Билдәле булыуынса, 1 мартта Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә. Ошо дата уңайынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы интернет-конкурс иғлан итте. Ғаиләләргә 3-5 минутлыҡ видеояҙма төшөрөп, социаль селтәргә конкурстың рәсми төркөмөнә ебәрергә кәрәк.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Рәйсә Күзбәкова белдереүенсә, эштәр 27 февралгә тиклем ҡабул ителә. Еңеүсе ғаилә тураһында мәғлүмәт 1 март көнө - Башҡорт ғаиләһе көнөндә Ҡоролтай сайтында һәм уның социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә ҡуйыласаҡ.
2017-2018 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәргән «Матур ғаилә - ил ҡото» һәм «Ғаилә - туған тел һаҡсыһы» асыҡ республика конкурс-фестивалдәрендә ҡатнашҡан ғаиләләр «Башҡорт ғаиләһе - 2019» конкурсында ҡатнаша алмай. Конкурста ҡатнашыусыларҙың Ҡоролтайҙың «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми төркөмөндә ағза булып тороуы мотлаҡ.