Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
20 Февраль 2019, 11:33

Милли проекттар тормошҡа ашырыласаҡ

19 февралдә Республика Йортонда Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу, төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үткәрҙе.

– Милли проекттар аныҡ һәм мөһим маҡсатҡа эйә – ул халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу. Беҙҙең төп бурыс халыҡ аныҡ үҙгәрештәрҙе, йәшәү сифаты яҡшырыуын тойһон өсөн бар көсөбөҙҙө һалыу, - тине Игорь Комаров. - Бөгөнгө кәңәшмәнең төп маҡсаты - республиканың ил Президенты Владимир Путин тарафынан ҡуйылған күләмле бурыстарҙы үтәүгә әҙерлек кимәлен баһалау.

Игорь Комаров әйтеүенсә, 2019-2020 йылдарҙа Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн федераль бюджеттан 35 млрд һумдан ашыу аҡса ҡаралған.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте үткәргән иҫәпләүҙәр буйынса, ҡуйылған бөтә бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн алдағы өс йылда яҡынса 97 млрд һум аҡса талап ителә. Әлеге мәлдә федераль бюджеттан киләсәк саралар, республиканың үҙ аҡсаһы һәм башҡа сығанаҡтарҙан финанс тәьминәт һөҙөмтәһендә 88 млрд һумлыҡ ресурс бар. Был дөйөм сумманың 91 процентын тәшкил итә һәм Волга буйы федераль округында иң яҡшы күрһәткес тип баһалана.

Лилиә ЗАКИРОВА.
Читайте нас: