Мортаза Рәхимов баш ҡаланан 300 саҡрымлап ситтә ятҡан ерҙән килеп, Өфө нефть техникумына уҡырға инә.
Техникум тамамлаған йәш белгес хеҙмәт юлын 1956 йылда Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор булып башлай. Һөнәрен тәрәнерәк үҙләштереү теләге йәш оператор Рәхимовты аҙаҡ Өфө нефть институтының киске бүлегенә уҡырға алып килә.
Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр, ти башҡорт халҡы. Ҡоролма начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары, производство бүлеге начальнигы урынбаҫары, баш инженер урынбаҫары, баш химик, баш инженер һәм ҡеүәтле завод директоры - былар Мортаза Рәхимовтың хеҙмәт биографияһындағы тулы булмаған исемлек.
Атанан күргән - уҡ юнған. Атаһы Ғөбәйҙулла Зөфәр улы Бөйөк Ватан һуғышынан һуң колхоз рәйесе булып эшләй, Мортаза Ғәбәйҙулла улы дүрт миллионлы республика башлығы дәрәжәһенә саҡлы күтәрелә.
Бөгөн Мортаза Рәхимовҡа - 85 йәш. Эйе, ғүмер, аҡҡан һыу кеүек, үтә лә китә, ләкин кеше ҡалдырған эҙҙәр барыбер юйылмай.
Алһыу ХАННАНОВА.

Читайте нас: