Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
18 Февраль 2019, 10:16

Уңғандарға уңыш һәр саҡ юлдаш

Һуңғы йылдарҙа фермерҙарға ярҙам һиҙелерлек артты. Төрлө программалар ярҙамында ауылда йәшәүселәр һөт һәм ит етештереү фермалары ойоштороп, үҙ көсөн һынай.

Һуңғы йылдарҙа фермерҙарға ярҙам һиҙелерлек артты. Төрлө программалар ярҙамында ауылда йәшәүселәр һөт һәм ит етештереү фермалары ойоштороп, үҙ көсөн һынай.

Наурыҙҙан Минзилә Ҡотлобаева фермерлыҡ эшен яңы башлап тора. Быға тиклем дә мал-тыуарһыҙ йәшәмәйҙәр. Бер нисә йыл элек Минзилә апай үҙ эшен асыу теләге менән яна, маҡсаты - киләсәктә күп итеп һыйыр аҫрап, һөт етештереү. Тәүҙә фермер булып теркәлә, дәүләт программаларында ҡатнашырға ғариза яҙып, документтар йыйып тапшыра. Күп тә үтмәй «Яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам» һәм район бюджетынан старт-ап программалары аша гранттар алыуға ирешә. Тәүгеһенең күләме 2 миллион 800 һум булһа, һуңғыһы 243 мең һум тәшкил итә. Фермерлыҡ бер генә кешенең хәленән килерлек эш түгел, әлбиттә. Минзилә апайға ахырҙа тормош иптәше Зәбир Вәзир улын Себерҙә эшләгән еренән ҡайтарып алырға тура килә.Яңы башланғыстарында һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған, һорауҙарын хәл итергә булышлыҡ иткән, ҡеүәтләп торған Наурыҙ ауыл хакимиәтенә рәхмәтле Ҡотлобаевтар ғаиләһе.

Алған субсидиялары хужалыҡты тәртипкә килтерергә ярап ҡалған. Яңы трактор, мал һатып алғандар. Зәбир ағай ғүмер буйы колхозда механизатор булып хеҙмәт иткән. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Тракторға кәрәкле ҡорамалдарҙы үҙе яһаған. Арбаһын да әтмәләгән, бесән өйгөсө лә бар. Ҡышҡылыҡҡа етерлек бесән әҙерләнгән, фураж да тупланған.

Ҡотлобаевтар ауылдарындағы элекке колхоздан ҡал-ған ташландыҡ фермаларҙы төҙөкләндереү менән мәшғүлдәр. Һәүкәшкәйҙәрҙе шун-да күсермәкселәр.

- Бинаны нигеҙенән башлап төҙөкләндерергә тура килә. Былтыр күсергә иҫәп бар ине, ут булманы. Быйыл йәйҙән дә ҡалмаҫбыҙ, - ти Минзилә Әхмәт ҡыҙы.

Әле егерме баш мал йорттағы ҡурала тора. Ғаилә башлығы һыйырҙарҙы аҙыҡ менән тәьмин итеү, малды ҡарау һымаҡ мәсьәләләр менән шөғөлләнһә, хужабикә иңендә - һауым һәм һөт-ҡаймаҡты һатыу. Һыйырҙарҙы аппарат менән һауалар. Продукцияны Учалы ҡалаһына алып барып һаталар.

- Белорет яҡыныраҡ бит, яғыулыҡ яндырып, алыҫҡа йөрөгәнсе, - тип һорайым.

- Учалыға документ-фәлән менән йомош йыш төшә, бер ыңғайы баҙарға һуғылабыҙ, беҙҙең өсөн уңайлы, - тиҙәр.

Һөттөң литры бөгөн - 45 һум, ҡаймаҡтың 0,5 литрлыҡ банкаһы - 180 һум, эремсектең килограмы - 140 һум тора.

- Һуңғы арала мал араһында ауырыуҙар сығып борсоуға һала. Ошо арҡала ҡайһы берәүҙәр ауыл продукцияһына шикләнеп ҡарай. Кибеттән һатып алырға тырышалар. Мәшәҡәт өҫтәлмәнеме? - тип ҡыҙыҡһынырға булдым.

- Даими һатып алыусыларыбыҙ бар, проблема тыуғаны юҡ. Продукциябыҙҙың таҙалығы тураһында ҡағыҙ алғанбыҙ. Кешеләр алыр алдынан тәүҙә шул белешмәне һорайҙар, күрһәтәбеҙ. «Мер-курий» системаһына теркәлеүҙең дә ҡыйынлығын һиҙмәнек, - ти эшҡыуар.

Хужалыҡты Ҡотлобаевтар әлеге ваҡытта үҙҙәре алып бара. Балаларҙың үҙ донъяһы, мәшәҡәте тигәндәй. Шулай ҙа Ринат улдары яҡындарының фермерлыҡ эшен дауам итер-гә ҡуш ҡуллап риза. Әле ул агрофирмала электрик.

Һауын һыйырҙары артһа, мал-тыуарҙы икәүләп кенә ҡарап булмаясағы көн кеүек асыҡ. Баҙарға йөрөргә лә ваҡыт кәрәк бит. Шуға эш урындары булдырыу ҙа күҙалла-на. Йәйгелеккә көтөүсе эҙләй башлағандар ҙа инде. Көтөүлек өсөн 57 гектар ерҙе ҡуртымға алғандар, иген сәсергә лә уйҙары бар.

Әлиә ФӘРРӘХОВА.


Читайте нас: