Әлеге ваҡытҡа Башҡортостанда малдарҙың 78 проценты тамғаланған. Был эште апрелгә тиклем тамамлау бурысы ҡуйылған. Ошо турала Республика Ветеринария хеҙмәте коллегияһында әйтелгән. Тамғалау малдар ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн эшләнә. Республика Ветеринария хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Раян Шаһимөхәмәтов:
- Тамғалау мотлаҡ кәрәк. Беренсенән, был уларҙың хужаһын асыҡлауҙа ярҙам итһә, икенсенән, ауылда көтөү мәсьәләһен ҡарау, прививка эшләү, ҡан алыу эше еңелләшә, сөнки малды хәреф һәм һандар ярҙамында идентификациялау мәғлүмәттәре берҙәм реестрҙа тора һәм һаҡлана. Шуға ла мал юғалһа, юлда тапала ҡалһа, уның хужаһын табыу еңелләшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл халҡы был яңылыҡты ауыр ҡабул итә. Күптәр малдарын тамғалауға ҡаршы.