Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
19 Февраль 2019, 12:50

Хәбировҡа тиклем етәләр

Йәшәгән ерҙәренә хас проблемаларҙы кешеләр социаль селтәрҙәргә сығарырға күнекте. «Инцидент» системаһы аша улар хәл ителә башланы, ҡайһы бер осраҡта аңлатма алыу ҙа етәлер. Ошо тәңгәлдә һуңғы яңылыҡтар тураһында яҙабыҙ.

Йәшәгән ерҙәренә хас проблемаларҙы кешеләр социаль селтәрҙәргә сығарырға күнекте. «Инцидент» системаһы аша улар хәл ителә башланы, ҡайһы бер осраҡта аңлатма алыу ҙа етәлер. Ошо тәңгәлдә һуңғы яңылыҡтар тураһында яҙабыҙ.

Буш хәбәрҙәр

Күп тапҡыр, шул иҫәптән гәзиттәр аша аңлатыуҙарға ҡарамаҫтан, урындағы бала табыу йорто ябылыу тураһында имеш-мимештәр туҡтамай. Был тапҡырҙа БР Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәһендә Милә Фәтхуллина шөбһәләре менән уртаҡлашҡан: «Учалы районы бөтөрөлә, тип кешеләр асыҡтан-асыҡ әйтә, сөнки үҙебеҙҙә бер ни ҡалмаған. Почта, морг, санэпидемстанция һәм башҡаһы Белоретта урынлаштырылды. Әгәр ҙә икенсе бала табырға булһам, миңә күрше ҡалаға барырға тура киләсәкме? Беҙҙә бала табыу йорто бик яҡшы. Ябырға йыйынғас, ни өсөн төҙөнөләр һуң?»

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми вәкиле Светлана Ҡусҡарбәкова аныҡ яуап бирҙе: «Патологанатом хеҙмәте - Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының подразделениеһы. Тик был подразделениела белгестәр булмаған осорҙа ғына Белорет үҙәк район клиника дауаханаһы коллегалары менән килешеү төҙөлә.

Акушер бүлексәһе штаттағы режимда эшләй. Ниндәйҙер тайпылыш күҙәтелгән йөклө ҡатындар ғына үҙ ваҡытында Белоретта госпитализациялана; ваҡытынан алда бала тапҡан ҡатындар 25-30 аҙна дәүерендә Өфөләге республика перинаталь үҙәгенә һалына; йөклөлөктәре ҡәҙимге барған ҡатындар Учалы акушер бүлексәһендә хеҙмәтләндерелә. Учалы дауаханаһының был подразделениеһын ябыу (күсереү) тураһында хәбәрҙәр тулыһынса нигеҙһеҙ булып торалар».

Технология ирек бирә

Шул уҡ «Бәйләнештә» селтәре аша Юлиана Макарова КПП-нан алып Ҡунаҡбай ауылына ҡарай юл ремонты һалҡын мәлдә башҡарылыуына Радий Хәбировтың иғтибарын йүнәлтте.

Урындағы юл ремонт-төҙөлөш идаралығының баш инженеры Арсений Ялалов «Белорет-Учалы-Мейәс» автомобиль юлы участкаһында һалҡын асфальт менән соҡор-саҡыр ямау ремонты башҡарылыуҙы раҫланы.

Мөрәжәғәт авторына нилектән былай булыуын да аңлатты: «Бөтә талап ителгән сертификат, паспорт, рецепт һәм норматив документациябыҙ бар. Һалҡын асфальт Канада технологияһы буйынса Өфөләге «Ремстройдормаш» заводында етештерелә. Был төр асфальтты Цельсий буйынса минус 20 градусҡа тик-лем түшәргә мөмкин. Был хаҡта ентекләберәк белешәһе килгәндәр өсөн баш инженерҙың телефонын бирәбеҙ - 8 962-545-21-02 йәки предприятиебыҙға килеп ҡарағыҙ - документацияны, һалҡын асфальтты, рецептты һәм башҡаһын күрһәтербеҙ».

Интернет кәрәк

Илнур Ғарипов БР Башлығының «Бәйләнештә»ге сәхифәһенә яҙа: «Урал ауылын интернетҡа тоташтырырға ярҙам итегеҙ».

Яуапты район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев бирә: «Урал ауылын интернет элемтәһе хеҙмәтләндере-үенә тоташтырыу тураһында һорауығыҙ «Башинформсвязь» акционерҙар йәмғиәтенең Белореттағы филиалына һәм Учалы ҡалаһындағы структур подразделениеһына ебәрелде. Урал ауылы телефонлаштырылған.

Элемтәселәр әйтеүенсә, ADSL технологияһы буйынса интернет элемтәһе хеҙмәтләндереүе 5 абонентҡа күрһәтелә. Яңы абоненттарҙы өҫтәү мөмкинлеге юҡ. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн яңы линиялар һуҙыу, махсус ҡоролмалар урынлаштырыу талап ителә. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, 2018-2019 йылдарға инвестициялар планында Урал ауылында бындай төҙөлөш ҡаралмаған. Учалы район элемтә үҙәге етәксеһе Данир Ғәниев кәрәк булған консультациялар бирә ала, телефоны - 8 (34791) 6-15-15».

Пособиелар юғалған

Лара Уйылданова «Бәйләнештә» селтәрендәге Радий Хәбировтың аккаунты аша, икенсе ай балаға пособие түләнмәй тип, зары менән уртаҡлаша: «Белоретҡа шылтыратһам, тегендә шылтыратығыҙ, бында шылтыратығыҙ тип ҡулса буйынса йөрөтәләр».

Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Әлмира Ковалевская яуап бирә: «Учалы ҡалаһындағы МФЦ филиалы мәғлүмәттәре буйынса, һеҙҙең ғаризаға ярашлы, 2018 йылдың октябрь айынан һеҙгә түләү «Рәсәй почтаһы» учреждениеһы аша башҡарыла. Нилектән пособие алмауығыҙҙы асыҡлау өсөн документтар менән МФЦ етәксеһе Фәһим Фәтҡуллинға эш көндәрендә мөрәжәғәт итегеҙ, телефоны - 8 (34791) 6-17-00. Учалы ҡалаһында МФЦ дүшәмбе, шишәмбе, кесаҙна, йома, шәмбе 8.00-20.00 сәғәттәрҙә, шаршамбы - 12.00-20.00 сәғәттәрҙә эшләй. Ял көнө - йәкшәмбе».

Фәнисә ТАҺИРОВА.
Читайте нас: