Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
8 Февраль 2019, 16:08

Яғымлы ҡарашы, йылы һүҙе менән дауалай

Невролог - нервы системаһы сирҙәрен дауалауҙа махсуслашыусы табип, баш һәм арҡа мейеһе, периферия нервылары һәм мускул системаһы ауырыуҙары - ошо иҫәптә.

Табип-невролог Гөлшат Ишмакова эш ваҡытында.
Табип-невролог Гөлшат Ишмакова эш ваҡытында.
Невролог - нервы системаһы сирҙәрен дауалауҙа махсуслашыусы табип, баш һәм арҡа мейеһе, периферия нервылары һәм мускул системаһы ауырыуҙары - ошо иҫәптә.

Нервы епсәләре ҡыҫылыуын, баш мейеһе һелкенеү һәм уның эҙемтәләрен дауалай. Ярайһы уҡ киң даирә. Һүҙебеҙ үҙәк ҡала дауаханаһының табип-неврологы Гөлшат Ишмакова хаҡында.

- Иңемә аҡ халат һалыу менән донъя мәшәҡәттәрен, борсоған уйҙарҙы онотам, бар күңелем менән эшкә сумам. Юғарынан бирелгән һәләтте, кешелек алдындағы изге бурысты тоям. Яуаплы һәм рәхмәтле бит ул табип һөнәре, - ти әңгәмәсе.

Гөлшат Наил ҡыҙы ғаиләлә тәүге бала. Гүзәл һәм Лилиә исемле ҡыҙ туғандары ла бар. Атаһы Наил Фуат улы бар ғүмерен Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты АТП-һында эшләүгә арнай, БелАЗ машинаһында йөрөй. Әсәһе Хәсәнә Рәис ҡыҙы район хакимиәтенең машина бюроһында хеҙмәт итә. Икеһе лә хаҡлы ялдалар.

Гөлшат ҡаланың 10-сы мәктәбендә белем ала. Өлкән кластарҙа уҡығанында 12-се башҡорт лицейында медицина кластары асылғас, киләсәген кеше һаулығы һағында тороуға арнаясағын яҡшы аңлаған ҡыҙ, ошо мәктәпкә уҡырға күсә. Белем усағын уңышлы тамамлағандан һуң, 1995 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Ҡулына табип-невролог дипломы алған йәш белгес хеҙмәт юлын Һарытау өлкәһендә Пугачев ҡалаһында башлай.

Белемле йәш белгестәрҙе районыбыҙға ҡайтарыу маҡсатында, үҙәк ҡала дауаханаһы етәкселеге Учалыға эшкә ҡайтырға өндәй. Тыуған яғын, яҡындарын һағынған йәш табип был тәҡдимгә шатланып риза була һәм 2008 йылдан ҡала поликлиникаһында хеҙмәт итә башлай.

Һайлап алған һөнәренең бөтә нескәлектәрен яҡшы белгән табипты көндөҙгө стационарға табип итеп ҡуялар. Әммә неврология ауырыуҙарының күбәйеүе арҡаһында, сиратты кәметер өсөн Гөлшат Наил ҡыҙын кире поликлиникаға күсерәләр.

Медицина өлкәһендә үҙ урыныңды табырға теләһәң, мотлаҡ һөнәреңде ярата белергә кәрәктер. Белгес тынғыһыҙ эшендә һәр ауырыу өсөн ҙур яуаплылыҡ тойғоһо кисерә. Неврологик сирлеләргә анһат түгел, улар һыҙлана, психик хәлдәре тотороҡло булмағас, аһ-зарҙары ла күп. Әммә эшен бик яратып, намыҫлы башҡара табип. Һәр ҡайһыһының ауырыуын ентекле өйрәнеп, дөрөҫ диагноз ҡуйырға, һыҙланыуҙарҙан арындырырға тырыша. Йылы, яғымлы һүҙҙәрен дә йәлләмәй, сөнки ауырыу-һыҙланыуҙарҙан арыныу өсөн дарыу ғына түгел, йылы һүҙ ҙә дауалау көсөнә эйә икәнлеген яҡшы белә. Тағы ла ҡала мөхитендә үҫкән ҡыҙҙың ауырыуҙар менән саф башҡортса һөйләшеүе лә ҡыуандыра.

- Нисек ябай кешегә тәүге сир билдәләрен үткәреп ебәрмәҫкә? - тигән һорау менән мөрәжәғәт итәм.

- Нервы системаһы ауырыуҙары күп төрлө. Беҙҙең ҡабул итеүгә ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән йыш эләгәләр. Баш өйәнәгенән йонсоусылар күп. Ғәҙәттә, баштың бер яғы түҙеп торғоһоҙ ауырта, кешенең хәл-торошо насарая. Вегетатив нервы системаһы сирҙәре лә киң таралған.

Ҡан баҫымы күтәрелеүе, һул яҡтан күкрәктә ауыртыу тойоу, хроник арығанлыҡ, баш әйләнеү, тынғыһыҙлыҡ, ҡурҡыу - төп билдәләре. Билдәге һыҙланыуҙар бүҫер, остеохондроз, остеопороз, радикулит кеүек сирҙәр хаҡында һөйләй.

Уны үҙ аллы дауалауы мөмкин түгел, медицина ярҙамы кәрәк. Шулай уҡ бөгөнгө көндә эпилепсия, Паркинсон ауырыуы, хәтере боҙолоусылар, неврит һәм полиневропатия, төрлө сығанаҡлы энцефалопатия һәм башҡа сирҙәр менән яфаланыусылар һаны арта.

Ҡабул итеүҙәр менән бер рәттән, табип дежурға йөрөргә лә өлгөрә, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ эксперты булараҡ, комиссияла ла эшләй.

Гөлшат Наил ҡыҙы эштә генә түгел, өйҙә лә хәстәрлекле әсә, наҙлы хужабикә. Тормош иптәше Илдар менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Улдары Арсен 10-сы мәктәптә кадет класында уҡый, дүрт йәшлек Амалия балалар баҡсаһына йөрөй.

Һөйләшеүебеҙ аҙағында табип-невролог биргән кәңәшкә ҡолаҡ һалайыҡ:

- Һәр саҡ иҫегеҙҙә тотоғоҙ, табип менән кәңәшләшмәйенсә ауыртыуҙы баҫа торған бер ниндәй ҙә дарыуҙы ҡабул итмәгеҙ. Реклама йәки яҡындарығыҙ маҡта-ған препараттарҙы эсергә ашыҡмағыҙ. Баш ауыртыуы инсульт, мейеләге шеш кеүек етди сирҙәрҙең тәүге билдәһе булыуы ихтимал. Шуға күрә мотлаҡ табипҡа күренегеҙ, ул тап һеҙгә генә тура килгән дауалау схемаһын тәғәйенләр. Даими башы ауыртып яфаланғандар дауаханала ятып сығырға тейеш, - тине.

Алһыу ШӘНГӘРӘЕВА.
Читайте нас: